Календарь
« Шаҡай 2012 »Д Шш Шр К Й Шб Йш 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29
» Һуғыш балалары. Дети войны
25-01-2012, 04:59 | Хоҡуҡ | автор: Фарит | Уҡылды: 586
Быйыл һуғыш башланыуға 71, бөтөүөнә 67 йыл тула. 9 май көнө йыл һайын илебеҙҙә байрам, хөкүмәтебеҙ еңеүсе-ветерандарыбыҙҙы (ғаиләләрен) тәбрикләй. Бар әле улар – ветерандар. Ҡыҙыл майҙандағы парадты ҡумтанан ҡарап ултырһаң, типһә тимер өҙөрлөк ветерандар кендегенә хәтлем орден-миҙалдар тағып, текә ултыралар трибуналарҙа. «Ысынлап та былар һуғышта булдымы икән?» - тигән һорау тыуа ирекһеҙҙән. Парадтар, ҡотлауҙар, бүләктәр, иғтибар һәм ихтирам… Бөтә ил тантана итә. Бөйөк еңеү… Тик һуғыш балалары ғына йәтим. Һәр ваҡыт йәтимдәр. Минең атайымдың атаһы ла, ағаһы ла һуғышта һәләк булғандар. Әнейемдең атаһы, фин һуғышынан ҡайтып, 7 ай ғына ҡатыны, ҡыҙы менән йәшәп өлгөрә лә, һуғыштың беренсе көнөнән яу яланына китә. Кире әйләнеп ҡайтмай. Иҫтәлеккә унан бер кәртишкәһе генә бар. Күп йылдар эҙләп тә, олатай ҡайҙа һәләк булғанын таба алмайбыҙ. «Никто не забыт, ничто не забыто», имеш. Һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан яугирҙәрҙең ғаиләләре атайлы-арҡалы булып йәшәйҙәр. Аталары хөкүмәттән алған иғтибар: төрлө путевкалар, автомашиналар, фатирҙар, аҡсалата ярҙамдар, льготный телефон үткәреү, магазиндарҙан дефицит тауарҙар, башҡалары. Инде ветерандарҙың балалары түгел ейән-ейәнсәрҙәре фатир алырға, йә барын киңәйтергә өлгәшкәндәр бар бит. Бер оятхыҙ ветеран ҡалала райондан районға балаһынан балаһына пропискаға күсеп фатирҙар алғаны булды. Ә «дети войны»ларға нимә? Юғарылағыларҙан берәй нәмә төштөме, хөкүмәт йәтимдәргә ҡарата ғәҙел булдымы? Юҡ. Гүйә, улар үҙҙәре ғәйепле - аталары яу яландарында ваҡытһыҙ үлеп ятмаһындар. Бер ваҡыт - ил президенты халыҡ менән «тура бәйләнеш»тәргә инеп, төрлө һорауҙарға яуап бирә башлаған мәл ине - шул саҡ минең әнейем «дети войны»лар тураһында һорау бирҙек. Матди ҡыҙыҡһыныу өсөн түгел, ғәҙеллек өсөн. Яуап булманы. Был һүҙҙәрем һуғыштан иҫән ҡайтҡан бар яугирҙарҙы бер ҡалыпҡа һалыу түгел. Артыҡ күреп, тәҡдим ителгән уңайлыҡтарҙан баш тарта белгән, бер ниндәй өҫтөнлөктәргә дәғүә итмәгән өлкән ҡайным һымаҡтар ҙа әҙ булмағандыр.
» "Һәүәнәк"тең мөлкәтенә кем хужа?
