Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Шаҡай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
 

     
 
» Сибайҙар һайлауҙа әүҙем ҡатнашты
6-12-2011, 16:50 | Яңылыҡтар | автор: Ilsur | Уҡылды: 446
Сибайҙар һайлауҙа әүҙем ҡатнаштыСибай ҡалаһында бөтәһе 23 һайлау участкаһы эшләне был көндө. Ҡала халҡының һайлау хоҡуғына эйә булған өлөшөнәң 81,04%-ты үҙенең был хоҡуғы менән файҙаланып, теге йәки был партия өсөн тауыш биргән. Башҡортостан Үҙәк Һайлау Комиссияһының иҫәпләүҙәренсә, дөйөм Башҡортостан буйынса был һан 79,3% тәшкил итә.
Ҡаланың Сибай Политехник Колледжында урынлашҡан 619-сы һанлы һайлау участкаһында тауыш биреү әүҙем барҙы. Иртәнсәктән һайлауҙар һүлпәнерәк башланып китһә лә, көн дауамында һайлаусыларҙың күпселеге килеп, тауыш бирә торҙо. Тәртип боҙоуҙар, төрлө аңлашмаусанлыҡтар булмаһын өсөн, һайлау үткән фойела барыһын да теркәп тороусы видеокамера ҡуйылған ине, полиция хеҙмәткәрҙәре дежурҙа торҙо. Шуғалырмы, төрлө партияларҙың күҙәтеүселәре үҙҙәрен тыныс тотто, тауыш, ғауға булманы.
5 декабрҙең иртәһендә алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, сибайлыларҙың тауыштары түбәндәгесә бүленгән:
- "Единая Россия" партияһы өсөн Сибай ҡалаһы граждандарының 72,94%-ы,
- КПРФ өсөн - 17,34%;
- ЛДПР өсөн - 3,74%;
- "Справедливая Россия" өсөн -3,38%;
- "Яблоко" өсөн- 1,01%;
- "Патриоты России" өсөн - 0,37%;
- "Правое дело" өсөн - 0,27%.
Һайлауҙар үтте, һөҙөмтәләр асыҡланды. Мин үҙем, ысынын ғына әйткәндә, һайлауҙарға йөрөмәйем. Яңылышырмын, дөйөм тенденцияға тап килмәй ҡуйырмын тиеп шикләнәм. Шулай ҙа, иртәнсәктән һайлау һөҙөмтәләрен ишеткәс, шатландым. Биш йәшлек балаға ябай ғына берәй фокус күрһәтһәң, нисек ғәжәпләнгәнен, шатланғанын күргәнегеҙ барҙыр? Шыттырмайым - минең ғәжәпләнеүем, шатлығым нығыраҡ, сикһеҙ нығыраҡ булды. Шатлығым эсемә һыймай, "Любизар" көйөнә үрле-ҡырлы һикереп бейеп тә алдым. Любезники-любизар, маладис-маладис!...
Илшат Ҡансурин,
Сибай ҡалаһы.
 
