Календарь
« Шаҡай 2012 »Д Шш Шр К Й Шб Йш 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29
» Руслан Айсин: “Фәнзил Әхмәтшинне кулга алу – Мәскәү эше”
4-12-2011, 11:15 | Ислам | автор: Ilsur | Уҡылды: 2542
Татар яшьләре форумы рәисе Руслан Айсин башкорт яшьләре берлеге җитәкчесе, башкорт корылтае рәисе урынбасары Фәнзил Әхмәтшинне кулга алу уңаеннан мөрәҗәгать белән чыгарга кирәк дип белдерә. Фәнзил Әхмәтшин наркотиклар контрабандасында катнашуда гаепләнә. Руслан Айсин Уфада барган сәяси вакыйгалар турында “Татар заманы”на интервью бирде.
Татар заманы: Бөтендөнья башкортлары корылтае рәисе урынбасары Фәнзил Әхмәтшинне Уфа аэропортында кулга алу провокацияме, яңа сәяси борылышмы? Руслан Айсин: Беренчедән, бу провокация. Икенчедән, Башкортстандагы силовикларның алып барган эшләрнең дәвамы. 2010 елдан башлап ФСБ Башкортстандагы башкорт, мөселман хәрәкәтендә катнашучыларга каршы провокацияләр оештыра. Мисал өчен, Айрат Динмөхәммәтовны утырту. Аларга йә наркотиклар, йә корал тыгалар. Берия әйтмешли, кешесе булса, гаепләү өчен статья табылыр. Анда да шул ук хәл. Хәзер башкорт лидерларын эзәрлеклиләр, чүплиләр. Шуны әйтергә кирәк, башкорт хәрәкәте бик радикал. Шуңа күрә аларның проблемалары да күп. Ләкин Башкортстанның, башкорт халкының мәнфәгатләрен Мәскәү каршында яклап торалар. Аларның каршы көрәшнең сәбәбе шунда.
Татар заманы: Рәсми оешма кешесендә наркотик табып, аны кулга алу Мәскәүнең Башкортстан хакимиятенә каршы алып барган эшеме? Бу Хәмитов, Рәхимовка каршы көрәшме? Руслан Айсин: Элекке президент Мортаза Рәхимовка каршы кампания башланыр алдыннан Мәскәү Башкорстандагы ФСБ, Суд, МВД җитәкчеләрен алыштырды. Шуннан Башкортстаннң сәяси статусын яклаучы шәхесләрне тенти башладылар. Ягъни Башкортстанның яклаучысы калмады. Аннан соң Хәмитов килгәч тынычлык булып алды. Хәзер исә яңадан һөҗүм башланды. Димәк, бу президент Рөстәм Хәмитовтан кына тормый. Чөнки андагы татарлар фикеренчә, Хәмитов башкорт милләтчеләре белән уртак тел тапты, ул аларга ярдәм күрсәтә. Аннан Башкортстандагы халык та республика акчасының Мәскәүгә китүенә каршы. Менә шундый вәзгыятьтә башкорт корылтае рәисе урынбсары, яшьләр лидерын кесәсенә наркотик тыгып, шушылай әшәке рәвештә кулга алдылар. Фәнзил Әхмәтшинне кулга алу – Мәскәү эше.
» "Ваҡыт!" гәзитенә яҙылығыҙ
3-12-2011, 14:35 | Ислам | автор: Ilsur | Уҡылды: 254
"ВАҠЫТ!" гәзитенә яҙылыу тамамланыуға 3 аҙна ваҡыт ҡалды. Кемдәр әле яҙылмаған, өлгөрөп ҡалығыҙ. Шулай уҡ, туғандарығыҙға, таныштарығыҙға ла шылтыратып әйтегеҙ - яҙылһындар.
Ярты йылға - 150 һум, бер айға - 25 һум.
Башҡортостан каталогтарынан "Ваҡыт! Урал" тип эҙләргә.
Индексы - 1616 (йәки 01616).
Аллаһ һеҙҙән риза булһын! Рәхмәт!
» Суицид
24-11-2011, 14:01 | Ислам | автор: Ilsur | Уҡылды: 1283
Бөгөн генә Хәлисә Мөдәрисова һүҙҙәренә яҙылған "Балан" йырын тыңланым: "Ауыр саҡтар бик күп булыр, түҙергә кәрәк, балам!" - ниндәй тәрән мәғәнәле һүҙҙәр!
