 |
 |
Календарь |
|
 |
 |
| « Шаҡай 2012 » |
|---|
| Д | Шш | Шр | К | Й | Шб | Йш |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | | 27 | 28 | 29 | |
|
|
 |
|
 |
 |
|
| |
 |
 |
 |
» Хеҙмәт, һөнәр, уңғанлыҡ, ялҡаулыҡ
22-11-2009, 13:31 | Башҡорт мәҡәлдәре | автор: Ilsur | Уҡылды: 979 |
 |
 |
* Ағас емеше менән, кеше эше менән. * Ағасты япраҡ биҙәй, Кешене хеҙмәт биҙәй. * Аҙ һөйлә, күп эшлә. * Аҙығыңды алыҫ ҡуй, ҡаҙығыңды ҡулбуй(ы). * Айға үрелгән – нурға күмелгән. * Айран бешеп, май төшмәй, Сүбәк сәйнәп, май сыҡмай. Вариант: Һыу бешеү менән май сыҡмай, Һағыҙ сәйнәп, май сыҡмай. * Айыу йоҡоһон йоҡлама, Айыу йоҡоһо айҙа ла бөтмәй. * Аҡрын барған аттан уҙған, Йүгереп барған тайҙан ҡалған. * Аҡрын барһаң, алыҫ китерһең. * Аҡсаң бөткәнгә ҡайғырма, эшең бөткәнгә ҡайғыр. * Аҡыллы ир шул булыр: Ҡулындағың алдырмаҫ; Кеше һайын туҡталып, Юҡ һүҙ тыңлап ҡаңғырмаҫ; Барынан да бере шул: Бөгөнгө эшен таңға ҡалдырмаҫ. * Алғыр кеше алымынан, Йылғыр кеше аҙымынан билдәле. * Алда булһа ҙур теләк, Эштән ял таба йөрәк. * Алдан аяғын кейенгән – алға сыҡҡан. * Алдын аяғына ҡарап юрғанын һуҙыр, Ялҡау юрғанына ҡарап аяғын һуҙыр. * Алдынғылыҡ – тәхеткә, Иремтәлек – ләхеткә. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Мәҡәлдәр
18-11-2009, 15:48 | Башҡорт мәҡәлдәре | автор: Ilsur | Уҡылды: 1641 |
 |
 |
Батыр - һуғышта, ҡурҡаҡ ҡыуышта үлә. Батша һарайын таҙартҡансы, ат һарайын таҙарт. Егәрле атҡа һүҙ ҙә сыбыртҡы. Атһыҙ арба алға китмәй, ирһеҙ ҡатын ал-ял белмәй. Ата-әсә һүҙе - бала-саға күҙе. Төҫөң һары булһа ла йөҙөң нурлы булһын. Артығын һөйләгән аҡылын ашаған. Ас балыҡ та селәү һайлай. Ашыҡҡанда артыңа йыш ҡарама. Аҡыл бишкә бүленмәй. Алтын теш тә телде тешләй. Аҡылың етмәһә үтескә алып булмай. Кәзә һауып ҡына һөткә байып булмай. Ололар араһында ла аҡыл емештәре өлгөрмәгән кешеләр осрай. Алтын балдаҡ кейһәң дә кәкре бармаҡ тураймай. Атың булмаһа ла хутың булһын. Әмәлен белмәһәң, балыҡ та тоттормай. Белмәгән беләгең тыныс булһа ла йөрәгең тыныс булмай. Балалы тормош - мең хәсрәт, балаһыҙ - бер хәсрәт. Баш ауырта тип, башты ташҡа ормайҙар. Эт өрә тип, һин өрмә. Атҡаҙанған артистар була, президенттар булмай. Инженер булыуҙан менеджер булыу хәйерлерәк. Налог залог түгел, уны кире ҡайтармайҙар. Батшаның ҡоло буғансы, фәҡирҙең улы бул. Сабырлы булһаң, уңырһың. Хәҙер аҡсаға һөйөүҙе түгел, дейеүҙе лә һатып алалар. Батшаның башы эшләмәһә лә эттәре тешләшә. Ишәктең дә егәрлеһе була. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |

|
 |
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
 |
Һорау |
|
 |
 |
| Сайтты файҙалы табаһығыҙмы? |
|
|
 |