Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Шаҡай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
 

     
 
» Темәс йондоҙо
27-04-2011, 12:29 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 858
Темәс йондоҙоXX быуаттың оло шәхестәренең береһе—мәғрифәтсе, яугир-уҡытыусы, мәғариф етәксеһе, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ленин һәм өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры, Сибай ҡалаһының һәм Баймаҡ районының Почетлы гражданы Мәмбәтҡолов Бәҙретдин Мөжәүир улының тыуыуына май айында 100 йыл тула.

Кешеләр яҙмышы күктәге йондоҙҙар кеүек: көсһөҙҙәре ҡалҡып сыға ла юғала, ә инде изгелекле кешеләрҙең йондоҙо бер ваҡытта ла һүнмәй, улар тирә-яҡҡа нур һибеп, мәңгелеккә балҡып яна. Ана шул мәңгелек йондоҙҙар араһында Мәмбәтҡоловтың да йондоҙо бар. Ул уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы, ике һуғыш ғәрәсәте үткән ҡаһарман яугир булды. Бәҙри Мөжәүир улы (коллегалары, уҡыусылары араһында ул үҙен исемен ҡыҫҡартып танытыр ине)—Рәсәй һәм республика күләмендә танылыу тапҡан күренекле мәғрифәтселәр, уҡытыусылар рәтендә торорлоҡ бөйөк шәхес.

Мәмбәтҡолов Бәҙретдин Мөжәүир улы 1911 йылдың майында Баймаҡ районының данлыҡлы Темәс ауылында тыуған. Әллә күпме шәхестәр, күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, данлыҡлы уҡытыусылар биргән төбәк йәш Бәҙретдиндең кеше һәм уҡытыусы булып формалашыуына көслө йоғонто яһай. Ул башланғыс һәм урта махсус белемде Темәстә ала. Был уға еңел бирелмәй, сөнки уның атаһы 1-се империалистик һуғышта үлеп ҡалып, ул үгәй ата ҡулында үҫә. Белем алыуға ынтылған Бәҙретдингә аҡса эшләү өсөн байҙарға ялланып эшләргә лә тура килә. 1925-1929 йылдарҙа Темәстә уҡытыусылар әҙерләй торған 2-се баҫҡыс мәктәптә белем ала. Ошо осорҙа ул йәмғиәт эшенә тартыла. Ауылда наҙанлыҡты бөтөрөүҙә әүҙем ҡатнаша. Комсомол йүнәлтмәһе буйынса Темәс, Әбделмәмбәт (Әбйәлил районы) ауылдарында колхоз ойоштороуҙа ҡатнаша.

Б.Мәмбәтҡоловтың хеҙмәт юлы 1929 йылда Темәстә ликбез мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләүҙән башлана. 1930 йылда Моҫтай ауылында беренсе уҡытыусы һәм мәктәп мөдире була. Артабан эшкә тырыш һәм һәләтле ойоштороусыны Темәс (1931), Татлыбай (1932), 1-се Этҡол (1933), «Үрнәк» мәктәптәренең уҡытыусыһы һәм мөдире итеп ебәрәләр. Бында ул үҙен оҫта уҡытыусы һәм һәләтле етәксе итеп таныта, тырыш хеҙмәте өсөн «1-се бишйыллыҡ ударнигы» тигән маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Яугир һәм педагог
22-04-2011, 13:15 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 469
Яугир һәм педагогБыйыл 1 майҙа Б.М. Мәмбәтҡоловҡа 100 йәш тулыр ине. Ул шәхесте районда йәшәүсе өлкән быуын кешеләренең белмәгәне юҡтыр. Бәҙретдин Мөжәүир улы һәр ҡайһыбыҙ өсөн тормош, йәшәү, хеҙмәт итеү өлгөһө һәм иң матур әхлаҡи сифаттарҙы үҙендә туплаған оло йөрәкле уҙаман ине.