30-07-2011, 21:29 | Хоҡуҡ | автор: Ilsur | Уҡылды: 742
Темәс халҡы ситтәргә һыр бирмәҫкә тырыша
Кисә иртә менән Баймаҡ районындағы Темәс ауылының «3-сө ферма» тип йөрөтөлгән биҫтәһендә халыҡ гөж килде. Биҫтәнең элекке контораһы янында 15-ләгән машина, 50-ләгән кешенең йыйылыуының сәбәбе – «Һәүәнәк» совхозының мал көтөү һарайҙары, ток һәм быға хәтлем урланып-һатылып бөтмәгән ҡалған мөлкәтен аҡтарып алып ҡайтыу маҡсаты менән Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһынан Валентина Ладыгина исемле шәхси эшҡыуарҙың килеүе.
2009 йылда үткән, совхоздың бер генә вәкиле лә белмәй ҡалған йәшерен судтың ҡарарын тотҡан эшлекле ханым бер үҙе генә түгел ине – Закон әфәндегә таяныуын дәлилләп, суд приставтарын эйәрткәйне. Ул ҡағыҙ буйынса, йәнәһе, В. Ф. Ладыгинаға ҙур партия цемент өсөн бурыслы ҡалған сит идарасылар (Исаян, Тулыбаев, Рәжәпов), бурыстарын түләп бөтмәү сәбәпле, уға совхоздың әҙме-күпме хаҡы булған мөлкәтен тапшырырға тейеш.
Ләкин Темәс ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Камалитдинов Бикйән Таңатар улының ҡулындағы документ – 2011 йылғы суд ҡарары телгә алынған идарасыларҙың был милеккә бер ниндәй хоҡуҡтары булмауын раҫлай.
Шуға ҡарамаҫтан, Ладыгина Суд приставтары федераль идаралығының Баймаҡ район-ара бүлеге хеҙмәткәрҙәре ярҙамында үҙ яғын ҡайыра – ике йыл элек сығарылған ҡарарға берәү ҙә протест белдереп мөрәжәғәт итмәгән, тимәк, был документ көсөндә ҡала.
Суд приставтары ла ябай халыҡтың ярһыу сығыштарына бер генә яуап ҡайтара: «2009 йылғы суд ҡарарын ғәмәлгә ашырыуҙы кисектереү тураһында ҡарарығыҙ булырға тейеш». Уныһы иһә темәстәрҙә әлегә юҡ, тейешле документтар әҙерләнә.
Туҡтағыҙ әле, хөрмәтле көтөлмәгән ҡунаҡтар. Ә һуң ул судтың булыуы хаҡында ауылда кем белгән? Совхозды сит идарасылар ҡулына биреү, совхозды банкрот тип таныу, уны һатыу буйынса аукцион хаҡында сит өлкә гәзитендә генә иғлан ителгән. Райондың элекке етәкселеге аукционды ситтә үткәргән. Ҡыҫҡаһы, ерле халыҡ бер ни ҙә белмәй ҡалды.
- Төҙөк базаларҙың бер кило ла металлоломлыҡ тимере, бер кирбесе лә ситкә сыҡмаясаҡ! - тип белдерҙе ҡапылғара йыйылған сходта ҡатнашыусылар.
Ваҡытында мөһим ваҡиғаларҙан ситтә ҡалған халыҡ хәҙер инде бер нигә ҡарамай үҙ тип күргән мөлкәтен яҡларға әҙер.
- Күп алдандыҡ, етте. – ти Темәс ирҙәре. – Үҙебеҙҙә лә совхозды тергеҙеп эшләрлек, халыҡҡа эш урыны бирерлек ир-егеттәребеҙ бар.
Райондың яңы башлығы И. Х. Ситдыҡовтың ҡарары буйынса, әлеге ваҡытта Баймаҡ районында данлыҡлы «Һәүәнәк» совхозын тергеҙеү буйынса инициатив төркөм эшләй. Ул саҡта эшһеҙ интеккән, Себергә йә башҡа сит ергә китеп, күп осраҡта алданып, бушлай бил бөгөп әрәм булған күпме ир-егеттәребеҙгә үҙ ерендә эш буласаҡ.
