Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Шаҡай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
 

     
 
» Баймаҡ районынан Азаматовтар ғаиләһенең шәжәрә байрамы
27-05-2011, 22:00 | Шәжәрә | автор: Ilsur | Уҡылды: 770
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» "Тереклек ағасы" – шәжәрә төҙөү программаһы
10-12-2010, 11:17 | Шәжәрә | автор: Ilsur | Уҡылды: 578
"Тереклек ағасы" – шәжәрә төҙөү программаһыШәжәрә – ул мәғлүмәт сығанағы. Шәжәрә төҙөүенең төп тәртибен боҙмау мөһим, шул уҡ ваҡытта ундағы мәғлүмәт ни тиклем күберәк, шул тиклем яҡшыраҡ.
Бөгөнгө компьютер техникаһы биргән мөмкинлектәрҙе ҡулланып, мөмкин булғансы ҙур һәм тулы йөкмәткеле шәжәрә төҙөргә була. Шәжәрәнең ҙурлығы тик мәғлүмәт күләме менән сикләнә. Ә уның йөкмәткеһенә шәхестең тыуған көнө, айы, йылы, фоторәсеме, тормошондағы мөһим хәл-ваҡиғалар, тәүге һүҙен әйткәндән алып васыят итеп әйтеп ҡалдырған һүҙҙәре, ҡасан вафат булыуы, ҡайҙа йәшәгәнлеге һәм башҡалар инә. Балаларҙың әсәләрен үҙҙәренең ҡыҙ исем-шәрифе менән, ҡайҙан килен булып төшкәндәрен теркәп була. Ырыуҙың өлөшө булып торған ҡыҙ балаларҙы ла теркәү мәғлүмәт тулылығы йәһәтенән дөрөҫ.
Бындай йөкмәткеле шәжәрәне «Тереклек ағасы» («Древо жизни») компьютер программаһында эшләп була. «Тереклек ағасы», туған телебеҙҙән тыш, 30-ға яҡын телгә тәржемә ителгән. Программаны туған телебеҙгә милләттәш егеттәребеҙ – Силәбе ҡалаһынан Ринат Йәнмырҙин менән әле Голландияла йәшәүсе Рөстәм Мостафин ауҙарҙы.
Бөгөнгө көнгә компьютерҙа шәжәрә төзөү программалары араһында «Тереклек ағасы» – иң ҡулайы.
Программа өйрәнеүгә бик анһат, унда эшләүе лә еңел. Исемлектә ниндәйҙер хата-яңылышлыҡ табылһа, уны төҙәтеүе оҙаҡ түгел. Шәжәрәләге барса мәғлүмәт айырым исемлек базаһы файлы рәүешендә һаҡлана.
Шәжәрәне ҡағыҙға баҫып сығарғанда фон төҫтәренән алып шәхестәрҙе тоташтырған һыҙыҡтың ҡалынлығына ҡәҙәр һайларға мөмкин.