Ул 1911 йылдың 1 майында Темәс ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. Балалыҡ һәм үҫмер ваҡыты оҙайлы граждандар һуғышы һәм ауыр аслыҡ йылдарына тура килә. 1919 йылда 8 йәшлек Бәҙретдинде Совет власы тарафынан Билал ауылында ойошторолған балалар йортона бирәләр. Икенсе йылына Темәс ауылында асылған яңы методлы мәктәптә, ә 1925 йылдан шунда икенсе баҫҡыслы педагогик йүнәлешле мәктәптә уҡыуын дауам итә һәм уны тамамлап, башланғыс мәктәп уҡытыусыһы һөнәренә эйә була. 1929 йылда Б.Мәмбәтҡолов мәктәпте иң яҡшы тамамлаусы 6 уҡыусы иҫәбендә Өфөләге Башҡорт дәүләт пединститутына уҡырға ебәрелә. Ләкин бер йыл уҡығандан һуң, матди ауырлыҡтар арҡаһында уҡыу йортон ҡалдырып ҡайта һәм уны Моҫтай (хәҙер юҡ инде) ауылына уҡытыусы итеп ебәрәләр. Уҡытыусылыҡ эшен ошонда башлаған һәләтле, тырыш һәм әүҙем егет икенсе йылына Темәс өлгөлө терәк мәктәбенә директор урынбаҫары, 2 йылдан Татлыбай терәк мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. Ә 1933/34 уҡыу йылын ул Беренсе Этҡол өлгөлө мәктәбе мөдире вазифаһында ҡаршылай. Был мәктәп үҙ заманында бөтә район дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн методик үҙәк булып тора. Ошо коллективта Б.Мәмбәтҡоловтың уҡытыу-тәрбиә процесын һәм методик эште ойоштороу, ауыл халҡы араһында мәҙәни-ағартыу сараларын алып барыуҙағы һәләттәре бөтә тулылығында асылғанын күрәбеҙ. 1933 йылда тырыш һәм ныҡышмалы хеҙмәте өсөн ул «Беренсе биш йыллыҡ ударнигы» исеменә лайыҡ була.

1934 йылдың йәйендә Мәскәүҙә Халыҡ мәғарифы өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләү буйынса үҙәк институтта курстар үтеп ҡайта һәм район мәғариф бүлеге инспекторы вазифаһына тәғәйенләнә. Уның быға тиклем алған белеме, ғәмәли тәжрибәһе, әлбиттә, уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы булырға мөмкинлек бирә ине. Ләкин уға оҙаҡ эшләргә тура килмәй, хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ике йыл (1934-1936) хеҙмәт осоронда өлкән сержант званиеһында «Хәрби-сәйәси әҙерлек отличнигы» исеме алып районға ҡайта. Яңынан элекке эшендә инспектор булып, район мәктәптәрендә уҡытыу-тәрбиә эшен камиллаштырыуҙа уңышлы шөғөлләнә. Ике йылдан һуң ул район мәғәриф бүлеге мөдире вазифаһына үрләтелә. Был йылдарҙа партия тарафынан наҙанлыҡты бөтөрөү, мотлаҡ башланғыс белем биреүҙе тамамлау, дөйөм ете йыллыҡ белем биреүгә күсеүҙе ғәмәлдә тормошҡа ашырыу көнүҙәк бурыс булып тора. Ләкин Совет халҡының тыныс хеҙмәтен Финляндия реакционерҙары тарафынан Карелия муйынында СССР-ға ҡаршы башланған һөжүме өҙә (30.02.1939 й.-12.03.1940 й.) Тағы ла ир-егетте Ватан саҡыра. 1940 йыл башында Б.М. Мәмбәтҡолов фин фронтына оҙатыла. Ғинуарҙан башлап һуғыш баҫылғанса (12.03.1940 й.) ул аҡ финдарға ҡаршы атлы артиллерия полкында разведка взводы командиры сифатында ҡыйыу көрәшә. 1940 йылдың авгусында кесе лейтенант Бәҙретдин Мөжәүир улы ҡайтып төшә һәм мөдир вазифаһында район халыҡ мәғарифының бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәсьәләләрен хәл итергә керешә. Уның араһында район комсомол ойошмаһында, колхоз-совхоздарҙың миҙгелле хужалыҡ эштәрендә ҡатнашыу, ситтән тороп юғары уҡыу йортонда уҡыу һ.б.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Күренекле мәғрифәтсегә арнап
12-04-2011, 16:19 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 814
Күренекле мәғрифәтсегә арнапРеспубликаның почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе, Баш-ҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы, урындағы Р.Өмөтбаев һәм Б.Вәлид исемендәге премиялар лауреаты Р.И. Үтәғолов тарафынан “Звезда Мамбеткулова” (“Мәмбәтҡолов йондоҙо”) исемле китап баҫылып сыҡты.

