Фәнзил ӘХМӘТШИН,
Өфө төрмәһенән.
Сәләм, әсәй! Сәләм, туғандарым!
Сәләм, Гөлназ! Сәләм, балалар!
Дуҫтар, сәләм! Сәләм, барлыҡ ғаләм!
Һеҙгә әйтер шиғри һүҙем бар.
Көн артынан бында көндәр үтә,
Оҡшаш улар, – гүйә, бер туған.
Иртә таңдан – подъём, кисен – отбой,
Танһыҡ бында картуф һәм һуған.
Ә төндәрен бында «аттар» саба,
Хәбәр ташый, табып хатаһын.
Кемдер кемде эҙләй, кемде күҙләй,
Ә мин иһә уйға батамын…
Төрмә үҙе бер ҙур иләү кеүек,
Тәҡдир бында кемде ташламай.
Тәкәбберҙәр бында бик тиҙ һына,
Тәүәккәлдәр генә ҡаҡшамай.
Өнһөҙ диуарҙарҙа – күпме тарих,
Һанһыҙ яҙмыш бында тапалған,
Нахаҡтарға күптәр язаланған,
Бик аҙҙары ғына аҡланған.
Тарихыңды бер аҙ астың миңә,
Хаҡмы, юҡмы – әле белмәйем.
Мәғлүмәттең барын бергә туплап,
Хәтеремдән дәлил эҙләйем.
Был зинданды Әбей батша һалған,
Буйһондорор өсөн башҡортто.
Теҙләндерәм, тиеп, мөьминдәрҙе,
Ҡабат-ҡабат «йотҡан» баш йортто.
Алдан иҫкәрттеләр пәйғәмбәрҙәр
Ауыр көндәр кире ҡайтыуын,
Утлы күмер тотҡан кеүек булыр
Был заманда динде тотоуы.
Һәр быуаттың булған шәхестәре,
Күтәргәндәр, ҡурҡмай, баштарын.
Күҙҙәреңде асһаң, һин күрерһең
Шаһиттарҙың ҡәбер таштарын.
Мин ултырған иҫке был бинала
Тоткон булған, тиҙәр, Салауат.
Бер Аллаһҡа ул да сәждә ҡылған,
Пәйғәмбәргә әйткән салауат.
Ниндәй уйҙар борсонолар икән?
Сыуалдылар ниндәй хыялдар?
Һыҙланғандыр тәрән яралары,
Ҡайғыртҡандыр уҙған янъялдар.
Һағынғандыр ул да Әминәнең
Һөйөү тулы наҙлы күҙҙәрен.
Уйланғандыр, иҫләп әсәһенең
Нәсихәтен, әйткән һүҙҙәрен.
Күҙ алдынан һис тә китмәгәндер
Ғәзиз балалары йөҙҙәре,
Ҡанға һуғарылған төйәгенең
Ҡышы, яҙы, йәйе, көҙҙәре.
Тағы шул уҡ һорау, яуап эҙләп,
Әрһеҙ ҡунаҡ булып кергәндер:
Нимә өсөн бөгөн мин төрмәлә?
Яуабын да үҙе белгәндер.
Рухың күтәрелеп, атҡа менеп,
Изге яуға күпме барғанһың.
Хаҡ хаҡына, дөрөҫлөктө яҡлап,
Дошмандарҙы ҡуйҙай ҡырғанһың.
Шул заманда яҙған шиғырҙарың
Юл күрһәтә бөгөн күптәргә.
Атҡан уҡтар түгел, тура һүҙҙәр
Быуаттарҙан тейә сәптәргә.
Онотторор өсөн башҡорттарҙы,
Исемдәрен уның тыйғандар.
Әммә хаҡлыҡ еңеп, бөгөн меңдәр
Салауат тип исем ҡушҡандар.
Бер Салауат түгел, күпме батыр
Ғазап сигеп үткән зиндандан.
Уйлағандар өсөн ил яҙмышын,
Аҡмағанға тымыҡ ағымдан.
Мөьминдәргә яҙған хаты өсөн
Язалана имам Батырша.
Үҙе вафат күптән. Аманаты
Нахаҡ менән һаман алыша.