Ошоларҙы күҙ уңында тотһаҡ, «Тереклек ағасы»нда шәжәрә төҙөүе бик отошло.
Программаны һәм уға ҡағылышлы башҡа мәғлүмәттәрҙе Интернеттан «Древо жизни» сайтынан алып була.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Төньяҡ-көнбайыш диалекты - башҡорт теленең айырылғыһыҙ бер өлөшө
13-10-2010, 17:23 | Шәжәрә | автор: Ilsur | Уҡылды: 791
Төньяҡ-көнбайыш диалекты - башҡорт теленең айырылғыһыҙ бер өлөшө Башҡорт дәүләт университетында уҡыуыбыҙ суверенитет яулаған йылдарға тура килде. Шунда Асҡын районы ҡыҙы, төркөмдәшем Гөлнур Сәғитова шундай шиғыр яҙғайны: "Кем мине башҡорт түгел ти, Ул үҙе башҡорт түгел!" Күңел әрнеүе аша сыҡҡан оран булып яңғырағандай тойолғайны был юлдар шул ваҡытта. Бөгөн дә ҡайһы бер төркөмдәр төньяҡ-көнбайыш төбәкте ян-яҡҡа тартҡыларға тырышһа ла, ғалимдар был тема буйынса күптән үҙ һүҙен әйткән һәм һаман әйтә килә. Хатта диалектологтарҙың үҙҙәренең конференциялары ла уҙғарыла. 1982 йылда Өфөлә төрки халыҡтары телдәренең диалектологияһы буйынса IX ғилми конференция үтә. Башҡорт, татар, тыва, сыуаш, ҡарағалпаҡ, үзбәк, ҡаҙаҡ һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙың диалектология мәсьәләләре ҡаралған был сараның эшендә билдәле телселәр Э.Р. Тенишев, Н.А. Баскаков ҡатнаша. Әллә күпме ваҡыттан һуң, быйыл 21-23 сентябрҙә, Өфөлә X "Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының актуаль проблемалары" тигән темаға арналған төбәк-ара конференция үтте. Мәскәүҙән, Удмурт, Сыуаш Республикаларынан, Санкт-Петербург ҡалаһынан күренекле ғалимдар ҡатнашҡан сараның көн тәртибенә Рәсәй халыҡтары телдәренең диалекттары һәм һөйләштәренең һаҡланыу кимәлен өйрәнеү, диалекттар һәм әҙәби телдең үҙ-ара мөнәсәбәте, диалект шарттарында туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләләре ҡуйылды. Түбәндә конференциялағы сығыштарҙың береһен уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ. Уның авторы - яҙыусы, филология фәндәре докторы Рәшит ШӘКҮР.