| | Комментарийҙар (3) | Уҡырға
 

» Фәнни үҫешкә бер аҙым
6-10-2011, 13:36 | Яңылыҡтар | автор: Ilsur | Уҡылды: 251
Фәнни үҫешкә бер аҙымҠасандыр фән һәм юғары техник ҡаҙаныштар державаһы һаналған илебеҙ XX быуаттың һуңғы йылдарында был тәңгәлдә ҡеүәтен юғалта барҙы. Хәҙер дәүләттең фәнгә ҡарата йәнә иғтибары артыуы һөйөнөслө. Яңы-яңы фәнни асыштар ил иҡтисадын юғары кимәлгә күтәрер, тигән ышаныс бар. Кешелек, ваҡыт әйҙәүенә эйәреп, хыялдарын тормошҡа ашыра башлар.
26 − 28 сентябрҙә баш ҡалала «Иннова – 2011» йәштәр инновация форумы үтте. Унда республиканың юғары уҡыу йорттары студенттары, йәш ғалимдар һәм эшҡыуарҙар ҡатнашты. Улар экология, белем биреү, ауыл хужалығы, төрлө сәнәғәт өлкәләренә ҡағылышлы проекттарын тәҡдим итте.
Йәштәр ниндәй генә уй-хыялдар менән янмай?!
Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт аграр университеты аспиранты Илдус Зәйнуллин – бойҙайҙың сифатын күтәреү ысулын, Башҡорт дәүләт педагогия университетынан Рөстәм Рәхмәев − интеллектуаль «балаҫ», Башҡорт дәүләт медицина университетынан Танһыҡ Мәһәҙиев гигиенаның инновацион сараһы проекттарын әҙерләгән. Форумдың тәүге көнөндә бөтә эштәр ҡаралып, иң яҡшы 18-е һайланды. Шунан «түңәрәк өҫтәл» артында йәштәрҙең фән юлындағы ҡаҙаныштары, проблемалары тураһында һөйләшеү уҙҙы.
Сараның икенсе көнөндә Конгресс-холда республика Пре­зиденты Рөстәм Хәмитов форумда ҡатнашыусылар менән осрашты. Тәүҙә ул йәштәрҙең идеялары, проекттар күргәҙмәһе менән танышты.
− Илебеҙ бөгөн иҡтисадты сифатлы, төптән уйлан­ған модернизациялау ме­нән шөғөлләнә, − тине Рөстәм Зәки улы. – Республикала яҡшы кадрҙар базаһы бар, фән өлкәһендә ете меңдән ашыу белгес шөғөлләнә. Әммә инновацион алымдар­ҙы сәнәғәттә тулы ҡеүәттә файҙалана башлау өсөн тағы ла күберәк кеше талап ителә. Үкенескә күрә, компьютер һәм башҡа фәнни техника эшләү буйынса алдынғылыҡты бирҙек. Продукциябыҙға ихтыяждың аҙ булыуы сифатлы әйбер сығара алыуыбыҙға ышаныс булмауы хаҡында һөйләй. Заводтарҙа булғанда яҡшы һәм арзан продукция барлығын күрҙем. Әммә баҙарҙа улар үҙ урынын таба алмай. Инвесторҙар һүлпән, улар продукция етештергәнсе, ситтән әҙерҙе һатыу алыуҙы хуп күрә. Ә бит фирмалары сит ил компаниялары ҡулына күсһә, улар бизнестарын бөтөнләй үҫтерә алмаясаҡ.
 