Китап республика кимәлендә танылған күренекле мәғрифәтсе, РСФСР һәм БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ленин, өс тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры, республикала иң тәүге Ушинский миҙалы менән бүләкләнеүсе, Сибай ҡалаһының һәм Баймаҡ районының почетлы гражданы Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡоловҡа (1911-1999) арнала.

Китап киң ҡатлам уҡыусыларына, районыбыҙҙың күренекле шәхестәре менән ҡыҙыҡһыныусыларға иҫәпләнгән. Баҫма шулай уҡ Б.М. Мәмбәтҡоловтың 100 йыллыҡ юбилейына ла бағышлана.

Автор Бәҙри Мөжәүир улы менән Баймаҡ районында һәм Сибай ҡалаһында оҙаҡ йылдар бергә эшләгән. Шуға ла китап фактик материалдар нигеҙендә яҙылған.

Бәҙри Мәмбәтҡолов 1911 йылдың 1 майында Темәс ауылында тыуа. Уның бала һәм үҫмер сағы иң ауыр йылдарға тура килә. Өс йәшендә атайһыҙ ҡала, ә 1921 йылғы аслыҡта Билал балалар йортона эләгеп, үлемдән ҡотола. Уның бала саҡ хыялы – уҡытыусы булыу. Тәүҙә Темәс мәктәбендә, аҙаҡ К.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡып белем алғас, ул үҙенең хыялына ирешә лә инде. Райондың Моҫтай (1930), Темәс (1931), Беренсе Этҡол (1933), Икенсе Этҡол мәктәптәрендә педагогик хеҙмәт юлын башлай. 1938-1940 йылдарҙа Баймаҡ район мәғариф бүлеге мөдире итеп үрләтелә.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Ҡарабандин Ҡәләмбай Дәүләтбай улы
29-04-2010, 10:15 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 713
Яугир-уҡытыусылар

Ҡарабандин Ҡәләмбай Дәүләтбай улы Хеҙмәт буйынса инструктор
Ҡарабандин Ҡәләмбай Дәүләтбай улы 1925 йылда 15 июнь көнө Темәс ауылында донъяға килә. 1932 йыл ете йәш тулғас беренсе синыфҡа уҡырға бара һәм Темәс ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Үҙенең хеҙмәт юлын Темәстәге педтехникумда башлай. Ҡәләмбай ағай 1942 йылдың 25 авгусында һуғышҡа китергә теләй, ләкин уны кире ҡайтаралар, сөнки уға 18 йәш тә тулмаған була. Ул Темәстәге педтехникумда эшен дауам итә.
Ә һуғышҡа 1943 йылдың майында алалар. Һуғышҡа Әбсәләмов Мулләғәле ағай менән бергә бер көндә китәләр. Киткәндәрендә Сәбилә һеңлеһе оҙата бара.
Һуғышҡа ошолай тип йырлап китәләр:

Беҙ киткәндә томан ине
Күтәрелһен томандар
Донъя хәлен белеп булмай
Һау булығыҙ туғандар.