Эштәр һәйбәт башлана ла ул...
Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты тураһындағы мәсьәлә оҙаҡ йылдар - уҙған быуаттың 80-90-сы йылдары башына тиклем - ҡәнәғәтләнерлек хәл итеү юлы тапманы. Быға Башҡортостанда диалектология фәненең формалашыу һәм үҫеш үҙенсәлектәре, шулай уҡ башҡа төрлө объектив һәм субъектив факторҙар йоғонто яһаны. Нисек кенә булмаһын, башҡорт диалектологияһының тарихында парадоксаль күренеш бар, йәғни Волганан Тубылға тиклем меңдәрсә саҡрымдарға һуҙылып ятҡан территорияла йәшәүсе башҡорттарҙың һөйләү телен фронталь тикшереү үткәрелгәнгә тиклем уның диалект системаһын бер нисә тапҡыр классификацияларға тырышыуҙар күҙәтелә. Былай эш итеүҙең хаталарға һәм ҡапма-ҡаршылыҡтарға урын ҡалдырыуы бәхәсһеҙ. Классификацияларҙың ҡайһы берҙәре башҡорттар йәшәгән барлыҡ территория буйынса ҡатмарлы тел күренештәрен иҫәпкә алмайынса, ашығыс тәҡдим ителә, шуға күрә ҡайһы бер положениеларҙың, мәҫәлән, 1950 йылдар аҙағында абруйлы профессор Жәлил Кейекбаев тарафынан тәҡдим ителгән классификацияның артабан ҡабул ителмәүе лә тәбиғи.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Урыҫтан... сусҡа башы ҡотҡарҙы, йәки Ҡатнаш никахтар кем өсөн отошло?
4-07-2010, 11:09 | Шәжәрә | автор: Ilsur | Уҡылды: 1575
Урыҫтан... сусҡа башы ҡотҡарҙы, йәки Ҡатнаш никахтар кем өсөн отошло? Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһында башҡорттарҙың һаны кәмемәҫме икән, тигән уй борсой беҙҙе. Бының сәбәбе - ҡатнаш никахтар. Саф башҡорт төбәге булып һаналған Урал аръяғы райондарында ла ошондай ғаиләләр арта бара.
Кемдер: "Мөхәббәт өсөн кәртә булмаған кеүек, һөйгәндәргә тел дә, дин дә ҡаршылыҡ түгел", - тиергә ашығыр. Уларға яуап итеп, бер ханымдың яҙмышын миҫалға килтерәм...
Ул апай хәҙер алтмышты уҙҙы инде. Заманында "Яраттым мин рус егетен" тип шаяра-көлөп йырлап, урыҫҡа кейәүгә сыға. Светлана һәм Артур тигән балалар үҫтерәләр, икеһе лә тырышып эшләйҙәр. Йорттары һоҡланғыс матур, донъялары етеш, бөтөн. Ошо ханымдың илай-илай һамаҡлауын ишетеп, тетрәнергә тура килде: "Ни бысағыма миңә баҡсаһы, донъяһы?! Ҡартайған көнөмдә ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшеп, ҡунаҡтарҙа үҙ телемдә йырлап ултырмағас. Йәш саҡта һиҙелмәй ине, ә өлкәнәйә килә күңелемде ауыр һағыш баҫа. Хатта баш һуҡҡан яҡҡа сығып китке килә..."
Элек-электән икенсе дин кешеһенә кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарыбыҙ бәддоға алған, ә бына ир-егеттәр иһә урыҫ, украин һ.б. милләт ҡыҙҙарына өйләнеп, мосолман арттырыусы булып һаналған. Хәҙерге ваҡытта нисек һуң? Юғары белемле, тормошта күп нәмәгә өлгәшкән һәм өлгәшәсәк башҡорт егеттәре мәрйәләргә өйләнеп, милләтен юҡҡа сығара.
Миңә таныш ғаиләлә өс бала тәрбиәләнә. Аталары - башҡорт, әсәләре - мәрйә. Саф башҡорт фамилияһына Ольга, Владимир, Ирина тигән исемдәрҙең эйәреп килеүе сәйер яңғырай. Ул ғына түгел, был өс бала ла, паспорт алырға ваҡыты еткәс, милләтен урыҫ тип күрһәткән, өсөһө лә сиркәүҙә суҡындырылған. Өлкән ҡыҙҙары кейәүгә башҡорт егетенә сығып, уның фамилияһына күсте. Атаһы башҡорт булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙып-ҡыҙып үҙенең мәрйә булыуын иҫбатлай. Бер саҡ хатта: "Я башкирят терпеть не могу", - тип ысҡындырҙы. Быны ишетеп телһеҙ ҡалған кешеләрҙең: "Һуң, ирең башҡорт бит!" тиеүенә, йәш кәләш иҫе лә китмәй: "Это вопрос времени", - тип кенә ебәрҙе.
Ысынлап та, ғәрлеге ни тора! Һинең илеңә баҫып инеп, ереңә хужа булыуҙарынан тыш, милләтеңде мыҫҡыл итәләр, һай аҡыллы ир-егеттәребеҙҙе маңҡортҡа әүерелдерәләр.
 