| | Комментарийҙар (1) | Уҡырға
 

» Баймаҡ бутҡаһы
23-09-2011, 17:21 | Яңылыҡтар | автор: Илшат Кансурин | Уҡылды: 457
Баймаҡта - тағы бола, тағы мосолмандарға бәйле. Йәнәһе, 5 мосолманда ҡорал тапҡан ОМОН. Баймаҡта бындай ҡорал табыуҙар йыш була башланы: 2004 йылда ошолай уҡ "ҡорал" менән йәнәһе тотолоп, бер-нисә егетте 3-тән 8 йылғаса ултыртып ҡуйҙылар.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Июндә республикала “Берҙәмлек” Халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестивале үтәсәк
19-05-2011, 17:17 | Яңылыҡтар | автор: Ilsur | Уҡылды: 858
Июндә республикала “Берҙәмлек” Халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестивале үтәсәк7-12 июндә Башҡортостанда 10-сы тапҡыр “Берҙәмлек” Халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестивале үтәсәк. Ул “Рәсәй мәҙәниәте (2006-2011 й.й.)” Федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә үткәрелә.
Фестивалдең ойоштороусылары – РФ мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй Дәүләт халыҡ ижады йорто, БР мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады йорто, Әбйәлил, Белорет, Учалы райондары һәм Сибай ҡалаһы хакимиәттәре.
“Берҙәмлек” халыҡ-ара фестивале Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә мөһим ваҡиға булып тора. Быйыл ул Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арнала. Маҡсаты – Башҡортостан, Рәсәй һәм сит илдәрҙең милли мәҙәниәтен популярлаштырыу, Рәсәй төбәктәренең һәм сит илдәрҙең үҙешмәкәр коллективтары менән ижади бәйләнештәр булдырыу.
Быйыл фестивалдә ҡатнашыусылар бихисап: Италиянан «А Пачиандерра Сансустиса» фольклор ансамбле, Төркиәнән – «Кечиорен» бейеү ансамбле, Һиндостандың Педжаб штатынан «Патнала» бейеү ансамбле, Азербайджандан Фикрет Әмиров исемендәге йыр һәм бейеү Дәүләт ансамбле, Нигериянан музыкант Боладжи Арио Олубунми Дэвид, Мадагаскарҙан музыкант-перкуссионист Раэриндзатуву Селестин Жульен, Гватемалан солист – инструменталист Гелмми Отониэль Орозко Годинес, Ҡаҙаҡстандан Жансай Жумекенов һәм Азамат Мукатов дуэты, Әрмәнстандан Аршак Алтунян, Ырымбур өлкәһенән “Яйыҡ” казак йыры ансамбле. Башҡортостандан был фестивалдә үҙҙәрен яҡшы танытып өлгөргән “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө ҡатнаша.
“Берҙәмлек” фестивале ике йылға бер тапҡыр һәм һәр ваҡыт Башҡортостандың төрлө мөйөштәрендә, иң яҡшы сәхнә майҙандарында үткәрелә. Быйыл ул Учалы, Белорет, Әбйәлил райондарында һәм Сибай ҡалаһында буласаҡ.
Программала – фестивалдә ҡатнашыусыларҙың концерт туры, милли мәҙәниәт байрамдары, халыҡ ижады, ҡул эштәре өлгөләре, күргәҙмәләр. Фестивалдә ҡатнашыусы сит ил ҡунаҡтарын һәр район (ҡала) тантаналы ҡаршы аласаҡ. Фестиваль сиктәрендә Рәсәйҙең һәм сит ил фоторәссамдарының “Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт. Ирәмәл – 2011” акцияһы ойошторола. Ул РФ фоторәссамдары Союзы ойошторолоуының 20 йыллығына арнала. Акция йомғаҡтары буйынса фоторәссамдарҙың тыуған илдәрендә (Төркиә, Иран, Латвия һ.б.) күргәҙмәләр ойоштороласаҡ һәм 2011 йылдың октябрендә Мәскәү ҡалаһында тамамланасаҡ.
Шулай уҡ “Берҙәмлек” фестивале сиктәрендә “Рус йыры байрамы”, Кейеҙ байрамы һәм һабантуйҙар үтәсәк. Әйткәндәй, Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтендә ойоштороласаҡ был ҙур сараны Төркиәнең дәүләт телевидение компанияһы төшөрөп йөрөйәсәк. Ул материалдар буйынса 3 фильм әҙерләп, ТӨРКСОЙ фондына һәм Башҡортостан дәүләт телерадио компанияһына тапшырырға вәғәҙә бирҙе.
Шулай итеп, ҙур һәм сағыу ваҡиғаға әйләнәсәк “Берҙәмлек” фестиваленә һанаулы ғына ваҡыт ҡалды. Башҡортостан (бигерәк тә Урал аръяғы) халҡын ҡабатланмаҫ тамаша, милли мәҙәниәт байрамы көтә.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Башҡортостанмы әллә Башкириямы?
19-04-2011, 17:14 | Яңылыҡтар | автор: Ilsur | Уҡылды: 483
Башҡортостанмы әллә Башкириямы?Яңыраҡ Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары, министрлыҡтар, гәзит-журналдар мөхәрририәттәре вәкилдәре, Рәсәй сәйәсәтенең республика мәктәбе сығарылыш студенттары менән «Төбәк брендтарын барлыҡҡа килтереүҙәге ҡайһы бер актуаль мәсьәләләр» темаһына арналған «түңәрәк өҫтәл» үткәрҙе. Һүҙ ҙә юҡ, «түңәрәк өҫтәл»дәрҙә уртаға һалып һөйләшерлек проблемалар етерлек, халыҡсаныраҡ итеп әйткәндә, кәңәшле эш бер ваҡытта ла тарҡалмай. Тик был сара тағы ла күңелгә көйөк өҫтәне бит әле, ағай-эне, сөнки һаман да һөйләшеү беҙҙең өсөн изге төшөнсә—Башҡортостаныбыҙ тирәһендә уралды.