Ул төрмәлә шәһит булып үлгән,
Шлиссельбургтың батыр тотҡоно.
Батыршаның яҙған хатын уҡы,
Хаҡтан айыра бел ҡотҡоно!
Табаҡ та ғына табаҡ аҡ ҡағыҙ –
Буранбайҙың яҙған хаттары.
Һөргөндәрҙән килгән хаттар уҡып,
Илағандар ауыл ҡарттары.
Хаҡлыҡ орлоҡтарын сәскән сәсән,
Йәйләүҙәрҙән йөрөп йәйләүгә.
Иламағыҙ, дуҫтар, ныҡ булығыҙ,
Мохтаж түгел улар йәлләүгә!
Башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙҙарға
Дәғүәт ҡылған шағир Аҡмулла.
Төрмәләргә, нахаҡ ғәйеп тағып,
Ултырталар – рәхмәт шул була.
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, тигәс,
Хаҡ белемдән Иблес ҡурҡҡандыр.
Халыҡ булһын аңра айыу, тиеп,
Аҡмулланың өнөн тыҡҡандыр.
Тик Аллаһтың хикмәттәре менән
Нәсихәте ҡайтты Уралға.
Ҡобайырҙар һәм шиғырҙар булған
Ул һүҙҙәре тиңдер ҡоралға.
Барып тапты алыҫ сит илдәрҙә
Әхмәтзәки – яҙған тәҡдирен.
Башҡа батыр ирҙәрҙеке кеүек,
Бүтән илдә уның ҡәбере.
Төшөнкөгә бирелмәгеҙ, тиеп
Әйтте шәхес аманатында.
Телде, динде һаҡлағыҙ, тип яҙған
Үҙ халҡына һуңғы хатында.
Мең туғыҙ йөҙ утыҙынсы йылдар…
Иблес туйы илдә ҡотора.
Меңәр-меңәр шәхес Себер китә,
Манаралар ауа ҡанһырап.
Тура юлдан тура барыусылар
Булды шул саҡ халыҡ дошманы.
Ялағайҙар, динен һатыусылар
Үтәнеләр шайтан ҡушҡанын.
Бик аҙҙары ғына тере ҡайтты,
Еңеп сығып яҙған һынауын.
Ә имамһыҙ ҡалған ауылдарҙа
Иман күрмәй үҫте бер быуын.
Мәсеттәрҙән һалған клуб-млубтарҙа
Байрам итте шайтан иштәре.
Аҙан тауыштарын алыштырҙы
Тауыштары аҙған йәштәрҙең.
Мәктәптәрҙә Иблес, Дарвин булып,
Маймылдарҙан төҙөй шәжәрә.
Әҙәм менән Һауа – әкиәт, тип,
Балаларын итә мәсхәрә.
Күрше күршеһенә донос яҙҙы,
Тота, тиеп, улар ураҙа.
Туған туғанына дошман булғас,
Көттөрмәне, килде ҙур ҡаза.
Был ерҙәрҙе ташлап иман китте,
Онотолдо әҙәп һәм әхләҡ,
Харам «хәләл» булды, хәләл – «харам»,
Халыҡ үлде, әйтмәй шәһәдәт.
Никахтар ҙа – йола үтәү генә,
Йыл йәшәмәй күптәр ай(ы)рыла.
Тыуып етмәй, бала етем ҡала,
Осор ҡанаттары ҡай(ы)рыла.
Бот төбөнән ҡыҙҙар итәк кейә,
Яулыҡтары – бары муйында.
Сафлыҡ һаҡлау, әсә булыу түгел,
Зина ҡылыу – йәштәр уйында.
Күпмеләре аборт яһанылар,
Мөхәбәттә янып бер төнлөк.
Мода өсөн динен һатыусыла
Оят юҡ шул һуҡыр бер тинлек.
Эскән кеше берәм-һәрәм булған
Бер быуат та әле үтмәгән –
Хәҙер көндөҙ сыра яғып эҙлә,
Таба (а)лмаҫһың ауыл эсмәгән…
Эх, шаһиттар, һеҙҙең алдығыҙҙа
Булыр инде беҙгә бик оят.