Ни генә булмаһын - түҙергә! Сабыр төбө - һары алтын; эсәгең өҙөлһә, эсеңдән ялға, тигән беҙҙең халыҡ. Бөгөн ауырлыҡтан сығыу юлы күренмәй икән - сабыр итегеҙ. Үҙегеҙҙән ауырыраҡ йәшәгәндәрҙән фәһем алығыҙ, шөкөр итегеҙ.
Үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары беҙ үҫкәндә лә әле һирәк күренеш булды. Дәһрилек күкрәп сәскә атҡан ваҡыт булһа ла, халыҡ элекке йолаларға, булмышҡа тоғро ине. Беҙҙең ауылда аҫылынып үлгән егетте борондан килгән ғәҙәт буйынса зыярат тышына ерләгәйнеләр. Ни өсөн зыярат тышына һуң? Сөнки үҙ-үҙенә ҡул һалыусы мосолманлыҡтан сыҡҡан, донъянан кафыр булып киткән тигәнде аңлата. Ә кафырға теге донъяла тамуҡтың иң ҡурҡыныс урыны мәңгелеккә тәғәйен.
Был ҡурҡыныс күренеш динһеҙлек һөҙөмтәһе лә ул. Аллаға ышанмаған кеше генә Ул бүләк итеп биргән ғүмерҙе өҙә ала. Ниндәй сәбәп менән быны эшләһә лә.
Һаманғаса әле ҡорал менән бәйле хеҙмәттәрҙә, ойошмаларҙа эшкә алғанда анкета тултырталар ҙа, туған-тыумасаһы араһында үҙенә ҡул һалғандар булмағанлығын тикшерәләр. Ундайҙар булһа, нәҫеле эштән ҡолаҡ ҡаға тигән һүҙ. Ни өсөн? Сөнки нәҫелдән килгән психик тотороҡһоҙлоҡ булыуы ихтимал. Ә кешегә бит ҡорал менән, сабырлыҡ, түҙемлек, һалҡын ҡанлылыҡ талап иткән шарттарҙа эшләргә кәрәк буласаҡ.
Уйлап ҡараһаң, ҡанбабаларыбыҙ беҙҙекенән күпкә ҡурҡынысыраҡ, аяуһыҙыраҡ замандарҙа йәшәгән, ә бит үҙенә ҡул һалмаған. Аслыҡ-яланғаслыҡ, һуғыштар, үләттәр ҡырған кешене, әммә үҙ теләге менән китеүселәр булмаған тиерлек. Белгәндәр – ундайҙарҙы мәңгелек тамуҡ көтә, унда иһә бындағы ауырлыҡтар, динебеҙ өйрәткәнсә, ожмах кеүек кенә тойолор. Тимәк, ауырлыҡтан ҡотолаһы урынға, тағы ла яманырағына эләгәсәктәр!
» Тиҙҙән хаж етә
5-10-2011, 08:39 | Ислам | автор: Ilsur | Уҡылды: 1531
Гүзәл Ситдиҡова
Ҡатын-ҡыҙға хажда кәрәкле булырҙай әйберҙәр: - Аҫтына целлофан яры тегелгән еңел намаҙлыҡ (ҡайҙа һалып уҡыһаң да еңел таҙартыу өсөн);
- синтепон аҫтарлы, көләпәрәле, төргәндә күп урын алмаҫлыҡ оҙон, еңел куртка йә пальто;
- дерматин табанса һалынған йөн ойоҡбаштар - тауаф һәм сәғи үткәндә ифрат уңайлы;
- тышы һыуланмаҫтай йоҡо һырмаһы;
- тәһәрәт алғанда еңен һәм балағын төрөп булырлыҡ йылы эске кейем;
- зәмзәм һыуы ташыр өсөн еңел, бәләкәй рюкзак;
- тауаф, сәғи ҡылғанда аяҡ кейеме, китаптар, доғалар, намаҙлыҡ һалып йөрөрлөк аҫмалы сумка йәки киндер тоҡсай;
- табаны йомшаҡ, түбән үксәле аяҡ кейеме, «сәпелдәк»;
- мамыҡ шәл (мин икене алғайным: береһен намаҙлыҡ аҫтына һалырға, йоҡлағанда аяҡҡа урарға, икенсеһен - иңгә, башҡа ябынырға);