Тәүге һынауҙы ул Белгородты һәм Сумск ҡалаһын азат иткәндә үткәрә. Был һуғыштарҙа ул контузия ала һәм ҡулы яралана. Унан һуң Киев өсөн барған һуғыштарҙа, Днепрҙы азат итеүҙә ҡатнаша. Сәбилә һеңлеһе хәтерләүенсә Ҡәләмбай ағай туғандарына шул тиклем матур бәйеттәр, шиғыр юлдары яҙыр булған. Ә һеңлеһе үҙенә оҡшағандарын отоп алып, киске уйындарҙа йырлап йөрөр булған, уның күп юлдарын башҡалар ҙа отоп алып, халыҡтың таҡмағы тип, йырлап йөрөгәндәр.

Днепрҙың буйҙарында
Окоп ҡаҙып ултырам.
Автомат магазинына
Патрондар тултырам.

Днепргә баҫма һалдым
Ике кәртә, өс кәртә,
Көндөҙ нишләһәмдә үтә
Һағындыра иртә - кис.

Беҙ атабыҙ, беҙ атабыҙ
Снарядты бөтөрөп,
Алла бирһә беҙ ҡайтырбыҙ
Фашистарҙы бөтөрөп.

Днепрҙан күпер аға
Күпер түгел һалдаттар
Ошо үлек араһынан
Хоҙай үҙең арала.

Днепр йылғаһынан аҡҡан үлектәрҙең шул тиклем күп булыуын, күпер кеүек ағып үткән үлгән һалдаттар тураһында яҙған хатында, тип хәтерләй Сәбилә апай.
Днепрҙы аша сыҡҡан саҡта уларҙың полкы ҡамауҙа ҡала. Ҡараңғы төндә ун икешәр кешене бер кәмәгә ултыртып икенсе ярға ташыйҙар.
Икенсе ярҙа инде фашистар булмай, ләкин улар яҡындағы бер ҡалала нығынғандар.
Беҙҙең һалдаттар уларҙы был ҡаланан ҡыуып сығарырға приказ алалар. Ләкин көстәр тигеҙ булмай. Былай ҙа ҡамалыуҙа йонсоған совет һалдаттарын дошман Днепрға этәрә. Йылдай тойолған өс көн, өс төн буйы аслыҡҡа һәм һыуыҡҡа бирешмәйенсә һалдаттар дошмандар менән алыша. Һуңғы патронды улар үҙҙәре өсөн һаҡлаған. «Ватан өсөн үлергә, ләкин дошманға бирелмәҫкә». Бәхеткә күрә, икенсе ярҙан беҙҙекеләр ярҙамға килә.
Ошонда ул икенсе мәртәбә яралана. Госпиталдән һуң элемтәсе булып хеҙмәт итә.
Чехословакияны, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү таңын Эльбала ҡаршылай.
Тыуған яҡтарын һағынып ошондай шиғыр юлдарын яҙа:

Һағындыра Яғалсамдың
Бейек матур таңдары
Миңә насип булыр микән
Ҡайтып бер күреүҙәре.

Яғалсаның сәхрәләре
Китмәй күҙ алдарымдан
Ҡыйын икән сит ерҙәрҙә
Оҙаҡ хеҙмәт итеүҙәре.

Тыуған яҡтарға 1949 йылдың апрелендә генә әйләнеп ҡайта.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Варшаваны азат итеү, Берлинды алыу өсөн һәм башҡа бик күп орден миҙалдар менән наградлана.
Ҡәләмбай ағай тормош ҡәҙерен белеп, матур итеп донья ҡора, иркен, ҙур өй һалып сыға. Тормош юлдашы Гәүһәр апай менән бик күп балалар үҫтерә. Гәүһәр апай донъя ҡуйғас, уны ҡыҙы Рәсимә ҡарай.
84 йәшендә 2009 йылдың июнь айында вафат була, Темәс ауылында ерләнә.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Мәмбәтҡолов Бәҙри Мөжәүир улы
29-04-2010, 10:09 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 741
Яугир-уҡытыусылар