Бер һуғышһыҙ тыныс заманала
Йәштәр менән тулы зыярат.
Олоғайып үлгәндәре һирәк –
Йәшерен һәм асыҡ суицид.
Тәмәке һәм хәмер менән илдә
Үткәрелә бөйөк геноцид.
Егерменсе быуат үтеп китте,
Алмашынды тотош бер быуын.
Берҙән-бер хаҡ булған диндең бөгөн
Халҡыбыҙға ҡабат ҡайтыуы.
Ҡасып китһәң дә һин, сәсеп кит, ти
Бик борондан ҡалған тос фекер.
Яйлап ҡына йәшелләнеп бара
Аҡ муллалар һөргән ҡара ер.
Иман ҡайтһын, тиеп, ауылдарға,
Аҡ мәсеттәр ҡабат ҡалҡтылар.
Тик уларға илтер һуҡмаҡтарҙа
Үҫә әле һаман күп сүп-сар.
Алдарында ихлас мөьминдәрҙең –
Дегәнәк һәм шайтан таяғы.
Хаҡты әйткәндәргә ишек ябыҡ,
Әлеге лә шул уҡ баяғы.
Уҡып ҡайтҡандарға, уйлап табып,
Мөфтиәттәр мөһөр өләшә.
Экстремистар бөгөн был дәүләттә
«Экстремизм» менән көрәшә.
Аҡмуллалай, дәғүәт ҡылыр өсөн,
Белемлеләр ситкә китәләр.
Үҙ ерендә мәзин булмағанды
Башҡа ерҙә имам итәләр.
Вәлидиҙәй, кемдер сығып китә,
Ултырырын белгәс төрмәгә.
Сит илдә лә улар юғалмаҫтар,
Егет башы ниҙәр күрмәгән.
Әпкәләйҙең рухи тоҡомдары
Тағы ҡурҡып хөсөт яҙалар,
Кафыр менән килешеүҙәр төҙөп,
Үҙҙәренә соҡор ҡаҙалар.
Эй, залимдар, беҙҙе төрмә бикләп,
Булаһығыҙ кемде ҡурҡытмаҡ?
Ябай мөьмин түгел, рәсүлдәр ҙә
Төрмәлә бит рухын нығытҡан.
Зиндандарға Йософ пәйғәмбәрҙең,
Хәйлә ҡороп, башын тыҡтылар.
Зинасылар, юлдан яҙҙыра (а)лмай,
«Зинасы» тип ғәйеп таҡтылар.
Пәйғәмбәргә ҡаршы мәкер ҡорған
Яһилдарҙан ниме көтәһең?
Аллаһ биргән яҙмыш һынауының
Йомғаҡтарын яйлап һүтәһең.
Әбү Ләһәб, Ҡарун, Фирғәүендәр
Ҡәбәрҙәрҙә ала ғазабын.
Хаҡ Исламға ҡаршы сыҡҡан мәхлүк,
Уйла эштәреңдең аҙағын!
Йәнең боғаҙыңа етмәҫ борон
Шәһәдәтең әйтеп тәүбә ҡыл,
Рахман һәм Рәхимленән ғәфү үтен,
Иблес ләғнәтлегә булма ҡол!
Һис оҙаҡҡа һуҙма, бул тәүәккәл,
Атмаҫ элек һуңғы ал таңың!
Диндә көсләү юҡ ул, үҙең уйла –
Һәр кешенең бар бит үҙ аңы.
Тиңләмәйем беҙҙе батырҙарға,
Һәр замандың, эйе, үҙ заңы.
Тура һүҙҙәр бер таҙартыр әле
Тура юлдың сүп-сар, туҙанын.
Хаҡиҡәтте анлау ауыр түгел,
Тура юлдан тура атлаһаң.
Тимер рәшәткәләр кәртә түгел,
Йөрәгеңдә бығау булмаһа.
Хаҡ нахаҡтан һәр саҡ өҫтөн булыр,
Дөрөҫлөк – ул, гүйә, аҡтамыр.
Хөсөт-ялғандарҙы еңеп сығып,
Беҙҙең исемдәр ҙә аҡланыр!
Ғинуар, 2012 йыл.