| | Комментарийҙар (1) | Уҡырға
 

» Ҡатнаш никах ҡороу... үҙеңә лә, милләтеңә лә юғалтыу ул
6-05-2010, 14:12 | Шәжәрә | автор: Ilsur | Уҡылды: 856
Йән әрнеүе

Ҡатнаш никах бәләһен үҙ ғаиләбеҙ миҫалында кисереп беләм. Ғаиләбеҙҙә ике малай, ике ҡыҙ үҫтек. Оло ағайым юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң татар ҡыҙына өйләнде. Еңгәбеҙ ни татар телен, ни башҡорт телен үҙ итмәне, үҙенең исемен дә, ағайымдыҡын да, балаларҙыҡын да тик русса ғына атап йөрөттө. Ағайым эшкә уңған булды, гел юғары урындарҙа эшләне, әммә ғаилә бәхете генә күрмәне.

Хәтеремдә, бер саҡ ағайым иртән картуф бешерергә һалған да, эшкә йүгергән. Еңгәбеҙҙең тәҙрәнән: "Миша, когда соль положить, сейчас или в конце", - тип ҡысҡырғанын әле лә лаҡап итеп һөйләйҙәр. Ул саҡта ағайым райисполком рәйесе булып эшләй ине.

Балалары ни телде, ни динде белмәй үҫтеләр. Еңгә лә, ағайым да вафат инде хәҙер. Бер саҡ өлкән ҡыҙҙарының төшөнә әсәләре ингән дә: "Өшөйөм", - тигән. Шунан балалары әсәләре ҡәберенә юрған алып барып күмгән. Динде, халыҡ йолаларын белмәй үҫеү кешене ниндәй наҙан итә...

Апайым башта башҡортҡа сыҡҡайны, ике ҡыҙҙары тыуҙы, тик бергә йәшәй алманылар. Еҙнәй эсте, ҡул күтәрҙе. Айырылышыуҙарына ҡарамаҫтан, йөҙәткәс, апайым балаларын алып, Украинаға сығып китте. Унда бер украинға кейәүгә сыҡты. Хәҙер өс ҡыҙы туғыҙ "украин хлопчиктарын" үҫтерә.

Иң үкенеслеһе - кесе ағайым. Ул арабыҙҙа иң аҡыллыһы. Өс вуз тамамланы, фән докторы исемен йөрөтә. Исем-фамилияһын атамайым, оялыр, сөнки ғаиләһе өсөн ул юҡ иҫәптә. Еңгәбеҙ мәрйә. Беҙ барһаҡ, сәй ҡуя ла, "Я вас все равно не понимаю", - тип, икенсе бүлмәгә инеп китә. Ағайым башҡортса радио ла тыңлай, телевизор ҙа ҡарай алмай, сөнки өйҙәгеләр аңламай, аңларға ла теләмәй. Өрлөктәй ике улы бар, йөҙҙәре менән башҡорт булһалар ҙа, телдәрендә башҡорт һүҙе, күңелдәрендә милли рух юҡ. Береһе - мәрйәгә, икенсеһе йәһүдкә өйләнде, икешәр балалары бар.

Атай-әсәйемдең дүрт балаһынан тик мин генә башҡорт ғаиләһе ҡорҙом. Ике ул һәм бер ҡыҙымдан ете ейән-ейәнсәрем бар. Әсәйем ағайымдарҙың сит милләткә өйләнеүҙәренә ризалыҡ бирмәне, "һеҙҙең өсөн тамуҡҡа инәһем юҡ", - тине ул. Тыңламанылар туғандарым, үҙҙәрен шундай ҙур бәхетһеҙлеккә дусар иттеләр.

Бына хәҙер милләтәбеҙ күпме юғалтыу кисергәнен иҫәпләп ҡарайыҡ. Оло ағайымдың ике ҡыҙы, өс ейәне, апайымдың өс ҡыҙы, туғыҙ ейәне, кесе ағайымдың ике улы, дүрт ейәне - барлығы егерме өс бала сит милләтте арттырған. Бындай күренеш бер беҙҙең ғаиләлә генә күҙәтелмәй бит. Ошо юлдарҙы уҡығандар, туғандарығыҙҙы барлап ҡарағыҙ әле, ҡайһы милләтте арттыралар икән? Бала табыу менән генә илде, милләтте ҡотайтып булмай, уны башҡорт итеп, башҡорт рухлы итеп үҫтереү мөһим шул.
М. ӘХМӘҘИЕВА. Өфе ҡалаһы.
Киске Өфө
 