Халыҡты еңеренә бик ныҡ ышанған ҡатын Баймаҡтан йәнә бер машина суд приставтарын ярҙамға саҡыртты. Улары «һә» тигәнсе килеп тә төштө. Погонлы кешеләрҙең күбәйеүе халыҡты тағы ла ярһытып ебәрҙе.
4 сәғәткә яҡын барған тартҡылашыуҙан һуң Ладыгина, суд приставтары машинаһына ултырып, Баймаҡҡа юл тотто. Ишетеп белеүебеҙсә, ул әлегә был тарафтарҙан Ырымбурға ҡайтырға ашыҡмай – мөлкәтте алыу өмөтөн юғалтмаған.
Уттай эш ваҡытында ауыл халҡына тағы ла совхоз мөлкәтен яҡлап сығаһы бар әле…
Илсур Ирназаров, Темәс ауылы. 30.07.11
Белешмә өсөн: 2001 йылда «Һәүәнәк» совхозының 14 мең гектарҙан ашыу һөрөнтө ере була, 6750 гектар иген, 5748 гектар мал аҙығы культуралары сәселә. Эре мал – 3300, һауын һыйырҙары – 1150 башҡа етә. Йылына 24 918 центнер һөт, 2518 центнер ит етештерелгән. Хужалыҡтың 129 тракторы, 46 комбайны, 73 йөк машинаһы һәм бихисап ауыл хужалығы техникаһы була. Яңы тирмәне, һөт һәм һөт ризыҡтары етештереү буйынса мини-заводы бар ине, һәр бүлексәлә ашханаһы, МТС-тары, тимерлектәре эшләне.
» Аҫаба рухы. Ир намыҫы. Әсмуха сәй йәки Ниңә Ейәнсура районының Муйнаҡ ауылы халҡы Һыусыҡҡан шишмәһен ҡуртымға биреүгә ҡаршы?
25-11-2010, 21:30 | Хоҡуҡ | автор: Ilsur | Уҡылды: 607
Гәзитебеҙҙән айырылмаусы дуҫтарыбыҙҙың хәтерендәлер, моғайын: бынан ике йыл элек Ейәнсураға барып, Сураш батырҙың ҡәберенә зыярат ҡылыуыбыҙ хаҡында яҙғайным. Нимә этәрҙе икән Бөрйән ырыуы батыры Сурағолдо 63 йәшендә яу сабырға, алған яралары сәбәпле тыуған еренә лә ҡайтып етә алмай, Үҫәргән ерендә вафат булып ҡалырға? Шул, башҡорттоң быуаттан-быуатҡа һуҙылған ғәме инде: мал да, дан да түгел, ә бары тик, тыуған илем, тыуған еремде яттар тапамаһын, тигән теләге. Ҡара әле, Сураш батырҙың Брагиндың башына етеп, артынса үҙе лә Аллаһ хозурына күсеүенә өс быуатҡа яҡын ваҡыт уҙһа ла, башҡорттоң ғәме үҙгәрмәй икән, үҙгәрмәгәс. Был юлы ла юлға сығыуыма шул, ерем, илем, тип янып-көйөүсе башҡорттар сәбәпсе булды. Ейәнсура районының Муйнаҡ ауылы шишмәһен һатырға йөрөйҙәр, тигән хәбәрҙе, дөрөҫөн әйткәндә, редакция заданиеһынан алда уҡ ишеткәйнем. Кеҫә телефоны, интернет заманы бит, нихәл итәһең. Төрөп тоттороп ебәрә торған әйбер түгел былай, әммә... Ауылдың оло быуын вәкилдәре Ишбулат Абрал улы Ҡунаҡбаев, Таһир Әфтәх улы Йосопов, Сөләймән Әбделғәфәр улы Хәлитов менән ауыл хакимиәтендә осрашып танышҡас, улар мәсьәләнең айышын асып һалды.