Мәмбәтҡолов Бәҙри Мөжәүир улы Түбә мәктәбе директоры, Темәс мәктәбендә завуч, мәғариф бүлегендә инспектор, мөдир, һуңынан Сибай педучилищеһында уҡыта, РФ һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы
Бәҙретдин Мөжәүир улы 1911 йылдың 3 майында Баймаҡ районы Темәс ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Ул 1919 йылда Билал ауылында балалар йортонда тәрбиәләнә, 1920 йылда Темәс мәктәбендә уҡый. 1925 йылда башланғыс мәктәп уҡытыусылары әҙерләүсе дүрт йыллыҡ педагогик йүнәлешле мәктәптә уҡый.
1929 йылда Б.М.Мәмбәтҡолов Өфөгә Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға ебәрелә. Ләкин йәш егет уҡыуҙы тамамлай алмай, ғаилә шарттарының мөшкөл булыуы сәбәпле, 1930 йылдың авгусында Мостай ауылына балалар уҡытырға ебәрелә, 1931 йылда Темәс мәктәбе директоры урынбаҫары итеп күсерелә.
1938-1941 йылдарҙа Баймаҡ районы халыҡ мәғарифы бүлегендә инспектор, 1941 йылға тиклем район мәғарифы бүлеге мөдире булып эшләй.
Армияла хәрби хеҙмәт үткәндән һуң, Б.М.Мәмбәтҡолов Финляндияға ҡаршы һуғышта, 1941 йылдың авгусынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
Башҡорт атлы дивизияһының 275-се полкы 2-се эскадроны командиры фашист илбаҫары менән батырҙарса алыша, Сталинград янында ҡаты яралана, 1943 йылда, күкрәгенә өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар тағып, ҡаһарман яугир тыуған айылына ҡайта, яңынан район халыҡ мәғариф бүлеге инспекторы итеп ҡуйыла.
Бәҙретдин Мөжәүир улы Мәмбәтҡоловҡа педагогик хеҙмәт уңыштары өсөн 1959 йылдың 27 октябрендә Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән юғары исем бирелә. 1960 йылда ул Ленин ордены һәм К.Д.Ушинский миҙалы менән бүләкләнә.
 
| | Комментарийҙар (1) | Уҡырға
 

» Сөләймәнов Ғөбәйҙулла Кәлимулла улы
29-04-2010, 10:03 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 713
Яугир-уҡытыусылар

Сөләймәнов Ғөбәйҙулла Кәлимулла улы Хәрби әҙерлек уҡытыусыһы
Ғөбәйҙулла Кәлимулла улы 1924 йылдың 15 октябрендә Темәс ауылында тыуа. 1933 йылда уҡырға бара, ете синыф тамамлағас педучилищеға уҡырға инә. 2 курс тамалағас, эш башлай. Ул хеҙмәт юлын Темәс мәктәбендә бер йыл хәрби хеҙмәткә әҙерлек дәрестәрен алып бара. Артабан Төркмән мәктәбенә күсә һәм шул уҡ дәрестәрҙе 3 йыл уҡыта.
1942 йылдың август айында Ғөбәйҙулла Кәлимулла улы менән Буранбаев Ҡарасбайҙы хәрби комиссариатҡа саҡырталар. Алты ай учебкала, мылтыҡ атырға, тиреп-йыйырға, таҙартырға өйрәтәләр.
Учебканан һуң фронтҡа ебәрәләр. Ғөбәйҙулла олатай үҙе ошолай тип хәтерләй: «Станциялар буш, бер нәмә лә юҡ, йәйәү барабыҙ. Төнөн барабыҙ, көндөҙ ял итәбеҙ. Яҡшылап йоҡлап та булмай. Бер ваҡыт шулай китеп барғанда, офицерҙар килеп сығалар һәм һорайҙар: Кем ат ярата? Шунан бер нәмәлә уйлап тормайынса алға сыҡтым. Шулай итеп артилерияға эләктем». Ғөбәйҙулла Кәлимулла улы отделение командиры була. Алты ай буйы алыштан һуң яралана, 2 ай госпиталдә дауалана.
Артабан, уны русса белгәс, офицерлыҡҡа уҡырға ебәрәләр. Уҡып сыҡҡас взвод командиры була. 3 айҙан тағы яралана. 1945 йылда 9 майҙы госпиталдә ҡаршылай. Еңеү көнөнән һуң ҡайһыларын Алыҫ Көнсығышҡа һуғышҡа ебәрәләр. Медкомиссия үткәндән һуң Ғөбәйҙулла Кәлимулла улын яралары ҙур булғанға күрә, тыуған яҡтарға ҡайтаралар.
1946 йылдың йәмле йәйендә Хөсәйенова Айһылыу инәй менән ғаилә ҡоралар. Улар өс ул һәм дүрт ҡыҙ үҫтереп тормош юлына баҫтыралар.
Ғөбәйҙулла олатайҙың кәкрәген Жуков миҙалы, «1941-1945 й.й. Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 20, 30, 40, 50, 60 йыл», «СССР-ҙың Хәрби көстәренә 50, 60, 70 йыл» юбилей миҙалдары биҙәй.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Кәримов Шәйәхмәт Муллахмәт улы
29-04-2010, 09:53 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 682
Яугир-уҡытыусылар