| | Комментарийҙар (2) | Уҡырға
 

» Нимә ул шәжәрә?
25-03-2010, 12:17 | Шәжәрә | автор: Ilsur | Уҡылды: 861

«Шәжәрә» һүҙе ғәрәп теленән тәржемә иткәндә "нәҫел", "генеалогия" (ырыу тарихы) тигәнде аңлата. Нәҫел, ырыу тарихын төҙөүҙең үҙ тарихы бар. Европа монархтары, урыҫ батшалары, ҡытай императорҙарының генеалогиялары булғанлығы билдәле. Төрки халыктарына килгәндә, уларҙың нәҫел тарихы, генеалогик йылъяҙма төҙөүе алыҫ тарихка барып тоташа, Быны башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, төркмән, нуғай кеүек халыҡтарҙың телдән телгә күсеп килгән фольклорындағы "Урал батыр" (башҡорттарҙа), "Уғыҙнамә" (төркмән, әзербайжан, төрөктәрҙә), "Манас" (ҡырғыҙҙарҙа), "Джангар" (ҡалмыҡтарҙа) кеүек тарихи, мифик, ярым мифик эпостар дәлилләй. Улар теге йәки был халыҡтың сығышы хаҡында иҫбатлаусы сығанаҡтар.

Тәүге осорҙа төрки халыҡтары шәжәрәһе, үрҙә әйтеп үтелгәнсә, телдән телгә тапшырылып килгән. Ырыуҙар тарихы 30 - 40 быуынға тиклем телдән тапшырыла алыуы ғәжәйеп күренеш, ул ғына ла түгел, ҡаһарман иҫтәлектәр, ата-бабаларҙың ғәмәлдәре тураһында легендалар һөйләнелгән, һуңғараҡ шәжәрәнең яҙма төрө барлыҡҡа килгән. Төрки шәжәрәһенең иң боронғо төрө тип XIV быуат тарихсыһы Фазлаллаһ Рәшид-әд-Диндең (1312 йылда вафат булған) "Джәми-әт-тәуарих" йәки "Йылъяҙмалар йыйынтығы" иҫәпләнә. Йыйынтыҡта төрки ҡәбиләләр тарихы генеалогик белешмәләр менән бергә бирелә. "Уғыҙнамә" эпосында шәжәрәнең ни әсән төҙөлөүе тураһында ҡыҙыҡлы итеп яҙылған. Унда был хаҡта шундай юлдар бар: "Уғыҙ бөйөк батша булған һәм донъя менән идара итеүҙе үҙ ҡулына алғас, ул үҙенә байлыҡ һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ мал йыйған. Быларҙың барыһы ла хәҙер һеҙҙең ҡарамаҡта, һеҙ алты ағай-эне һәм һәр берегеҙҙең дүртәр улы — йәмғеһе 24 киләсәк быуыны бар. Улар араһында үҙ-ара сыуалыш сығыуҙан Хоҙай һаҡлаһын. Балаларығыҙҙың һәр ҡайһыһы үҙ урынын, шөғөлөн, дәрәжәһен, исемен, шулай ук ырыу тамғаларын белергә тейеш. Был дәүләт тотороҡло булһын һәм ырыуығыҙҙың данлы исемен һаҡлау өсөн кәрәк". Шулай итеп, аңлашылмаусанлыҡтар һәм бәхәстәрҙән ҡотолоу, дәүләттең һәм халыҡтың тотороҡло үҫеше, теге йәки был ырыуҙың абруйын күтәреү өсөн халыҡ үҙенең генеалогик йылъяҙмаһын, ата-бабаларының шәжәрәһен, ырыу тамғаларын белергә һәм төҙөргә бурыслы булған.