Таһир Әфтәх улы ЙОСОПОВ: – Ауылыбыҙҙан 6 километр ситтәрәк Һыусыҡҡан шишмәһе ағып ята. Һыуын бидон менән ултыртып ҡуйһаң да боҙолмай, шишмә үҙе ҡышын да туңмай. Был шишмә менән урыҫтар ҙа ныҡ ҡыҙыҡһына: үткән быуаттың 70-се йылдарында күрше Ырымбур өлкәһе етәкселеге кимәлендә шишмә урынлашҡан биләмәне үҙҙәренә алып, урынына икенсе территорияларын бирергә тип тәҡдим яһанылар. Әле лә, христиандар, уларҙың руханиҙары шишмә һыуын «изге һыу» тип атап, үҙҙәренең ғибәҙәт йолаларында ҡулланалар. Былар ныҡ «эҫенеп» китмәһен тип, мосолман диненә лә кәрәкмәгән нәмә түгел икәнен аңлатып, шишмә янына, түбәһенә ярым ай ҡуйып, бер бәләкәй генә манара ишараты эшләп ҡуйҙыҡ. Аңланылар, буғай. Шишмәгә киләләр, берәү ҙә ҡамасауламай. Уның тирә-яғын ауыл, мәктәп, район һәм ауыл хакимиәте ярҙамында имән бағаналар менән уратып алдыҡ, килгән-киткәндәр ял итһен өсөн эргәһендә беседкалар, эскәмйәләр ҡуйҙырттыҡ.
2005 йылда шишмәне арендаға һорап йөрөүселәр табылғас, ауыл халҡы ҡырҡа ҡаршы сыҡты. Ауыл советы депутаттары уны ҡуртымға биреү, һатыу хаҡында артабан һүҙ ҡуҙғатмаҫҡа, тигән ҡарар сығарҙы. Тирә-яғын тәртиптә тотоу ауыл мәктәбенә йөкмәтелде, һәм был юҫыҡта шул ваҡыттан эш туҡтатылманы: бағаналарын да ултырттыҡ, һайғау менән уратып, сүп-сарын йыйыштырып торҙоҡ.
Быйыл шишмәнең кәртәһе эсендә кемдер өсәр метрлыҡ ҡарағай үҫентеләре алып килеп ултыртып сыҡҡас, күңелгә шик инде. Берәйһе һатып алырға итәме икән, тип уйланыҡ. Шулай булып сыҡты ла: район гәзитенең 25 сентябрҙәге һанында «Арендаға ерҙәр» тигән рубрика аҫтында шишмәне һәм тирә-яғындағы 4800 кв. метр майҙан ерҙе арендаға биреү хаҡында белдереү баҫылды. 1 октябрҙә Муйнаҡ ауылы клубында Ололар көнөнә арналған кисә уҙҙы. Ауыл хакимиәте ойошторған кисәне беҙ рәсми йыйылышҡа әүерелдерҙек. Рәйесе итеп Ишбулат Ҡунаҡбаев, сәркәтибе итеп Сөләймән Хәлитов һайланды, көн тәртибендә шишмәне арендаға биреү мәсьәләһен күтәреп сыҡтыҡ. Йыйылыусы 52 кеше был аренда идеяһына ҡаршы булыуы хаҡында мөрәжәғәткә ҡул ҡуйҙы. Ауыл хакимиәте башлығы Ирәндек Иҙел улы Әбделғужинға, был ни эшең, тип һорау биргәс, ул үҙенең ҡыҫылышы юҡлығын белдерҙе. Әммә бер нисә көндән һуң, ауыл советы депутаттарын йыйып, кәңәшләшеп-нитеп тормайынса, Ирәндек ҡусты арендаға рөхсәт ҡағыҙы биргән. Шулайтып, ауыл хакимиәте башлығы үҙе 2005 йылда депутаттар йыйылышында ҡабул иткән шишмәне һатмау, арендаға бирмәү хаҡындағы ҡарарҙы боҙҙо.