Шул мәртәбәле ҡорҙа ҡатнашҡан билдәле Дәүләт Думаһы депутаттарының берәүһенә «Башҡортостан» атамаһы бер ҙә генә лә күңеленә ятып бөтмәй икән. Уның фекеренсә, был боронғо һүҙ бөгөнгө республика имиджына кире йоғонто яһай. (Бына һиңә иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр!) Шуның өсөн республикабыҙҙы «Башкирия» тип кенә атаһалар, халыҡ-ара кимәлдә аңлайышлы һәм яңғырашлы булыр ине, тип тә өҫтәй депутат. Исем-шәрифен яҙып тормаһам да юғарыла атап үткән халыҡ вәкиле беҙҙең урындағы халыҡҡа бик тә яҡшы таныш. Заманында, Сибай ҡалаһы буйынса депутат булып үтергә кәрәккәс, сығымдар менән иҫәпләшеп тормай, егәрлеләнеп Зәки Вәлидигә аҡ һындан һәйкәл ҡойоп ташланы, шунан, ваҡыт үтеү менән, замана елдәре иҫешен үҙгәрткәс, үтә лә тырышып уны яманларға, уға ҡара яғырға керешеп китте. Был ике йөҙлөләнеүҙе нисек аңларға, ҡабул итергә, йәмәғәт?
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Беҙ нисәү?
8-04-2011, 11:14 | Яңылыҡтар | автор: Ilsur | Уҡылды: 467
Беҙ нисәү?Росстат “Российская газета”ла былтыр 14-25 октябрҙә үткән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың тәүге һөҙөмтәләрен баҫтырҙы. Унда халыҡтың дөйөм иҫәбе, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар һаны, ҡала һәм ауыл халҡы бирелгән.

Тәүге һөҙөмтәләр буйынса, Рәсәйҙә даими йәшәгән 142905,2 мең кеше иҫәпләнә. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу менән сағыштырғанда, Рәсәй халҡы 2,2 миллион кешегә (1,6 процентҡа) кәмегән.

Элеккесә халыҡтың күбеһе (дөйөм ил халҡының 61 проценттан ашыуы) Үҙәк, Волга буйы һәм Себер федераль округтарында йәшәй. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу менән сағыштырғанда, Рәсәй Федерацияһының 63 субъектында халыҡ һаны кәмегән, 20 субъектта – артҡан.

Рәсәй юғары урбанизациялы ил булып ҡала. 2010 йылда ҡала халҡы – 73,7 процент (2002 йылда – 73,3 процент), ауыл халҡы 26,3 процент тәшкил иткән.

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡатын-ҡыҙҙар (76700,2 мең) ир-егеттәргә (66205 мең) ҡарағанда 10515 меңгә күберәк (2002 йылда – 9956 меңгә күберәк).

Тәүге һөҙөмтәләр буйынса, Башҡортостан Республикаһында 4072,1 мең кеше (1906 мең ир-егет һәм 2166,1 мең ҡатын-ҡыҙ) йәшәүе асыҡланған. Ҡала халҡы – 60,4, ауыл халҡы 39,6 процент тәшкил иткән. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда ауыл халҡының артыуы күҙәтелә (2002 йылда – 36 процент). Татарстан Республикаһында иһә ауылда йәшәүселәр һаны, киреһенсә, кәмегән (2002 йылда – 26,2, 2010 йылда 24,6 процент).

“Башинформ” мәғлүмәттәрен файҙаланып,
Л. Разгилева әҙерләне.

Һаҡмар
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Ауылда ла кино төшөрәләр
8-04-2011, 11:01 | Яңылыҡтар | автор: Ilsur | Уҡылды: 461
Ауылда ла кино төшөрәләрӘбйәлилдә “Ысын кино төшөргәндәрме?” - тип һораусылар ҙа юҡ түгелдер.

Эйе, Байым ауылында 2010 йылдын йәмле йәй айҙарында бар халыҡты ғәжәпләндереп “Алмабикә” исемле кино ла төшөрәләр.

Сценарий авторы – Радик Өмөтҡужин.

Киноның сюжеты ҡатмарлы түгел, ауылға эшкә килгән йәш уҡытыусы Дилбәр Вәғизовна хаҡында ул. Ҡыҙҙы үҙемә ҡаратам тип дуҫы Вәсил менән шаярып ҡына бәхәсләшкән йәш уҡытыусы Илһам Ниғимйән улы аҙаҡ ҡыҙға башкөллө ғашиҡ була. Мөхәббәт проблемалары менән йәнәш мәктәп проблемалары ла яҡтыртыла. “Уҡытыусы йылына арнап төшөрөлгән был фильмды ҡарағас, ни өсөн кинофильмдың “Алмабикә” тип аталыуын тамашасы аңлар”, – ти Айгиз Ғабдуллин.
Төп рольдарҙы: Дилбәрҙе – Азалия Ялмырҙина, Илһамды – Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының йәш артисы Фәнил Толонғужин башҡара. Бүтән ролдәргә лә актерҙар, кастинг үтеп, һайлап алына. Беҙ барғанда, Айгиз компьютерҙа әҙер дублдәр араһынан иң уңышлыларын һайлап, уларҙы бер-береһе менән ялғап, тауыш, музыка өҫтәп, яҡшы фильм "тыуҙырып" ултыра ине.

