Реликвии башкир. Relics of the Bashkir
<language>ru</language>
<description>Реликвии башкир. Relics of the Bashkir</description>
Максим Шевченко о Фанзиле Ахметшине 04.02.2012
Помочь Фанзилю Ахметшину <!--colorstart:#CC0000--><!--/colorstart-->http://fanzil-somali.com<!--colorend--><!--/colorend-->
Благотворительная акция «Дети Сомали» <!--colorstart:#CC0000--><!--/colorstart-->http://vk.com/detisomali<!--colorend--><!--/colorend-->
<!--colorstart:#CC0000--><!--/colorstart-->http://detisomali.ru<!--colorend--><!--/colorend-->]]></description>
Ҡасан һүҙҙән эшкә күсербеҙ?
<description><![CDATA[Көн тәртибендә бер нисә мәсьәлә булды. Быйылға эш планы, төрлө гәзиттәрҙә төрлөсә яҙылған һүҙҙәрҙе яңынан ҡарау, төрлөләр. Ни эшләптер минең кеүек һәр нәмәнең кире яҡтарын күрергә яратҡан Тимур Мөхтәров килмәне ултырышҡа, ҡайһы бер һорауҙарға, бәлки, бергәләп яуап эҙләр инек. Бына әле компьютерҙа башҡортса яҙам тип, башҡорт хәрефтәрен сығарыр өсөн уң яҡтағы Alt кнопкаһына баҫып, йонсоп ултырам. Бер мин генә түгел, күпме башҡорт шулай. Йәки гәзиткә берәйһе материал алып килһә, уны уҡыр өсөн үҙенең шрифы талап ителә. Йәғни беҙҙә бөгөн һәр кемдең үҙ шрифы. Телевидение, радио, гәзит-журналдар, университет, халыҡ... Тап башҡорт халҡы кеүек. Компьютерҙарыбыҙ бер-береһен аңлауҙан баш тартҡан кеүек, беҙ ҙә бер-беребеҙҙе тыңламайбыҙ, һәр кем үҙенсә нисек теләй, шулай йөрөй бирәбеҙ кеүек. Өлкәндәр һаман да "обойма"нан төшөп ҡалмаҫ өсөн тырыша, йүнле эш ҡыйратмаһа ла, төрлө йыйындарҙа хәбәр һөйләп булһа ла үҙен күрһәтеп ҡалырға ашыға, пенсия йәшенә етһә лә, биләгән урынын һаҡлап ҡалыр өсөн иң әшәке аҙымдарға ла барыуҙан тартынмай. Йәштәребеҙ уларҙың хәбәрен тыңлап, ошолай булырға тейештер тормош, тип булған дәртен һүндереп, яраҡлаша башлай.
Бөгөнгө ултырышта ла газета һүҙен газета тип яҙырғамы, әллә гәзитме, тигән һорауҙы тикшерҙек. Йәки русмы, урыҫмы? Яугирҙармы, яугирҙәрме?Ҡаҙанмы, Ҡазанмы? Беҙ әлеге һүҙҙәрҙең яҙылышын тикшергәнсе, ҡәрҙәштәребеҙ "ПОРТ-АРТУР" йырын татарсаға әйләндереп тә ҡуйған икән. Афарин! Бәлки, ошо урында Артур уларҙы һүгә башлар, тип уйларһығыҙ. Юҡ, әй, афарин, тим. Беҙгә лә уларҙан үрнәк алып, башҡорт телен киләһе быуындарыбыҙ ҙа белһен өсөн тырышырға кәрәк.
Түбәнге Новгород ҡалаһында үткән бер кәңәшмәлә, бөгөн удмурт теле бөтөү ҡурҡынысы аҫтында, тигән шомло хәбәр әйттеләр. Баҡтиһәң, удмурт телендәге сайттар юҡ кимәлендә икән, йәғни ул тел интернетҡа үтеп инә алмаған. Бер заман башҡорт теле хаҡында ла шулайтып әйтмәһендәр өсөн беҙгә күберәк интернетта башҡортса аралашыуҙы көсәйтергә кәрәк. Ә Ҡазанды ни, нисек кенә яҙһаң да, үҙ урынында үҙенә кәрәккәнде шым ғына эшләй бирә инде ул...