Кәримов Шәйәхмәт Муллахмәт улы Башланғыс кластар уҡытыусыһы. (1917 – 1985)

Шәйәхмәт Муллахмәт улы 1917 йылдың 15 майында тыуған. 7 класты бөткәс, Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә. 1939 йылда тамамлап, 2-3 йыл мәктәптә балаларға белем бирә.

Ҡыҙыл армия сафына ҡабул ителә. Һуғышта ике тапҡыр яралана. Еңеү көнөн Берлинда ҡаршы ала. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 3 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм бик күп миҙалдар менән бүләкләнә.

Һуғыштан ҡайтҡас, ауыл советында секретарь булып эш башлай. 1946 йылда математика уҡытыусыһы Ильясова Камал Ғәни ҡыҙына өйләнә. Улар өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр.

Ҡыҙҙары әлеге көндә Башҡортостан республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы, мәғариф ветераны Дания Шәйәхмәт ҡыҙы Темәс ауылында йәшәй. Улы Артур Рафиҡ улы Темәс мәктәбендә Башҡортостан мәҙәниәте укытыусыһы.
Улдары Шәфҡәт Шәйәхмәт улы ғаиләһе менән Күмертау ҡалаһында йәшәй.
Шәйәхмәт Муллахмәт улы китапханасы, ХТП-ла кассир, «Һәүәнәк» совхозында эшләп хаҡлы ялға сыға.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Бакаев Файзрахман Һибәтулла улы
29-04-2010, 09:45 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 730
Яугир-уҡытыусылар

Бакаев Файзрахман Һибәтулла улы БАКАЕВ Файзрахман Һибәтулла улы – директор, тел һәм әҙәбиәт, тарих уҡытыусыһы.
1905 йылдың 1 ғинуарында элекке Ырымбур губернаһының Ҡыпсаҡ олосо Ғабдрафиҡ ауылында тыуған. Уның атаһы уҡытыусы булып эшләй, кескәй Файзрахман башланғыс белемде атаһынан ала. Улдарын уҡытыусы итергә теләп, ата-әсәһе уны 1918 йылда Соран йылғаһы буйындағы Әхмәр ауылында асылған ике айлыҡ уҡытыусылар курсына ебәрәләр.
1919 йылда Ҙур Юлдаш ауылында икенсе баҫҡыслы мәктәпкә 5-се синыфҡа уҡырға бара.
1921 йылдың декабрендә Файзрахман Баҡаевты Ырымбурға башҡорт педагогия техникумына уҡырға ебәрәләр.
Техникумды 1926 йылда тамамлай, Мәмбәтәй, Беренсе Этҡол, Темәс ауылдарында, Баймаҡ ҡала сәнәғәт училищеһына Темәс филиалы мөдире булып, аҙаҡ Темәс мәктәбендә уҡыта.
1938 йылда Ф.Һ.Баҡаев Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай һәм Темәс педучилищеһында эшләй башлай.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тәүҙә алты ай хәрби-сәйәси училищела уҡып, лейтенант булып фронтҡа китә. Рота командирының сәйәси эш буйынса урынбаҫары, артабан уҡсылар ротаһы командиры Файзрахман Баҡаев үлемесле алыштарҙа ҡатнаша. 1944 йылда ҡаты яралана, госпиталдә дауаланып төҙөлгәс, Темәс педагогия училищеһына әйләнеп ҡайта, тел һәм әҙәбиәт, тарих уҡыта. Башта директор урынбаҫары, аҙаҡ директор вазифаларын башҡара.
1956 йылда Файзрахман апа Темәс мәктәп-интернатына уҡытыусы итеп күсерелә.
Мәғариф системаһында 45 йыл эшләгәндән һуң, 1971 йылда хаҡлы ялға сыға.
Файзрахман Һибәтулла улы Баҡаевтың уңышлы педагогик һәм йәмәғәт халыҡ мәғарифы отличнигы, 1952 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исемдәр бирелә.
Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн ул 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, күп миҙалдар һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
1984 йылда вафат була.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Беҙҙең геройыбыҙ
22-11-2009, 19:34 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 976