Кино тулыһынса әҙер.

15 апрель ҙур экранда ДК "Нефтяник"та киске 19.00 ауыл ерендә төшөрөлгән “Алмабикә” фильмы күрһәтелә, һис тә аптырап ҡалмағыҙ, киреһенсә, бар эштәрегеҙҙе ситкә ҡуйып, килеп ҡарарға тырышығыҙ.
Ямғыр
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Илшат Хәмит улы Ситдыҡов хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләнде
1-04-2011, 11:50 | Яңылыҡтар | автор: Ilsur | Уҡылды: 431
Илшат Хәмит улы Ситдыҡов хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләндеСитдыҡов Илшат Хәмит улы 1961 йылда Темәс ауылында тыуған. Юғары белемле – 1992 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының зоотехния факультетын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1978 йылда “Һәүәнәк” совхозы эшсеһе булып башлай. Хәрби хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, “Йылайыр” совхоз-техникумында уҡый, урындағы комсомол ойошмаһын етәкләй.

1985 – 1991 йылдарҙа “Йылайыр” совхоз-техникумында бүлексә идарасыһы, директор урынбаҫары булып эшләй.

1991 – 1995 йылдарҙа –“Һәүәнәк” совхозы директоры.

1995 – 2001 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районы хакимиәте башлығы булып эшләй.

2001 – 2011 йылдарҙа – Баймаҡ тәжрибә хужалығы директоры.

2011 йылдың февраленән бөгөнгәсә Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарҙы.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты.


29 мартта муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында Баймаҡ районы муниципаль район Советының икенсе саҡырылышының ХХIХ ултырышы булды. Район Советы депутаттары, ҡала һәм район активы саҡырылған сараның эшендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт аппараты етәксеһе И.А. Тажетдинов, Хөкүмәт аппараты етәксеһе урынбаҫары М.Б. Фәтхуллин, Президент Хакимиәтенең территориялар менән эшләү буйынса бүлек мөдире урынбаҫары В.Ғ. Шәйәхмәтов, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ проректоры З.А. Аллаяров, “Тәбиғәт” ДУП-ы директоры У.И. Ғибәҙәтов, муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы И.Х. Ситдыҡов ҡатнашты. Ултырышты район Советы рәйесе Д.Ю. Сәйғәфәрова алып барҙы. Көн тәртибенә 8 мәсьәлә сығарылды.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Әллә өмәләп тормайыҡмы?..
20-12-2010, 12:41 | Яңылыҡтар | автор: Ilsur | Уҡылды: 663
"Республикаға өҫтәмә инвестициялар кәрәк. Рөстәм Хәмитов РФ Дәүләт Думаһынағы Башҡортостан депутаттарын республикаға федераль кимәлдә федераль ҡаҙнанан адреслы инвестпрограммалар сиктәрендә, шулай уҡ ҙур эшҡыуарлыҡ өлкәһендә өҫтәмә инвестициялар эҙләргә өндәне.
"Республикаға конкрет һөҙөмтәләр — контракттар, форумдар, инвестициялар кәрәк", — тине Рөстәм Хәмитов парламентарийҙар менән 1 октябрҙә уҙған осрашыуҙа.
Башҡортостан Президенты, тик ошондай ысул менән генә эшһеҙлек кеүек социаль проблемаларҙы хәл итеп буласаҡ, тине. Статистика буйынса, республикала эшкә һәләтле 2,4 млн кешенең 1,8 млны ғына эш менән тәъмин ителгән. Шулай булһа ла, рәсми рәүештә республикала тик 45 мең генә эшһеҙ теркәлгән. «Былары - эшһеҙлек буйынса пособие алыу бәхете тейгәндәре, — тине Президент. — Ысынбарлыҡта иһә эшһеҙҙәр һаны 200 меңдән аша».
Рөстәм Хәмитов депутаттарға республика өсөн инвесторҙар һәм федераль саралар эҙләүҙә шәхсән ярҙамын вәғәҙә итте. «Мәскәү кабинеттары буйлап үҙем йөрөргә лә әҙермен. Эшләргә кәрәк, башҡа рецепттар юҡ», — тине Рөстәм Хәмитов."
Башҡортостан Республикаһы Президента Пресс-хеҙмәте. 02.10.10»
(«Республика Башҡортостан» гәзитенән)


