Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Шаҡай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
 

     
 
» Һуғыш балалары. Дети войны
25-01-2012, 04:59 | Хоҡуҡ | автор: Фарит | Уҡылды: 663
Быйыл һуғыш башланыуға 71, бөтөүөнә 67 йыл тула. 9 май көнө йыл һайын илебеҙҙә байрам, хөкүмәтебеҙ еңеүсе-ветерандарыбыҙҙы (ғаиләләрен) тәбрикләй. Бар әле улар – ветерандар. Ҡыҙыл майҙандағы парадты ҡумтанан ҡарап ултырһаң, типһә тимер өҙөрлөк ветерандар кендегенә хәтлем орден-миҙалдар тағып, текә ултыралар трибуналарҙа. «Ысынлап та былар һуғышта булдымы икән?» - тигән һорау тыуа ирекһеҙҙән.
Парадтар, ҡотлауҙар, бүләктәр, иғтибар һәм ихтирам…
Бөтә ил тантана итә. Бөйөк еңеү…
Тик һуғыш балалары ғына йәтим. Һәр ваҡыт йәтимдәр.
Минең атайымдың атаһы ла, ағаһы ла һуғышта һәләк булғандар. Әнейемдең атаһы, фин һуғышынан ҡайтып, 7 ай ғына ҡатыны, ҡыҙы менән йәшәп өлгөрә лә, һуғыштың беренсе көнөнән яу яланына китә. Кире әйләнеп ҡайтмай. Иҫтәлеккә унан бер кәртишкәһе генә бар. Күп йылдар эҙләп тә, олатай ҡайҙа һәләк булғанын таба алмайбыҙ. «Никто не забыт, ничто не забыто», имеш.
Һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан яугирҙәрҙең ғаиләләре атайлы-арҡалы булып йәшәйҙәр. Аталары хөкүмәттән алған иғтибар: төрлө путевкалар, автомашиналар, фатирҙар, аҡсалата ярҙамдар, льготный телефон үткәреү, магазиндарҙан дефицит тауарҙар, башҡалары.
Инде ветерандарҙың балалары түгел ейән-ейәнсәрҙәре фатир алырға, йә барын киңәйтергә өлгәшкәндәр бар бит.
Бер оятхыҙ ветеран ҡалала райондан районға балаһынан балаһына пропискаға күсеп фатирҙар алғаны булды.
Ә «дети войны»ларға нимә? Юғарылағыларҙан берәй нәмә төштөме, хөкүмәт йәтимдәргә ҡарата ғәҙел булдымы? Юҡ. Гүйә, улар үҙҙәре ғәйепле - аталары яу яландарында ваҡытһыҙ үлеп ятмаһындар.
Бер ваҡыт - ил президенты халыҡ менән «тура бәйләнеш»тәргә инеп, төрлө һорауҙарға яуап бирә башлаған мәл ине - шул саҡ минең әнейем «дети войны»лар тураһында һорау бирҙек. Матди ҡыҙыҡһыныу өсөн түгел, ғәҙеллек өсөн. Яуап булманы.

Был һүҙҙәрем һуғыштан иҫән ҡайтҡан бар яугирҙарҙы бер ҡалыпҡа һалыу түгел. Артыҡ күреп, тәҡдим ителгән уңайлыҡтарҙан баш тарта белгән, бер ниндәй өҫтөнлөктәргә дәғүә итмәгән өлкән ҡайным һымаҡтар ҙа әҙ булмағандыр.
 
 (голосов: 1)
| | Комментарийҙар (1) | Баҫтырырға
 
Хөрмәтле ҡунаҡ, һеҙ сайтҡа теркәлмәгән ҡулланыусы булып индегеҙ. Теркәлеү үтеп үҙ исемегеҙ менән инергә тәҡдим итәбеҙ!

Оҡшаш яңылыҡтар:

  • Бөйөк Еңеүгә – 65!
  • Кәримов Шәйәхмәт Муллахмәт улы
  • Уралым бөркөттәре…
  • Әсә йәнен ҡыйыусылар, йәки Буштан килгән фатир менән һынап ҡарау
  • Ояттың сиге юҡ!


  •  

    #1 яҙҙы: Гузаль С. (2 шаҡай 2012 11:43)

    Фәрит! Илсур ни хәлдә? Ҡайҙа юғалды ул? Сәләм әйтегеҙ уға! Аллаһ ярҙамынан ҡалдырмаһын инде, бөркөт булмышлы егетебеҙҙе.

    Мәғлүмәт
    Гости, комментарийҙар яҙып ҡалдыра алмай.
    Уҡымлылар
    » » Ташланған ҡурсаҡ хәлендә ҡалма
    » Һуғыш балалары. Дети войны
    » Ҡасан һүҙҙән эшкә күсербеҙ?
    » Максим Шевченко о Фанзиле Ахметшине 04.02.2012
    » Әгәр мин ир булһам (башҡорт ире була инде)
    » Башҡорт батыры... донъя чемпионы титулына дәғүә итә
    » Ҡәйнәм, сәй бөттө!..

    «Урал» фонды

    «Киске Өфө» гәзитенең сайты

    «Bashqort.Com»









    Сайт үҫешенә ярҙам

    Яндекс.Деньги

    41001328785603

    WebMoney
    WMR - R899645810496
    WMZ - Z253733002314
    WME - E370128276094

    Башҡортостаным
    яңылыҡтары
    Ҡоймаҡтан ауыҙ ит һәм баланы ҡотҡар!

    20-26 февралдә Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Пермдә Масленница байрамына ҡарата «Тормош юлы» ҡаты сирле ...

    Күңел таҙалығы

    Күпте белгән изге күңелле ҡарт йәшәгән. Ул һәр көн һайын бейек тау башына менеп, ҡаланы өҫтән ...

    Республика башлығына көнүҙәк һорауҙар менән – туранан-тура

    Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Вся Уфа” телеканалы аша халыҡ менән аралашты Тура эфирҙа ике сәғәт дауамында Президент ...

    Майһыҙ диета

    Ҡаймаҡҡа сабата бол­ға­һаң да, тәмле була, тип йыш ҡабатлай бер танышым. Шулай инде, майлап-ҡаймаҡлаһаң, бар ри­зыҡ та ...

    Иң көслө уҡытыусы 83-сө лицейҙан!

    Өфө ҡалаһында уҡытыусылар профессиональ оҫталыҡҡа көс һынашты Уҙған аҙнала баш ҡаланың иң яҡшы ...

    Беҙҙә йәштәр һайларға әҙер

    Мәләүез ҡалаһында йәш һайлаусылар менән эш яуаплы алып барыла. Ошо көндәрҙә ҡаланың 3-сө гимназияһында ...

    Өс һөйләм менән

    17 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Октябрьский ҡалаһында булды. Төбәк башлығы 1-се ...


    Һорау

    Әйе
    Юҡ



    Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
    © 2009-2010 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
    Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
    Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
    Хаттар һәм мәҡәләләр komartky@mail.ru; temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.