Артур Дәүләтбәков блогы]]></description>
Һуғыш балалары. Дети войны
<description><![CDATA[Быйыл һуғыш башланыуға 71,  бөтөүөнә 67 йыл тула. 9 май көнө йыл һайын илебеҙҙә байрам, хөкүмәтебеҙ еңеүсе-ветерандарыбыҙҙы (ғаиләләрен) тәбрикләй. Бар әле улар – ветерандар. Ҡыҙыл майҙандағы парадты ҡумтанан ҡарап ултырһаң, типһә тимер өҙөрлөк ветерандар кендегенә хәтлем орден-миҙалдар тағып, текә ултыралар трибуналарҙа. «Ысынлап та былар һуғышта булдымы икән?» - тигән һорау тыуа ирекһеҙҙән.  
Парадтар, ҡотлауҙар, бүләктәр, иғтибар һәм ихтирам… 	
Бөтә ил тантана итә. Бөйөк еңеү…	
Тик һуғыш балалары ғына йәтим. Һәр ваҡыт йәтимдәр.
Минең атайымдың атаһы ла, ағаһы ла һуғышта һәләк булғандар. Әнейемдең атаһы, фин һуғышынан ҡайтып, 7 ай ғына ҡатыны, ҡыҙы менән йәшәп өлгөрә лә, һуғыштың беренсе көнөнән яу яланына китә. Кире әйләнеп ҡайтмай. Иҫтәлеккә унан бер кәртишкәһе генә бар. Күп йылдар эҙләп тә, олатай ҡайҙа һәләк булғанын таба алмайбыҙ. «Никто не забыт, ничто не забыто», имеш.
Һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан яугирҙәрҙең ғаиләләре атайлы-арҡалы булып йәшәйҙәр. Аталары хөкүмәттән алған иғтибар: төрлө путевкалар, автомашиналар, фатирҙар, аҡсалата ярҙамдар, льготный телефон үткәреү, магазиндарҙан дефицит тауарҙар, башҡалары.
Инде ветерандарҙың балалары түгел ейән-ейәнсәрҙәре фатир алырға, йә барын киңәйтергә өлгәшкәндәр бар бит.
Бер оятхыҙ ветеран ҡалала райондан районға балаһынан балаһына пропискаға күсеп фатирҙар алғаны булды.
Ә «дети войны»ларға нимә?  Юғарылағыларҙан берәй нәмә төштөме, хөкүмәт йәтимдәргә ҡарата ғәҙел булдымы? Юҡ. Гүйә, улар үҙҙәре ғәйепле - аталары яу яландарында ваҡытһыҙ үлеп ятмаһындар.
Бер ваҡыт - ил президенты халыҡ менән «тура бәйләнеш»тәргә инеп, төрлө һорауҙарға яуап бирә башлаған мәл ине  -  шул саҡ минең әнейем «дети войны»лар тураһында һорау бирҙек. Матди ҡыҙыҡһыныу өсөн түгел, ғәҙеллек өсөн. Яуап булманы.  
Был һүҙҙәрем һуғыштан иҫән ҡайтҡан бар яугирҙарҙы бер ҡалыпҡа һалыу түгел. Артыҡ күреп, тәҡдим ителгән уңайлыҡтарҙан баш тарта белгән, бер ниндәй өҫтөнлөктәргә дәғүә итмәгән өлкән ҡайным һымаҡтар ҙа әҙ булмағандыр.]]></description>
Хаҡ һәм нахаҡ
Фәнзил ӘХМӘТШИН, 
Өфө төрмәһенән. 
Сәләм, әсәй! Сәләм, туғандарым! 
Сәләм, Гөлназ! Сәләм, балалар! 
Дуҫтар, сәләм! Сәләм, барлыҡ ғаләм!
Һеҙгә әйтер шиғри һүҙем бар.
Көн артынан бында көндәр үтә, 
Оҡшаш улар, – гүйә, бер туған. 
Иртә таңдан – подъём, кисен – отбой,
Танһыҡ бында картуф һәм һуған.
Ә төндәрен бында «аттар» саба, 
Хәбәр ташый, табып хатаһын. 
Кемдер кемде эҙләй, кемде күҙләй,
Ә мин иһә уйға батамын…
Төрмә үҙе бер ҙур иләү кеүек, 
Тәҡдир бында кемде ташламай. 