» Һуңғы сик
9-07-2010, 13:34 | Хоҡуҡ | автор: Ilsur | Уҡылды: 745
Сер түгел, беҙҙең илдә аҡсаң булһа күп нәмәне һатып алып була: балалар баҡсаһында сабыйығыҙға урын, дауаханала яҡшы палата, «ҙур аҡса»лы эш урынын, юғары уҡыу урынына инер өсөн ярҙам, депутат мандатын, хатта әҙәм йәнен ҡыйыусылар кәрәкле кешеләргә етерлек аҡса биреп иректә тороп ҡала ала. Ришүәт алыу, ришүәт биреү - Рәсәйҙә киң таралған ғәҙәти хәл. Ошо ғәҙәтте яҡшы үҙләштергән әҙәмдәр бер ниндәй сик алдында туҡтап тормай, улар өсөн иман да, хоҡуҡ та, намыҫ та юҡ. Баймаҡ ҡалаһында кәрәк кешеләрҙе майлап, юлын табып, әзербайжандар «Баймаҡ-ит» ойошмаһына хужа булып алғандар. Баймаҡ районы, күрше райондар буйлап йөрөп халыҡты төрлөсә алдап, ҡайһы саҡ ҡурҡытып, ит йыйып, шуны баҙарҙарҙа һата. Барыһы ла йөрөгән сит ил машиналарына, йәшәгән ҡупшы йорттарына ҡарағанда, бик етеш кенә йәшәп яталар әзербайжандар.
Ә ябай ауыл кешеһе, күп көс түгеп аҫраған хәләл малының тейешле файҙаһын күрмәй, ошо әҙәмдәрҙән күрәләтә алданып, кәмһетелеп тороп ҡала.
Әйтергә кәрәк, үҙҙәренең хәленә ышанып, ерле халыҡ менән бәхәс-фәлән ҡупҡан ерҙә был ҡунаҡтар: «Беҙҙең менән тартышып маташмағыҙ, түрәләрегеҙ, милицияларығыҙ һатып алынған. Беҙгә бер ни зыян булмай…», - тип маһайып янайҙар. Быныһына ышанмай ҙа булмай, сөнки нисек сит илдән килеп, прописка, башҡа төрлө документтарһыҙ-ниһеҙ ит комбинаты хәтлем ойошмаға хужа булмаҡ кәрәк?!
» Халыҡты халыҡ иткән – ер һәм тел
8-07-2010, 18:02 | Хоҡуҡ | автор: Ilsur | Уҡылды: 638
Әле генә III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтте. Башҡортом, илем, телем тип янып йәшәгән милләттәштәребеҙ Ер шарының төрлө мөйөштәренән гүзәл төбәккә – Башҡортостаныбыҙға, баш ҡалабыҙға оло ҡорға йыйылды. Бөгөнгө заманда башҡортто борсоған иң көнүҙәк проблемалар уртаға һалып тикшерелде, уларҙан сығыу юлдары билдәләнде. Унда беҙҙең райондан бөтәһе 23 делегат ҡатнашты. Ошо көндәрҙә беҙ ҡоролтай делегаттары – Баймаҡ ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Х.Х. Сөләймәнов, үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы М.И. Ғүмәров, үҙәк ҡала дауаханаһы врачы Л.Т. Ғайсина, Темәс ауылынан «Баймаҡ урманы» ДУП-ының сауҙа һәм тәьминәт буйынса менеджеры Р.М. Арсланов, 4-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы А.Ә. Сирбаева, 3-сө мәктәптең математика уҡытыусыһы Ф.М. Мырҙабаеваны «түңәрәк өҫтәл»гә саҡырып, әңгәмә ҡорҙоҡ. –Хөрмәтле ҡунаҡтар! Бөгөнгө һөйләшеүҙе ҡоролтай эшенән алған тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашыуҙан башлайыҡ.
Хәлит Хәмзә улы, тәүге һорауҙы һеҙгә бирмәксемен. Һеҙ быға тиклем үткән II Ҡоролтай делегаты булараҡ, быйылғы Ҡоролтайҙың айырмалы яҡтары тураһында ниҙәр әйтә алаһығыҙ?