Әллә, өмәләп тормайыҡмы?..
Һуғым һуйғанда күршем бер лаҡап һөйләп көлдөрҙө әле. «Бер туйҙа, тей, үҙең кеүек эсмәгәнен таптыҡ, алып ҡайтып ҡунаҡ ит, тип урман яғынан килгән ҡоҙаны миңә беркеттеләр. Мәрәкәсел булып сыҡты ҡоҙам - уйынын да, ысынын да ҡоя ғына хәбәрҙең. Яйлап, балаларға килеп терәлдек. Малайҙарың нисәү, тиеп һорай ҡуйҙым. Йән ере булған икән ҡоҙаның.
- Гел ҡыҙ миндә. Тағы бер маташтырып ҡарайым да, килеп сыҡмаһа өмәләйем дә ҡуям!»


Уҙған аҙнала Баймаҡ районында хакимиәтенең конференц-залында хакимиәт башлығы Р.Р.Сәйетов, ауыл хужалығы министры А.С.Йыһаншин һәм Магнитогорск ҡалаһының «МКАП-Ситно» ЯСЙ директоры П.А. Журавский ҡатнашлығында кәңәшмә уҙҙы. Кәңәшмәнең төп маҡсаты - районда «Ситно» ҡатнашлығында агрохолдинг булдырыу мөмкинселектәрен тикшереү булды. Башҡортостанда инвесторҙар эшмәкәрлеге өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылыуын, Баймаҡ районы ла был йәһәттән ҡалышмаясағына ышаныуын белдерҙе үҙенең сығышында Азат Салауат улы Йыһаншин.
Рөстәм Рафаил улы Сәйетов Баймаҡ районының ауыл хужалығы тармағын артабан үҫтереү өсөн мөмкинселектәре ҙур булыуын әйтеп үтте. Әлеге ваҡытта, ҡабатлана килгән ҡоролоҡ эҙемтәләренә ҡарамаҫтан, райондың шәхси хужалыҡтарында һәм төрлө хужалыҡтарында 52 мең баш эре мал тәрбиәләнелә. Тимәк, районда ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү өсөн потенциал ҙур.

«Ситно» ЯСЙ Баймаҡ халҡына яҡшы таныш - уның икмәк-булкаларын, торттарын һәр-бер аҙыҡ-түлек магазинында тиерлек табырға була, яҡшы сифатлы продукциялары ҙур һорау менән ҡулланыла. Компанияла 8,5 мең кеше эшләй, уның балансында Уралағы иң ҡеүәтле икмәк комбинаты, ҡошсолоҡ комплексы, Башҡортостанда һәм Силәбе өлкәһендә башҡа аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары бар. Компанияның 120 мең гектар сәсеүлектәре бар, етештерелгән продукцияһының 78 проценты «Ситно» магазиндары аша һатыла. Павел Александрович әйтеүенсә, «Ситно» ҡош түшкәләрен туңдырмайынса, һыуытылған килеш тәүлек эсендә Мәскәү сауҙа нөктәләренә еткерергә һәләтле - мөмкинселектәре ҙур. Компанияның әйләнешендә 18 млрд. һум аҡса бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, ыңғай килешеүҙәр төҙөлгән осраҡта бындай ҡеүәтле компания райондың инфраструктураһын үҫтереүгә, ауыл хужалығына йән өрөүгә, урындағы халыҡты эш менән тәъмин итеүҙә үҙ өлөшөн индерер ине. Шулай уҡ, Сибай элеваторы тураһында ла мәсъәлә ҡарала, тип яҙа «Баймакский вестник» гәзите был кәңәшмә хаҡында.
Был мәсъәләгә тәнҡит күҙлегенән ҡарағандасы?...
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