Тәкәбберҙәр бында бик тиҙ һына, 
Тәүәккәлдәр генә ҡаҡшамай.
Дауамы]]></description>
Уралым бөркөттәре…
<description><![CDATA[<!--TBegin--><!--TEnd-->Баш ҡалабыҙҙа дауаханала ятып ҡайттым. 
Биш кешелек палатаға дүртенсе итеп һалдылар. Ятабыҙ. Урыҫ, татар, нимес, башҡорт.
Дауаханаларҙа ҡыҙғанысы күберәк, хирургияла бигерәк тә. 
Ваҡыт күп, танышаһың, аралашаһың, сағыштыраһың, фекер йөрөтәһең…
21 йәшлек Давид исемле нимес егете ятты йәнәш, олатаһының олаталары 1800-се йылдар башында Рәсәй империяһы батшалары асҡан мөмкинлектәр буйынса (башҡорт ихтилалдарын ҡанға батырып ере талап тартып алынып башҡа милләт кешеләренә таратып бирелгән) күскенсе булып килгәндәр беҙҙең еребеҙгә. 
Килгәндәр генә түгел, ерегеп, йәлсеп, үрсеп йәшәгәндәр. Йәшәйҙәр.
Егетемдең ғаиләһендә ун кеше. Атаһы бер ҙә мәрйәгә йә башҡаға өйләнмәгән, үҙ милләтенән йәр тапҡан. Әсәләре хатта үҙҙәренең телен дә белә, Германиянан туғандары ҡунаҡҡа килһә рәхәтләнеп нимессә һөйләшә, ти.
Биш улдары, өс ҡыҙҙары. Һигеҙ бала.
Олатайымдың йөҙҙән ашыу ейән-ейәнсәрҙәре бар, ти Давид. Шәжәрәләрен дә белә егет.
Бишенсе итеп палатабыҙға милләттәш яҡташымды һалдылар. Ихлас, ауыртып һыҙланыуға сабыр, ярҙамсыл, яҡшы кеше. Сәғәт һайын тәмәке тарта. Һөйләшеп аралашабыҙ. Алыҫ Көнсығышта офицер булып хеҙмәт иткән. Сирләп, илебеҙгә увольняться итеп ҡайтҡан. Ҡатыны, ике ҡыҙы. Эскән. Айырылышҡандар. Ҡатыны эшкә Италияға киткән, тормошҡа сыҡҡан. Ҡыҙҙарын саҡыртып алған. Ағайым ҡарт әсәһе менән икеһе көн итәләр.
Нимес Давид йүнәлде. Ҡайтарҙылар. Шалҡан кеүек илле йәшлек атаһы килеп алып ҡайтты егетте.
Бушаған урынға егерме биш йәшлек милләттәш егетте һалдылар - ауылдаш егеттәре эсенә әллә нисә тапҡыр бысаҡ ҡаҙағандар. Хәле ауыр. Ныҡ йонсоған. Мыжый.
Инәһе ҡарай. Инәһен алмаштырырға һеңлеһе төнгө таксила райондан килгәндә фажиғәғә осрайҙар. 
Егет әле һеңлеһе үлгәнен белмәй ине.
Яңы йыл алдынан 28-ҙе мине лә выписывать иттеләр, барыһы менән хушлашып 16.00  Өфөнән  ҡайтырға сыҡтыҡ. 
Ҡар, буран. Белорет тауҙарын ҡорос атында ҡустым оҫта алып килеп сығарҙы, юғиһә фуралар 30-40 машина текә тауҙарҙа батып ултыралар ине, пробка яһап.
Имен ҡайтып еттек. Икенсе көн туғандар менән хәлдәр һөйләшеп ит ашап, сәй эсеп ултырҙыҡ. Ауылда ҡорҙаш егетте парализовать иткән, ауыр хәлдә район үҙәгендә дауаханала. 
31 көнө киске туғыҙҙар тирәһендә ауылдың ар яғында ут сыҡҡан тип ишеттек. 50 йәшлек ирле-ҡатынлы төтөндә тонсоғоп үлгәндәр. Кисә ерләнеләр мәрхүмдәрҙе.
Ҡайғыларҙың башында барыһында бер сәбәп, әйтеп торорға кәрәкмәҫ, былайҙа беләһегеҙ. Үҙегеҙ ҙә яңы йылды затлы шарап-иҫерткестәр менән матур итеп ҡаршы алғанһығыҙҙыр бит.