Хәлит Хәмзә улы: Һәр Ҡоролтайҙың үҙ бурысы, үҙ маҡсаты бар. Миңә сағыштырыу мөмкинлеге булғас, шуны әйтеп үткем килә: ысынлап та, II Ҡоролтайға әле яңы тойола башлаған унитар тенденциялар, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда кисерелгән демографик көрсөк менән килдек. Ул һүлпәнерәк үткән һымаҡ тойолғайны миңә. Шулай уҡ Ҡоролтайҙар араһы оҙаҡҡараҡ һуҙылды, тип уйлайым. Әлеге Ҡоролтай ойошҡанлы булыуы һәм халыҡтың берҙәмлеге менән айырылып торҙо. Республика етәкселегенең һәм халыҡтың көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүҙә берҙәм ынтылышта булыуы хуплауға лайыҡ. Был юлы Ҡоролтайҙың оло бер байрамға, тантанаға әйләнмәй, эшлекле шарттарҙа, ябайыраҡ үтеүе бик оҡшаны. Шулай уҡ Ҡоролтай рәйесенең йәш, эшлекле һәм рухлы булыуы, көслө сығышы беҙҙең күңелдәрҙә лә киләсәккә ышаныс уятты.
Дөйөм алғанда, йыйындың эстәлеге лә бик көслө булды, алға ҡуйылған бурыстар үтәлеренә ышанам, III Ҡоролтайҙы ҡыйыу һәм ышаныслы шарттарҙа үтте, тип әйтә алам һәм сираттағы ҡоролтайҙы артыҡ һуҙмайынса үткәреү беҙҙең проблемаларҙы ваҡытында хәл итеп барырға булышлыҡ итәсәк.
» Тупраҡ башҡорт бәхетелер, йәки Ер тигән тәхеттең хужаһы булайыҡ
30-04-2010, 11:12 | Хоҡуҡ | автор: Ilsur | Уҡылды: 627
Уҙған аҙнала III Бөтөн донъя ҡоролтайына арналған саралар планына ярашлы, "Башҡортостан Республикаһының яңы иҡтисади үҫеше шарттарында ер менән файҙаланыу проблемалары" тигән түңәрәк ҡор уҙғарылды. Ошо мәртәбәле ҡорҙо ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты ағзаһы Динир Әхмәтйәнов алып барҙы, ә фекер алышыуҙа БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Илдар Әминев, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы Секретариатының мониторинг, системалаштырыу һәм кодификация бүлеге мөдире Шамил Мөхәмәтдинов, БР фәндәр академияһының Ижтимағи-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты директоры Рим Вәлиәхмәтов, ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты ағзаһы Иршат Аҫылғужин, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Закирйән Ғатауллин, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зифҡәт Сәйетғәлиев һәм башҡа белгестәр ҡатнашты.
Башҡорт халҡының үҙ теленә, диненә һәм төйәк иткән еренә мөнәсәбәте уның булмышында, донъяға ҡарашында, йәшәйеш ҡанундарында асыҡтан-асыҡ сағыла. Күп быуаттар дауамында һаҡлана килгән аҫабалыҡ хоҡуғы Уралға һәм уның тирәләй йәйрәп ятҡан икһеҙ-сикһеҙ ерҙәргә хужа булған башҡорт халҡының азат һәм бойондороҡһоҙ рухын һаҡлаусы фактор булыуына шик юҡ. Тап шуның өсөн үҙ еренән мәхрүм ҡалған милләттәштәребеҙ төшөнкөлөк һәм фәҡирлек ҡапҡанына эләгә лә инде. Заман менән бергә тарих та үҙгәреп тора, әммә уның ҡабатланған мәлдәрендә элекке хаталар замандаштарыбыҙға һабаҡ булһын ине. Бөгөн ергә хоҡуҡ мәсьәләһе яңынан халҡыбыҙ киләсәген билдәләүсе иң әһәмиәтле проблемаларҙың береһенә әйләнде.