» Агрохолдинг төҙөү мәсьәләһе ҡаралды
20-12-2010, 12:24 | Яңылыҡтар | автор: Ilsur | Уҡылды: 610
Агрохолдинг төҙөү мәсьәләһе ҡаралдыАгросәнәғәт комплексы бөгөн, белеүебеҙсә, еңел булмаған осор кисерә. Тармаҡты яңы кимәлгә күтәреү, ауыл хужалығы производствоһын һаҙлыҡтан сығарыу, баҙарҙы үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы һәм арзан продукция менән тәьмин итеү илдә иң актуаль проблемаларҙың береһенә әүерелде. Был ауыр хәлдән сығыу, агросәнәғәтте күтәреү маҡсатында “АПК-ны үҫтереү” милли проекты ғәмәлгә ашырыла, Рәсәй ауыл хужалығы банкыһы үҙенең селтәрен киңәйтә, дәүләт кимәлендә субсидиялар, льготалы кредиттар биреү мәсьәләһе даими контролдә тотола. Әммә был ғына аҙ – ауыл хужалығы аяҡҡа баҫып китә алмай. Етмәһә, һуңғы йылдарҙағы ҡаты ҡоролоҡтар крәҫтиәндең тамам бәкәленә һуҡты – был хәлде тағы ла киҫкенләштерҙе. Тимәк, комплекстағы эште яйға һалыуҙың берҙән-бер юлы – инвестициялар йәлеп итеү. Әммә инвесторҙарҙы ерҙе ҡуртымға биреү ваҡытын оҙайтҡанда ғына йәлеп итергә мөмкин. Тик шул саҡта ғына эре эшҡыуарҙар ауыл хужалығы производствоһына инвестициялар һалыу тураһында ҡыҙыҡһыныр ине. Был фекерҙе БР Президенты Р.З. Хәмитов күптән түгел үткән кәңәшмәлә лә әйткәйне.

16 декабрҙә муниципаль район хакимиәтенең конференц-залында үткән кәңәшмәлә тап ошо хаҡта һүҙ барҙы. Унда БР ауыл хужалығы министры А.С. Йыһаншин, муниципаль район хакимиәте башлығы Р.Р. Сәйетов, “СИТНО” компанияһының (Магнитогорск ҡалаһы) генераль директоры П.А. Журавский, ауыл хужалығы идаралығы, милекселек менән идара итеү комитеты, башҡа ведомстволар етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты. Кәңәшмәлә район биләмәһендә “СИТНО” маркаһы аҫтында агрохолдинг компанияһы төҙөү мөмкинлеге тикшерелде.
 
| | Комментарийҙар (0) | Уҡырға
 

Уҡымлылар
» » Хаҡ һәм нахаҡ
» Һуғыш балалары. Дети войны
» Ҡасан һүҙҙән эшкә күсербеҙ?
» Максим Шевченко о Фанзиле Ахметшине 04.02.2012

«Урал» фонды

«Киске Өфө» гәзитенең сайты

«Bashqort.Com»









Сайт үҫешенә ярҙам

Яндекс.Деньги

41001328785603

WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094

Башҡортостаным
яңылыҡтары
Гугл фирмаһы студенттарға 150 мең һум грант тәҡдим итә!

Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Google'дың “Код йәйе” программаһы (Google Summer of Code) миллион код юлын булдырыр өсөн үҙ ...

«Беҙгә революция кәрәкмәй!»

Алдан күҙалланғанса, шәмбелә Рәсәй төбәктәрендә митингылар уҙҙы. Был сараның иң ҙуры, ...

Сара күрмәһәң...

Ниһайәт, ябай халыҡтың мөрәжәғәттәрен ҡарамаған юғары власть даирәләрендәге етәкселәр ...

Һауа бысранмаһын өсөн

Атмосфераға зарарлы ҡалдыҡтар сығарыусы заводтарға хәҙер күҙәтеү датчиктары ҡуйыласаҡ. Был ҡорамал ...

«Тарихҡа таянып эш итергә кәрәк!»

БР Фәндәр академияһы хеҙмәткәре Урал Кәримов, тарих яңылышлыҡтарҙан һаҡлай ала, тип иҫәпләй Тарихҡа ...

Өфө сит ил ҡунаҡтарын ҡаршылауға әҙерләнә

«i» билдәһе булған «Өфө-матбуғат» киоскыларын күрһәгеҙ, бер ҙә аптырарға түгел – улар сит ил туристарына ...

Урта белемгә ихтыяжды арттырыу көтөлә

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов урта профессиональ белем биреүҙе үҫтереүгә арналған кәңәшмә ...


Һорау

Әйе
Юҡ



Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
© 2009-2010 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
Хаттар һәм мәҡәләләр komartky@mail.ru; temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.