- дөйөм ҡулланғанынан башҡа тәһәрәт таҫтамалдары. Үҙем бик уңайлы ураулы флизилин таҫтамалдар тотондом - һәйбәт йыуыла, тиҙ кибә, кәрәккән һайын яңыһын өҙөп кенә алаһың;
- тән йыуғысы, ныҡ һәм оҙаҡ аңҡымаҫ күҙ һабыны (ҡатын-ҡыҙ хажда хуш еҫле парфюмерия һәм һабындар ҡулланмаҫҡа тейеш), бер ҡулланыр шампундәр;
- аптечка: унда мамыҡ, бинт, марганцовка, зеленка, йод, аспирин, антибиотиктар, активланған күмер, лейкопластырь, БФ-6 елеме, аҡ шыршы майы (пихтовое масло), водород перекисы һалып алғайным. Гигиена әйберҙәрен әйтмәһәм дә онотмаҫтар. Оҙайлы ауырыулы кешеләр даими ҡулланыр дарыуҙарын ала;
- ныҡлы бау (кер элер, сумкаларҙы бәйләр һ. б. өсөн);
- энә, еп, бәләкәй ҡайсы, булавкалар;
- киптерелгән икмәк, бал, тоҙ, шәкәр ҡомо, тиҙ бешер туҡмастар, аштар, һарымһаҡ, ҡаҙылыҡ. Берәү хатта бәрәңге алып килгәйне;
- кәмендә 1 литрлыҡ кружка, һыу ҡайнатҡыс, ҡалаҡ, бәке, сәнске, сеүәтә, сынаяҡ.
Исемлекте ҡыш көнө хажға барырға йыйыныусыларҙы күҙ алдында тотоп төҙөнөм. Эҫе ваҡытта мотлаҡ ҡул сатыры (зонт) кәрәк була, тиҙәр.
» Нарыҫтауға барам тиеп, "нар"ға эләгеп ҡуйма!
2-07-2011, 12:37 | Ислам | автор: Ilsur | Уҡылды: 1549
"Киске Өфө" гәзитенең 24-се һанында (2011 йыл) "Сәхәбәләр – башҡорт ерендә" тигән мәҡәлә баҫылып сыҡҡан ине (быға оҡшаш мәҡәләләр бер ыңғайы бер нисә республика гәзитендә донъя күрҙе). Мәҡәләнән аңлашылыуынса, Башҡортостандың Миәкә районында урынлашҡан Нарыҫтауҙа Абдрахман ибн Зөбәйер менән Зөбәйер ибн Зәйд исемле сәхәбәләрҙең ҡәберҙәре табылған. Бынан алда ла ҡайһы бер ғилем әһелдәре, Башҡортостанға Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) сәхәбәләре ебәрелгән, тип әйткән икән. Мәҫәлән, Кипрҙағы Мөхәммәт Наҙим Хаҡҡани тигән суфый шәйехтең һүҙҙәре килтерелә: "Сәхәбәләрҙең ҡәберҙәрен эҙләп табып, тәрбиәләгеҙ, зыяраттар ҡылығыҙ, халҡығыҙға ошо мәғлүмәтте еткерегеҙ. Сәхәбәләрҙең рухтары ошо көнгә тиклем халҡығыҙҙың уяныуын көтә". Шулай уҡ, әйтер кәрәк, бынан ике йыл элек Башҡортостанда ҡайҙалыр Урал батыр ҡәберен дә тапҡайнылар. Ҡыҙык, ә уның күмелгән ерен кем әйтеп биргән икән?
Был "сәхәбәләр ҡәберенә" зыярат ҡылыу мәсьәләһенә асыҡлык индерер өсөн, тәүҙә, ислам динендә зыяраттарға ҡараш ниндәй булырға тейеш, тигән һорауға яуап бирәйек. Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) ҡушыуынса, ҡәберҙәргә барыу рөхсәт ителгән, сөнки улар кешегә Ахирәт тураһында иҫләтә. "Ҡәберҙәргә зыярат (барып күреү) ҡылығыҙ, сөнки улар һеҙгә Ахирәтте хәтерләтә", - тигән ул, ғаләйһиссәләм (Мөслим, Әбү Дауыт, Насаи, Тирмизи һ.б. хәҙис йыйынтыҡтарынан).