Баймаҡ районының Темәс ауылында Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән Миңлеғол Арыҫланов йәшәй. Инде туғыҙынсы тиҫтәгә яҡынлашҡан оло һалдатҡа ҡарап, ҡарт тип әйтергә бер нисек тә тел әйләнмәй. Уның төҫө уңа башлаған һағышлы күҙҙәрендә 22 йәшендә Тыуған илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан һаҡлар өсөн яуға күтәрелгән батыр йөрәкле, ҡыйыу ҡарашлы егеттең һыны һаман да һаҡланған. Йәш егет һуғыштың дәһшәтле, аяуһыҙ йөҙөн күреп, үҙ ғүмере өсөн ҡурҡып ҡалтырап төшмәгән, яу яланын ташлап ҡасмаған. Юҡ, үҙе кеүек ҡаһарман башҡа ир–егеттәр менән бер рәттән дошман пуляларына ҡаршы үҙ күкрәген ҡуйған. Ватаныбыҙ киләсәге хаҡына. Һинең менән минең азатлығым хаҡына. Һәм быны мин һәр саҡ иҫемдә тотам…
– Һуғышта ҡурҡыныс булды, әйтәһе лә түгел, – тип иҫләй Миңлеғол ағай. – Бигерәк тә тәүге мәлдә, өйрәнеп киткәнсе ҡыйын ине. Шулай, яңы ғына һуғышҡа индек тә, әле бер нәмә белмәй китеп барабыҙ. Бер заман эргәбеҙҙә генә снаряд төшөп ярылды. Барыбыҙ ҙа команда буйынса тирә–яҡҡа һибелдек. Минең менән Шишмә районынан Алексей Холод атлы егет булғайны, 1924 йылғы, буғай. Соҡорға яныма килеп йәшенде лә, “Господи, господи…”, – тип уҡына–уҡына, суҡына башланы. Мин, уға ҡарап, көлөп ята инем, нишләп көләһең, үҙеңсә уҡын, ти. “Эй, доғалар уҡып, суҡынып ҡына снаряд ярсығынан ҡотолоп–ҡасып булһасы! Ә һин ҡурҡма, Алексей, тәмәке тартҡан кеше үлмәй ул”, – тип көлдөм. Һуғышта үлем гел эргәңдә йөрөгәс, ҡурҡыуҙы онотаһың, илау–һыҡтау булмай – күңел ҡата. Ә шулай ҙа һәләк булған дуҫтарыңдың кәүҙәһен күрһәң, йөрәк әрнеүҙәрен баҫыуҙары, ай–һай, бигерәк ҡыйын була ине.