 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Бөрйән ырыуының оло шәжәрәһенең дауамы
12-03-2010, 16:16 | Шәжәрә | автор: Ilsur | Уҡылды: 1300
213-115(2). Әхмәтдин Сәйфелмөлөк улы (1846-?)
214-115(2). Шөғәйеп Сәйфелмөлөк улы (1848-?)
215-115(2). Өммөгөлсөм Сәйфөлмөлөк ҡыҙы (1849-?)
216-115(2). Бибисабира Сәйфөлмөлөк ҡыҙы (1853-?)
Атаһы (Аталары): Сәйфөлмөлөк Ишмөхәмәт улы, әсәһе (әсәләре): Сәрбийыһан Ғәбит ҡыҙы.
217-115(3). Хәтирә Сәйфөлмөлөк ҡыҙы (1857-?)
Атаһы (Аталары): Сәйфөлмөлөк Ишмөхәмәт улы, әсәһе (әсәләре): Ғәйникамал Аҡназар ҡыҙы.
218-116. Аллабирҙе Мөхәмәтшәриф улы
219-116. Ҡотлокилде Мөхәмәтшәриф улы
220-116. Абызкилде Мөхәмәтшәриф улы
221-121. Ҡотломөхәмәт Исламғол улы
222-122. Салих Һөйөндөк улы
223-122. Ғабдулхалиҡ Һөйөндөк улы
224-122. Наҫыр Һөйөндөк улы
225-124. Гөлмәҙе (Күләмза) Зөләйха ҡыҙы
Әсәһе (әсәләре): Зөләйха Иманғол ҡыҙы.
226-125. Гөлзәйнәб Килдеғош ҡыҙы
227-126. Шарифулла Мөхәмәтшәриф улы
228-126. Хайрулла Мөхәмәтшәриф улы
229-127. Ғосман Юныс улы
230-128. Ғәйнитдин Мөхәмәтхаким улы
231-128. Сәғит Мөхәмәтхаким улы
232-128. Ғөбәйдулла Мөхәмәтхаким улы
233-128. Джирджис Мөхәмәтхаким улы
234-128. Иҙрис Мөхәмәтхаким улы
235-129. Нурмөхәмәт Тимербай улы
236-130. Йософ Ҡасҡын улы
237-130. Исмәғил Ҡасҡын улы
238-133. Ғайса Йәрмөхәмәт улы
239-133. Муса Йәрмөхәмәт улы
240-134. Балһөйә Солтанғол улы (1784-?)
241-135. Сөләймән Байҡай улы
242-135. Даут Байҡай улы
243-135. Таулыҡай Байҡай улы
244-135. Мөхәмәтзаман Байҡай улы
245-136. Егет Сурай улы
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Ҡорама кантон Муйнаҡов
28-02-2010, 19:13 | Шәжәрә | автор: Ilsur | Уҡылды: 1195
Ҡорама кантон Муйнаҡов

Ҡорама ауылында бынан бер нисә йыл элек уҙған «Һаумыһығыҙ ауылдаштар!» байрамында ауылдың аҡһаҡалы Фәтих бабай Нафиков сәхнәгә сығып ошо һуҙҙәрҙе әйткәйне:
- Ҡорама ауылына нигеҙ һалыусы Ҡорама кантондың (1760-1828 й) нәҫелен ауылда бѳгѳнгѳ кѳндә дауам итеүсе берҙән бер ғәилә – Сәғиҙулла Шәнгәрәевтың ғәйләһе.
Ошо кѳндән башлап ауылдың тарихын ѳйрәнеү һәм шәжәрәбеҙҙе тѳҙѳү теләге тыуҙы , атайыбыҙҙан үҙеңдең кантон нәҫеленән икәнеңде белә инеңме тигән һорауға, ошолай тип яуап бирҙе:
- «Ауыл ҡарттары күберәген Әхмәтвәли бабай һәм Фәтих бабай Нафиковтар һѳйләй торғайны, тик совет йылдарында кантондар, батша офицерҙары тураһында һѳйләү түгел ,һорашырга ла оялдыҡ , ҡыйманыҡ."