Тимәк, ҡәбергә барыуҙың берҙән-бер маҡсаты – ул теге донъяны хәтерләп, мин дә ҡасандыр ошо ҡараңғы ҡәбергә кереп ятасаҡмын тип уйланып, иманды арттырыу. Бынан тыш, ҡәберҙәргә барған ваҡытта үлеләргә өндәшеп, уларҙан ярҙам һорау, уларҙың һиңә нимә менәндер файҙа килтерә алыуҙарына өмөт итеү ҡәтғи тыйыла, сөнки мосолман кешеһе Аллаһы Тәғәләгә генә ялбарып, тик Унан ғына ярҙам көтөргә тейеш. Ҡөрьәндә әйтелеүенсә:
"Тик Һиңә генә ғибәҙәт итәбеҙ, һәм тик Һинән генә ярҙам һорайбыҙ!" ("Фатиха" сүрәһе). Шулай уҡ Ҡөрьәндә Аллаһы Тәғәлә әйткән:
"Ошо Аллаһы Тәғәлә – һеҙҙең Раббығыҙ, батшалыҡ Уныҡы, ә Унан башҡа табынған нәмәгеҙ хөрмә ҡабығы тиклем нәмәгә лә эйә түгел. Әгәр уларға ялбарһағыҙ, улар һеҙҙең доғағыҙҙы ишетмәй, ишетһәләр ҙә яуап ҡайтармаҫтар ине, һәм Ҡиәмәт көнөндә тиңдәш тотоуығыҙҙы улар инҡар итер. Һәм һиңә бер кем дә Хәбәрҙар шикелле хәбәр бирә алмаҫ!" ("Фатир" сүрәһе, 13-14-се аяттар).
Тимәк, ҡәберҙе зыярат итеү тик Ахирәтте хәтерләү һәм үлеләр өсөн доға ҡылыу өсөн генә рөхсәт ителгән. Иғтибар итегеҙ әле, башҡорт телендә "зыярат" һүҙе лә тап ошо мәғәнәлә килә бит. Мөхәммәт пәйғәмбәр һәм уның сәхәбәләре (Аллаһ уларҙан риза булһын) ҡәберҙәргә барғанда ошолай тип доға ҡылғандар: "Әссәләмү ғәләйкүм, эй мөьмин-мосолмандарҙан булған ошо йорттар хужалары! Беҙ ҙә һеҙҙең артығыҙҙан килеп етербеҙ. Һеҙгә һәм беҙгә Аллаһы Тәғәләнән уңыш һәм ҡотолоу һорайбыҙ. Аллаһы Тәғәлә беҙҙән алдағыларҙы ла, һуңғыларҙы ла ярлыҡаһын!"
Ҡатындарға килгәндә, уларға ҡәберҙәргә барыу тыйылған. Мөхәммәт пәйғәмбәр ғаләйһиссәләм ошолай тигән: "Аллаһы Тәғәлә ҡәберҙәргә барыусы ҡатындарҙы ләғнәтләй!" Шуны ла белер кәрәк, махсус рәүештә ниндәйҙер икенсе илдә йә ҡалала урынлашҡан ҡәбергә сәфәр ҡылыу ярамай, ҡәбергә зыярат ҡылам тиһәң, үҙеңдең йәшәгән урыныңдан йыраҡ булмаған ҡәбергә генә барыу мөмкин. Икенсе ҡалаға барған ваҡытта юл ыңғайы ғына шул ҡалалағы ҡәбергә кереп сығыу ҙа рөхсәт ителә.
» 24, 25, 26 июнь көндәре Баймаҡта Мосабаҡа!
22-06-2011, 23:27 | Ислам | автор: Ilsur | Уҡылды: 1837
Килегеҙ, күрегеҙ, ҡатнашығыҙ!