Уйланмай-һыҙланмайынса, һыҙланғас та хәлебеҙҙе төҙәтер өсөн бер ниндәй тырышлыҡ эшләмәйенсә ошолай, тәмәке төтөнөнә төрөнөп, араҡылар, затлы шампандар, «зыянһыҙ» винолар эсеп байрамдарҙы «культурно» ҡаршылап йәшәүебеҙҙе дауам итһәк, ҡайғы-хәсрәттәттән мәңге сыға алмай, үҙ еребеҙҙә килмешәктәрҙе үрсетеп, йәлсетеп, үҙебеҙ иһә маңҡорт булып ҡаласаҡбыҙ. Әле ҡалмаған булһаҡ.]]></description>
Сибайҙар һайлауҙа әүҙем ҡатнашты
<description><![CDATA[<!--dle_image_begin:http://komartky.ru/uploads/posts/2011-12/1323192010_images.jpg|left--><!--dle_image_end-->Сибай ҡалаһында  бөтәһе  23 һайлау участкаһы эшләне был көндө. Ҡала халҡының һайлау хоҡуғына эйә булған өлөшөнәң 81,04%-ты үҙенең был хоҡуғы менән файҙаланып, теге йәки был партия өсөн тауыш биргән. Башҡортостан Үҙәк Һайлау Комиссияһының иҫәпләүҙәренсә, дөйөм Башҡортостан буйынса был һан 79,3% тәшкил итә. 
Ҡаланың Сибай Политехник Колледжында урынлашҡан 619-сы һанлы һайлау участкаһында тауыш биреү әүҙем барҙы. Иртәнсәктән һайлауҙар һүлпәнерәк башланып китһә лә, көн дауамында һайлаусыларҙың күпселеге килеп, тауыш бирә торҙо. Тәртип боҙоуҙар, төрлө аңлашмаусанлыҡтар булмаһын өсөн, һайлау үткән фойела  барыһын да теркәп тороусы видеокамера ҡуйылған ине, полиция хеҙмәткәрҙәре дежурҙа торҙо. Шуғалырмы, төрлө партияларҙың күҙәтеүселәре үҙҙәрен тыныс тотто, тауыш, ғауға булманы.  
5 декабрҙең иртәһендә алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, сибайлыларҙың тауыштары түбәндәгесә бүленгән:
-  "Единая Россия" партияһы өсөн Сибай ҡалаһы граждандарының 72,94%-ы, 
-  КПРФ өсөн - 17,34%;
-    ЛДПР өсөн - 3,74%;
-    "Справедливая Россия" өсөн -3,38%;
-    "Яблоко" өсөн- 1,01%;
-   "Патриоты России" өсөн - 0,37%;
-   "Правое дело" өсөн - 0,27%.
Һайлауҙар үтте, һөҙөмтәләр асыҡланды. Мин үҙем, ысынын ғына әйткәндә, һайлауҙарға йөрөмәйем. Яңылышырмын, дөйөм тенденцияға тап килмәй ҡуйырмын тиеп шикләнәм. Шулай ҙа, иртәнсәктән һайлау һөҙөмтәләрен ишеткәс, шатландым. Биш йәшлек балаға ябай ғына берәй фокус күрһәтһәң, нисек ғәжәпләнгәнен, шатланғанын күргәнегеҙ барҙыр? Шыттырмайым - минең ғәжәпләнеүем, шатлығым нығыраҡ, сикһеҙ нығыраҡ булды. Шатлығым эсемә һыймай, "Любизар" көйөнә үрле-ҡырлы һикереп бейеп тә алдым. Любезники-любизар, маладис-маладис!...
Илшат Ҡансурин, 
Сибай ҡалаһы.
Руслан Айсин: “Фәнзил Әхмәтшинне кулга алу – Мәскәү эше”
<description><![CDATA[<!--TBegin--><!--TEnd-->Татар яшьләре форумы рәисе Руслан Айсин башкорт яшьләре берлеге җитәкчесе, башкорт  корылтае рәисе урынбасары Фәнзил Әхмәтшинне кулга алу уңаеннан мөрәҗәгать белән чыгарга кирәк дип белдерә.