Бына нисек беҙҙең тамырҙарыбыҙҙы онотторорға теләнеләр. Нисек итеп оялырға мѳмкин, бәлки ғорурланырға кәрәк булғандыр. Был сер түгел, шәжәрәне ѳйрәнеү һәм яҙыу барышында үҙенең олатаһының исемен белмәүселәрҙә осрай. Сәбәптәре ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, был һалҡыбыҙ ѳсѳн ят, бик насар ҡүренеш. Сѳнки ата-бабаларыбыҙ беҙгә, һәр башҡорт үҙенең кәмендә ете быуынын белергә тейеш тигән васыят ҡалдырған. Шәжәрә тѳҙѳп, уның менән халыҡты таныштырыу, быуындар бәйләнешен тергеҙеүгә булышлыҡ итә, сѳнки тѳрлѳ сәбәптәр менән фамилиялары үҙгәреп, бер береһен белмәгән яҡын туғандар була, белгәндәре лә нисек кем яғынан икәнен белеп еткермәйҙәр. Ә иң мѳһиме – йәштәргә нәҫел нәсебен ѳйрѳтеп, ырыуҙаштарына, туғандарына, ата-әсәһенә ихтирам тәрбиәләүҙә, уларҙа намыҫсанлыҡ, үҙ халҡы ѳсѳн яуаплылыҡ үҫтереүҙә.

 
| | Комментарийҙар (1) | Уҡырға
 

» Бөрйән ырыуының оло шәжәрәһенең тамыры
25-02-2010, 18:53 | Шәжәрә | автор: Ilsur | Уҡылды: 1437

Бөрйән ырыуының оло шәжәрәһенең тамыры. Был шәжәрә үҙ эсенә бөрйән ырыуының дүрт түбәһен ала: Янһары, Байһары, Ямаш, Монаш.
Барыһы 1203 кешенән тора шәжәрә.
Байһарыларҙың, Монаштарҙың дауамдары арыуыҡ ҙур. Янһары менән Ямаштарҙың дауамы индерелмәгән. Кем шәжәрә төҙөүе менән була, улар үҙҙәре ошо тамырҙан мәғлүәт алыр.
Шәжәрәнең тәүге туғыҙ быуыны һәм Алдар батыр сылбыры Рәил Ғүмәр улы Кузеевтың «Башҡорт шәжәрәләре» китабынан. Дауам өлөшө һаҡланып ҡалған шәжәрәләрҙән, «Ревизские сказки»ларҙан, «Похозяйственные книги»ларҙан, олатай-оләсәйҙәрҙең һөйләгәнәренән.
Әйткәндәй, республикабыҙза үткән йыл уҙған шәжәрәләр конкурсында «Иң тәрән тамырлы шәжәрә» номинацияһында шәжәрә өсөнсө урын яуланы.