Хөкүмәт, хакимиәттәр йыл һайын төрлө саралар – концерттар, һабантуйҙар, йыйындар ойоштороуға бик күп аҡса түгә. Ул сараларҙың асылы, маҡсаттары ҡағыҙҙарҙа бик матур яҙылһа ла, ғәҙәттә бөтә нәмә күңел асыуға һәм халыҡты йыйып эскелек ойоштороуға ҡайтып ҡала бара. Баймаҡ районында мосолман йәштәре тарафынан инде нисә йыл рәттән ойошторолоп килгән Мосабаҡала иһә бөтөнләй икенсе күренеш. Һәр йыл ошо сара ваҡытында бер нисә көнгә ниндәйҙер бер идеаль йәмғиәткә барып эләгәһең. Мосолмандарҙың бер-береһенә ҡарата булған ихтирамы, бәләкәйме, ҙурмы – һәр бер эштә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер тороуҙары айырым иғтибарға лайыҡ. Хатта спорт ярыштарында еңеүселәр ҙә шашынып баш түбән йөрөмәй. Әле генә сәмләнеп көрәшеп, тырышып туп тибеп, арҡан тартышып йөрөгәндәр үҙ еңеүҙәрен нисектер баҫалҡы ғына ҡабул итәләр. Сөнки мосолмандар дан-шөһрәткә ынтылыусы түгел. Мосабаҡала тағы ла нимә күҙгә ныҡ салына: ул балаларҙың күплеге, һәр әсәнең ҡулында тиерлек йәш бала. Әйткәндәй, үҙемә таныш мосолман ғаиләләренең бихисабы – күп балалы ғаиләләр. Биш-алты, хатта ете-һигеҙ балалы ғаиләләр ҙә бар. Рәсәй демографтары, ғаилә ҡиммәттәре юҡҡа сыға, илебеҙҙә халыҡ кәмей, тип саң ҡаҡҡан, ә ил буйлап эскелеккә, хәмергә ҡаршы фронттар асылған, коррупция, ришәүәтселәргә ҡаршы әленән-әле яңы закондар ҡабул ителгән саҡта, ислам диненең генә әхләҡһеҙлектән, насар күренештәрҙән йәмғиәттең ҡалҡаны була алыуына тағы ла бер тапҡыр инанаһың.
Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – Мосабаҡаны төп ойоштороусыларының береһе Нурмөхәммәт БИКБИРҘИН. – Әссәләмүғаләйкүм, хәҙрәт. Әңгәмәбеҙҙе Мосабаҡа уҙғарыу тарихынан башлайыҡ. Ҡасан, нисек башланып китте ул? – Үә ғаләйкүм әссәләм! 2004 йылдың йәйе ине ул. Урал аръяғы райондарына ул йәй бик ҡоро килде. Ә, оҙайлы ваҡыт ямғырҙар яумаһа, ислам дине ҡанундары буйынса, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт һәм уның сәхәбәләре (Аллаһ уларҙан риза булһын) истисҡа намаҙын уҡыр өсөн ҡырға сығыр булғандар. Беҙ ҙә ошо сөннәтте үтәү маҡсатында яланға сыҡтыҡ. Бер ыңғайы үҙебеҙгә һәм ғаиләләребеҙгә төрлө саралар – ярыштар, уйындар, дәрестәр – ойошторҙоҡ. Беренсе Мосабаҡа шулай үтте. Шунан бындай матур сөннәтте һәр йыл һайын уҙғарып барырға ҡарар иттек. Йылдан-йыл Мосабаҡала ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйә килде, сарала ҡатнашыусы мосолмандарҙың һаны ла күпкә артты. Мәҫәлән, уҙған йыл был сарала 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашһа, быйыл 1 500 тирәһе кеше көтәбеҙ.
– Мосабаҡала ниндәй саралар үткәреләсәк? – Әйткәнебеҙсә, бөгөн был сараға дин ҡәрҙәштәребеҙ бөтә республиканан, хатта күрше өлкәләрҙән дә йыйыла. Улар шул рәүешле бер-береһе менән таныша, аралаша ала. Белемле егеттәребеҙ иһә (мәҫәлән, Заһир Ғәлин, Ишморат Хәйбуллин һәм башҡалар) нәсихәттәр, дәрестәр, хөтбәләр ойошторалар, мосолмандарҙың һорауҙарына яуап бирәләр. Тағы ла бер мөһим нәмә: Мосабаҡала йәштәр бер-береһе менән никах ниәтенән дә таныша. Ошо йыйында танышҡан мосолмандарҙан күп кенә ғаиләләр барлыҡҡа килде. Егеттәр шулай уҡ төрлө спорт ярыштарында: футбол, волейбол, йүгереү, арҡан, гер күтәреү, һөңгө ташлау, уҡ атыу һәм башҡа бәйгеләрҙә – ҡатнаша алалар. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар өсөн дә айырым программа (викториналар, уйындар) ҡаралған.