Фәнзил Әхмәтшин наркотиклар контрабандасында катнашуда гаепләнә. Руслан Айсин Уфада барган сәяси вакыйгалар турында “Татар заманы”на интервью бирде.
Татар заманы: Бөтендөнья башкортлары корылтае рәисе урынбасары Фәнзил Әхмәтшинне Уфа аэропортында кулга алу провокацияме, яңа сәяси борылышмы?
Руслан Айсин: Беренчедән, бу провокация. Икенчедән, Башкортстандагы силовикларның алып барган эшләрнең дәвамы.  2010 елдан башлап ФСБ Башкортстандагы башкорт, мөселман хәрәкәтендә катнашучыларга каршы провокацияләр оештыра. Мисал өчен, Айрат Динмөхәммәтовны утырту. Аларга йә наркотиклар, йә корал тыгалар. Берия әйтмешли, кешесе булса, гаепләү өчен статья табылыр. Анда да шул ук хәл. Хәзер башкорт лидерларын эзәрлеклиләр, чүплиләр. Шуны әйтергә кирәк, башкорт хәрәкәте бик радикал. Шуңа күрә аларның проблемалары да күп. Ләкин Башкортстанның, башкорт халкының мәнфәгатләрен Мәскәү каршында яклап торалар. Аларның каршы көрәшнең сәбәбе шунда.
Татар заманы: Рәсми оешма кешесендә наркотик табып, аны кулга алу Мәскәүнең Башкортстан хакимиятенә каршы алып барган эшеме? Бу Хәмитов, Рәхимовка каршы көрәшме?
Руслан Айсин: Элекке президент Мортаза Рәхимовка каршы кампания башланыр алдыннан Мәскәү Башкорстандагы ФСБ, Суд, МВД җитәкчеләрен алыштырды. Шуннан Башкортстаннң сәяси статусын яклаучы шәхесләрне тенти башладылар. Ягъни Башкортстанның яклаучысы калмады. Аннан соң Хәмитов килгәч тынычлык булып алды. Хәзер исә яңадан һөҗүм башланды. Димәк, бу президент Рөстәм Хәмитовтан кына тормый. Чөнки андагы татарлар фикеренчә, Хәмитов башкорт милләтчеләре белән уртак тел тапты, ул аларга ярдәм күрсәтә. Аннан Башкортстандагы халык та республика акчасының Мәскәүгә китүенә каршы. Менә шундый вәзгыятьтә башкорт корылтае рәисе урынбсары, яшьләр лидерын кесәсенә наркотик тыгып, шушылай әшәке рәвештә кулга алдылар. Фәнзил Әхмәтшинне кулга алу – Мәскәү эше.]]></description>
Етеп килгән Яңы йыл менән!..
<description><![CDATA[<!--TBegin--><!--TEnd--><!--TBegin--><!--TEnd-->Оҙаҡламай «Яңы йыл». Өлкәндәр, йәштәр, бала-саға  матур итеп биҙәлгән шыршылар мәйеттәре тирәләй кейенеп-биҙәнеп, күңелле бейеп-йырлап, шиғыр-көләмәстәр һөйләп байрам итәсәк. 
Анан, «Иҫке Яңы йыл» үткәс, мәйеттәрҙе ҡый итеп сығарып ырғыталар. 
Ысынлап та, байрам үтте бит, нимәгә кәрәк ағас мәйете?!.]]></description>
Фанзиль Ахметшин: Арест за благотворительность
"Ваҡыт!" гәзитенә яҙылығыҙ
<description><![CDATA[<!--dle_image_begin:http://komartky.ru/uploads/posts/2011-12/1322923199_vakit.jpg|left--><!--dle_image_end-->"ВАҠЫТ!" гәзитенә яҙылыу тамамланыуға 3 аҙна ваҡыт ҡалды. Кемдәр әле яҙылмаған, өлгөрөп ҡалығыҙ. Шулай уҡ, туғандарығыҙға, таныштарығыҙға ла шылтыратып әйтегеҙ - яҙылһындар.
Ярты йылға - 150 һум, бер айға - 25 һум.
Башҡортостан каталогтарынан "Ваҡыт! Урал" тип эҙләргә. 
Индексы - 1616 (йәки 01616). 
Аллаһ һеҙҙән риза булһын! Рәхмәт!]]></description>