1. Бикбулат-бәй
2-1. Бөрйән-бәй Бикбулат-бәй улы
3-2. Бикән-бәй Бөрйән-бәй улы
4-3. Урал-бәй Бикән-бәй улы
5-4. Түйнә-бәй Урал-бәй улы
6-5. Буранғол-бәй (Илсекәй-бәй) Түйнә-бәй улы
7-6. Бишҡорт-бәй Буранғол-бәй улы
8-7. ТимерҠарабуға-бәй Бишҡорт-бәй улы
9-8. Аллаяр Тимер-Ҡарабуға улы
10-8. Ҡотлояр Тимер-Ҡарабуға улы
11-9. Монаш Аллаяр улы
12-9. Ямаш Аллаяр улы
13-10. Янһары Ҡотлояр улы
14-10. Байһары (Пышлаҡ) (Тышлаҡ) Ҡотлояр улы
15-11. Бейеш-тархан Монаш улы
16-14. Бийиш Байһары улы
17-14. Юлай Байһары улы
18-14. Телмәмбәт Байһары улы
19-14. Күҙмәмбәт (Күҙмәмәт) Байһары улы
20-14. Байбаҡты Байһары улы
21-15. Ҡолторсаҡ-тархан Бейеш улы
22-16. Һарыяҙ Бейеш улы
23-17. Тәңребирҙе Юлай улы
24-19. Ағыш Күҙмәмбәт улы
25-20. Йәнгәрәй Байбаҡты улы
26-20. Ҡәҙербәк Байбаҡты улы
27-21. Шим-тархан Ҡолторсаҡ улы (1660-?)
28-21. Ҡотлоюл-тархан Ҡолторсаҡ улы (1695-?)
Сенат батша исеменән 1755 йылдың 14 сентябрь указы менән Ырымбур губернаһына Неплюевтың юллауы буйынса ҡәтғи бойороҡ төшөрә: восстаниела ҡатнашҡан башҡорттарҙы тотоп хөкөм итергә һәм танауҙарын ҡырҡып, ҡамсы менән язалап Рогервикка мәңгелек һөргөнгә һөрөргә (ҡалай еңел яза!); хәрби хеҙмәткә ярашлы йәштәрен, ҡамсы менән һуҡтырып, гарнизон Полктарына һалдатлыҡҡа, 12 менән 18 йәш араһындағы үҫмерҙәрен флотҡа матрослыҡҡа 25 йылға олаҡтырырға; 12 йәштән түбән һәм балаларҙы әсәләре менән конвой аҫтында Мәскәү губерна канцелярияһы ҡарамағына ебәрергә һәм фабрика эштәренә, бүтән эштәргә бүлергә, етем ҡалған әсәһеҙ балаларын губернала алырға теләгән кешеләргә таратып бирергә һәм ғүмерлеккә крепостной хәлендә эшләтергә; балаларын һәм ҡатын-ҡыҙҙарын суҡындырырға.
Беренсе конвой октябрь айында ойошторола (ҡалай тиҙҙәр, етеҙҙәр).
Ырымбур төрмәһенән 213 кеше, тәүге конвой менән, 16 октябрь (иҫке стиль) Мәскәүгә сығарыла шуларҙан ни бары 18 кеше барып етә.
Ошо 18-ҙең бере Ҡотлоюл.

 
| | Комментарийҙар (7) | Уҡырға
 

Уҡымлылар
» » Хаҡ һәм нахаҡ
» Һуғыш балалары. Дети войны
» Ҡасан һүҙҙән эшкә күсербеҙ?
» Максим Шевченко о Фанзиле Ахметшине 04.02.2012

«Урал» фонды

«Киске Өфө» гәзитенең сайты

«Bashqort.Com»









Сайт үҫешенә ярҙам

Яндекс.Деньги

41001328785603

WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094

Башҡортостаным
яңылыҡтары
Гугл фирмаһы студенттарға 150 мең һум грант тәҡдим итә!

Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Google'дың “Код йәйе” программаһы (Google Summer of Code) миллион код юлын булдырыр өсөн үҙ ...

«Беҙгә революция кәрәкмәй!»

Алдан күҙалланғанса, шәмбелә Рәсәй төбәктәрендә митингылар уҙҙы. Был сараның иң ҙуры, ...

Сара күрмәһәң...

Ниһайәт, ябай халыҡтың мөрәжәғәттәрен ҡарамаған юғары власть даирәләрендәге етәкселәр ...

Һауа бысранмаһын өсөн

Атмосфераға зарарлы ҡалдыҡтар сығарыусы заводтарға хәҙер күҙәтеү датчиктары ҡуйыласаҡ. Был ҡорамал ...

«Тарихҡа таянып эш итергә кәрәк!»

БР Фәндәр академияһы хеҙмәткәре Урал Кәримов, тарих яңылышлыҡтарҙан һаҡлай ала, тип иҫәпләй Тарихҡа ...

Өфө сит ил ҡунаҡтарын ҡаршылауға әҙерләнә

«i» билдәһе булған «Өфө-матбуғат» киоскыларын күрһәгеҙ, бер ҙә аптырарға түгел – улар сит ил туристарына ...

Урта белемгә ихтыяжды арттырыу көтөлә

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов урта профессиональ белем биреүҙе үҫтереүгә арналған кәңәшмә ...


Һорау

Әйе
Юҡ



Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
© 2009-2010 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
Хаттар һәм мәҡәләләр komartky@mail.ru; temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.