 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Башҡорт өсөн йән аткан ҡурайсы
21-11-2009, 17:25 | Башҡорт арҙаҡлылары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1030
Ҡурайсы һәм педагог Әҙеһәм ИСҠУЖИНДЫҢ тыуыуына – 80 йыл

Ялан ғына ерҙән берәү килә,
Юлһыҙ ғына ерҙән юл алып.
Бара ғына торғас ул йырланы,
Көйһөҙ генә ерҙән көй табып.

Мәшһүр педагог-ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужиндың үҙе сығарған, яратып башҡарған йырҙарының береһе был. Юҡҡа ғына бар күңелен һалып йырламағандыр уны ҡурайсы. Ошо бер генә куплетта ла уның бар булмышы, зиһене, күңеле талаптары, асылы сағылғандай. 27 ғинуарҙа Башҡортостанда ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә ҡурай мәктәбен булдырыусы ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужинға 80 йәш тулған булыр ине.
Башҡортостандың халыҡ артистары Юлай Fәйнетдинов, Азат Айытҡолов, Риф Fәбитов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Зыя Хәлилов, Әнүәр Шафиҡов, Рәжәп Нәҙерғолов, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Роберт Юлдашев, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директорының фән буйынса урынбаҫары Рөстәм Рәжәпов кеүек тап Әҙеһәм Исҡужиндан ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән ҡурайсыларыбыҙҙың хәтирәләренә нигеҙләнеп яҙылған яҙмабыҙ Ҡурайсы-педагогтың яҡты рухына бағышлана.
Баймаҡ районының Темәс ауылында Fәлимә һәм Динислам Исҡужиндың ғаиләһендә өс ул араһында уртансы малай булып үҫә Әҙеһәм. Баймаҡта йыр-моңға ғашиҡ халыҡ йәшәй, тип әйтһәм, моғайын, бер кемде лә аптыратмам. Борон-борондан табындарҙа оҙон көйҙәр һуҙыу йолаһы бөгөнгәсә һаҡлана был төбәктә.

 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

Уҡымлылар
» » Хаҡ һәм нахаҡ
» Һуғыш балалары. Дети войны
» Ҡасан һүҙҙән эшкә күсербеҙ?
» Максим Шевченко о Фанзиле Ахметшине 04.02.2012

«Урал» фонды

«Киске Өфө» гәзитенең сайты

«Bashqort.Com»









Сайт үҫешенә ярҙам

Яндекс.Деньги

41001328785603

WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094

Башҡортостаным
яңылыҡтары
Гугл фирмаһы студенттарға 150 мең һум грант тәҡдим итә!

Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Google'дың “Код йәйе” программаһы (Google Summer of Code) миллион код юлын булдырыр өсөн үҙ ...

«Беҙгә революция кәрәкмәй!»

Алдан күҙалланғанса, шәмбелә Рәсәй төбәктәрендә митингылар уҙҙы. Был сараның иң ҙуры, ...

Сара күрмәһәң...

Ниһайәт, ябай халыҡтың мөрәжәғәттәрен ҡарамаған юғары власть даирәләрендәге етәкселәр ...

Һауа бысранмаһын өсөн

Атмосфераға зарарлы ҡалдыҡтар сығарыусы заводтарға хәҙер күҙәтеү датчиктары ҡуйыласаҡ. Был ҡорамал ...

«Тарихҡа таянып эш итергә кәрәк!»

БР Фәндәр академияһы хеҙмәткәре Урал Кәримов, тарих яңылышлыҡтарҙан һаҡлай ала, тип иҫәпләй Тарихҡа ...

Өфө сит ил ҡунаҡтарын ҡаршылауға әҙерләнә

«i» билдәһе булған «Өфө-матбуғат» киоскыларын күрһәгеҙ, бер ҙә аптырарға түгел – улар сит ил туристарына ...

Урта белемгә ихтыяжды арттырыу көтөлә

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов урта профессиональ белем биреүҙе үҫтереүгә арналған кәңәшмә ...


Һорау

Әйе
Юҡ



Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
© 2009-2010 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
Хаттар һәм мәҡәләләр komartky@mail.ru; temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.