» Милләтселәр менән әңгәмә һәм уларға нәсихәттәр
2-01-2011, 09:22 | Ислам | автор: Ilsur | Уҡылды: 769
Ишморат Хайбуллин
Яңыраҡ ҡына мосолман егетенең бер милләтсенән алған хатын күрҙем. Ул милләтсе үҙенең донъяға ҡарашын дин менән бәйләп аңлатырға маташа. Имеш, Ислам динендә яҡшы нәмәләр менән етешһеҙлектәр ҙә бар. Уның уйынса, беҙ Исламды әҙерәк үҙебеҙҙең милли ғөрөфтәребеҙгә яраҡлаштырыға тейешбеҙ. Имеш, сусҡа итенән баш тартыуҙа мәғәнә юҡ, ҡатындарҙы яулыҡҡа төрөү – фанатизм һәм башҡаһы.
Был темаға мин күптән яҙырға ниәтләп йөрөй инем һәм бына бөгөн, ниһайәт, ҡул барып етте.
Донъяла нисәмә милләт булһа, шул тиклем милли хәрәкәттәр ҙә бар. (Шуныһы ҡыҙыҡ: милли хәрәкәт ахыр сиктә барыбер милләтселеккә әйләнеп китә. Был аксиома). Рус, ғәрәп, төрөк, татар, башҡорт милләтселәре бер-береһен күрә алмаһалар ҙа, улар бер туғандар кеүек оҡшаш. Һүҙҙәре лә бер ҡалып: “Бына беҙ тыуып үҫкән ергә “анауҙар” килеп тулған да, беҙҙең еребеҙ, һыуыбыҙ менән ҡулланып яталар! Етмәһә, беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ менән кинәнәләр бит әле!! Кәрәктәрен бирер кәрәк!!!”. Был фекерҙәргә аҙағыраҡ кире кайтырбыҙ, ә хәҙер беҙгә нәҫел һәм геграфия буйынса яҡыныраҡ миҫал – башҡорт милләтселәре тураһында һөйләшеп алайыҡ.
Ул егеттәрҙең күбеһе үҙҙәрен христиан түгел, мосолман тип һанай, шуға иң тәүҙә шуны еткерергә бурыслымын: Ислам дине – ул ғәрәптәрҙең дине түгел, ә Бөйөк Аллаһы Тәғәләнең ете күк аша ебәргән дине! Был дин – ҡайһылаҙың яңылыш уйы буйынса – тик Мөхәммәт пәйғәмбәр (صلى الله عليه وسلم) генә килтергән дин түгел, бәлки иң беренсе кеше – атабыҙ Әдәмдең (عليه السلام) (башҡортса әйтелеше Әҙәм) дине. Хатта беренсе кеше булмаған саҡта ла – ерҙә тик ендәр, ә күктә тик фәрештәләр генә булған заманда, Ислам дине бар ине. Сөнки Ислам – ул тик Аллаһы Тәғәләгә генә ғибәҙәт ҡылыу һәм уға тиңдәш тотмау (ширк ҡылмау) тигәнде аңлата. Әдәм (عليه السلام) яратылмаҫ борон миллиардлаған фәрештәләр Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡыла ине (минең “Сила Ислама” тигән мәҡәләмде уҡығыҙ). Һәм Аллаһы Тәғәлә бөтә пәйғәмбәрҙәренә лә тик бер дин – Ислам динен генә индерҙе. Һәр бер пәйғәмбәрҙең шул осорға һәм уның йәмғиәтенә ярашлы Ислам ҡанундары (шәриғәт) булды, әммә төп нигеҙ – Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт һәм ширк ҡылмау – бер ине. Яҡшыраҡ аңлашылһын өсөн шундай миҫал килтерәйек: һәр илдең конституцияһы һәм ҡанундары була. Конституция үҙгәртелмәйенсә ҡанундарҙың ниндәйҙер пункттары үҙгәреүе ихтимал. Шулай уҡ пәйғәмбәрҙәрҙең диндәре бер булыуға ҡарамаҫтан шәриғәттәре айырыла ине. Мәҫәлән, Әдәм пәйғәмбәрҙең (عليه السلام) балалары бер береһенә өйләнә ала, уның шәриғәтендә был хәләл ине. Ә Йәғҡуб пәйғәмбәр (عليه السلام) шәриғәтендә бер туған булған ике ҡатынды кәләш итеп алырға рөхсәт ителгәйне. Мөхәммәт пәйғәмбәр (صلى الله عليه وسلم) шәриғәтендә иһә (йәғни беҙ тотҡан шәриғәттә) был ике күренеш тә хәрәм ҡылынды.
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
Һорау
Сайтты файҙалы табаһығыҙмы?