Сәйәси һәм иҡтисади үҙгәрештәр ауылдарҙа көн итеүсе ватандаштарыбыҙға элегерәк төшөбөҙгә лә инеп сыҡмаған мөмкинлек - билдәле сиктәрҙә ер биләү, уның ысын хужаһы булыу хоҡуғын бирҙе. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе хосусилаштырыу ауыл халҡын ысын мәғәнәһендә ерле халыҡ, тип нарыҡларға нигеҙ бирә. Был процесс Рәсәй Федерацияһы субъекттарында уҙған быуаттың 90-сы йылдарында уҡ башҡарылһа ла, ерҙе хосусилаштырыу буйынса тейешле хоҡуҡи-норматив база булмауы сәбәпле, Башҡортостанда ул 2006 йылда ғына ғәмәлгә ашырыла башланы. Әлбиттә, был башҡа төбәктәрҙә күҙәтелгән етешһеҙлектәрҙе булдырмау, ауыл хужалығын байтаҡ ҡына ваҡыт арауығында билдәле бер кимәлдә тамам тарҡалыуҙан һаҡлап ҡалыу йәһәтенән бик уңайлы булды. Әммә ерҙе хосусилаштырыуҙы бик оҙаҡҡа һуҙыуҙың ауыл хужалығын заманса үҙгәртеп ҡороу, яңы иҡтисади мөмөкинлектәрҙе файҙаланыу өсөн үтеп сыға алмаҫлыҡ кәртә булыуы ла билдәле. Тап шуның арҡаһында файҙаланылмай ятҡан ауыл хужалығы ерҙәре самаһыҙ күбәйеп китте.
» Үтәләме беҙҙә «Тел тураһында закон»?
5-04-2010, 09:52 | Хоҡуҡ | автор: Ilsur | Уҡылды: 734
Башҡортостаныбыҙҙа «Тел тураһында закон» күптән ҡабул ителде. Закон буйынса тиң хоҡуҡлы дәүләт телдәре булып туған телебеҙ һәм урыҫ теле торалар. Ошо закондан ике статьяһын уҡырға тәҡдим итәм. Закон Республики Башкортостан от 15 февраля 1999 г. N 216-з "О языках народов Республики Башкортостан" ************************************************** Глава IV Использование языков народов Республики Башкортостан в деятельности государственных органов, организаций Республики Башкортостан Статья 14. Использование языков в официальном делопроизводстве 1. На территории Республики Башкортостан официальное делопроизводство в государственных органах, организациях ведется на государственных языках Республики Башкортостан. Порядок использования языков в официальном делопроизводстве определяется законодательством Республики Башкортостан. 2. Тексты документов, а также бланков, печатей, штампов, штемпелей и вывесок с наименованиями государственных органов, организаций оформляются на государственных языках Республики Башкортостан. Был статьялар, тимәк закон тулыһынса, үтәләме? Юҡ! Үтәлмәй! Һүҙемде нығытып үткән быуат башында ошо уҡ закон үтәлешен бер фотокүсермә миҫалында күрһәтәм. Был «Похозяйственная книга» бите. Күреүегеҙсә бар яҙыуҙар ике телдә, нөктәһенә хәтлем. Латин графикаһында ҡайһылай аңлайышлы итеп туған телебеҙҙә яҙылған яҙмалар. Бөгөн ошоноҡо кеүек кириллицала яҙылған бланк-фәләндәрҙе күргәнегеҙ бармы? Юҡ, күргәнегеҙ юҡ! Анһатҡа хәҙер күскән хөкүмәт, документтың «кәпәсендә» ике телдә әҙер бер яҙма ҡуяларҙа эш бөттө. Закон ошоноң менән үтәлә, имеш. Бөтә бланк, журнал, башҡа документ-ҡағыҙҙар ике телдә булырға тейеш. Закон ошоно талап итә!
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
Һорау
Сайтты файҙалы табаһығыҙмы?