 |
 |
Календарь |
|
 |
 |
| « Шаҡай 2012 » |
|---|
| Д | Шш | Шр | К | Й | Шб | Йш |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | | 27 | 28 | 29 | |
|
|
 |
|
 |
 |
|
| |
 |
 |
 |
» Хаҡ һәм нахаҡ
22-01-2012, 05:35 | Башҡорт тарихы | автор: Фарит | Уҡылды: 696 |
 |
 |
Фәнзил ӘХМӘТШИН, Өфө төрмәһенән. Сәләм, әсәй! Сәләм, туғандарым! Сәләм, Гөлназ! Сәләм, балалар! Дуҫтар, сәләм! Сәләм, барлыҡ ғаләм! Һеҙгә әйтер шиғри һүҙем бар. Көн артынан бында көндәр үтә, Оҡшаш улар, – гүйә, бер туған. Иртә таңдан – подъём, кисен – отбой, Танһыҡ бында картуф һәм һуған. Ә төндәрен бында «аттар» саба, Хәбәр ташый, табып хатаһын. Кемдер кемде эҙләй, кемде күҙләй, Ә мин иһә уйға батамын… Төрмә үҙе бер ҙур иләү кеүек, Тәҡдир бында кемде ташламай. Тәкәбберҙәр бында бик тиҙ һына, Тәүәккәлдәр генә ҡаҡшамай. Дауамы |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Һөйәнтөҫ
22-08-2011, 09:00 | Башҡорт тарихы | автор: Ilsur | Уҡылды: 1001 |
 |
 |
|
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Башҡорт тархандары һәм дворяндары
19-08-2011, 11:04 | Башҡорт тарихы | автор: Ilsur | Уҡылды: 640 |
 |
 |
Борон башҡорт йәмғиәтенең юғары ҡатламында тарханлыҡ институты шулай уҡ ҙур урын тотҡан. Тарханлыҡ хан замандарынан килгән күренеш. Хан, солтан, бейҙәрҙән ҡала тархан дәрәжәһе иң аҫыл исем һәм ишлерәк булған, буғай. Тарихтан күренеүенсә, тарханлыҡ Төрки ҡағанаты дәүерҙәренә барып тоташа. Боронғо монголдарҙа ла ул исем-ат бар. Хазар ҡағанатында документтарҙан Гөрбән тархан исеме билдәле. Византия императоры һәм тарихсыһы Константин Багрянородный Олуғ Тархан титулы хаҡында яҙған.
Һәр хәлдә, тархан титулы борон монгол-төркиҙәрҙә юғары хакимиәт эйәһе дәрәжәһен аңлатҡан булһа кәрәк. Монгол телендә таркан (тархан) һүҙе олуғ тархан мәғәнәһен аңлата. Мәхмүт Ҡашғариҙың "Диуани лөғәт әт-төрки" (XI быуат) һүҙлегендә алп тархан һүҙе хакимиәт башлығы төшөнсәһен бирә. Сыңғыҙ хан заманында тархандар аҫыл аҡһөйәктәр ҡатламын тәшкил иткән. Шул яҡтан Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тарханды татар ханы тоҡомо тип аңлатыуында ла хаҡлыҡ бар.
Хәҙерге ваҡытта тархан атамаһының бер нисә мәғәнәһен айырып ҡарарға мөмкин: 1. Тархан - төрки-монгол халыҡтары тарихында юғары аҫыл зат дәрәжәһе исеме, хакимлыҡ титулы; 2. Урта Азия, Кавказ халыҡтары, Ҡаҙан, Әстерхан, Ҡырым ханлыҡтары тарихында - дәүләт һалымдары һалынмаған социаль ҡатлам; 3. Рәсәйҙә льготалы ярлыҡтар (грамоталар) исеме. "Башҡорт теленең һүҙлеге" тарханға "ырыуҙаштары араһында өҫтөнлөк менән файҙаланып, яһаҡ түләүҙән ҡотҡарылған юғары ҡатлам кешеһе һәм шул кешенең нәҫелдән нәҫелгә күсә торған дәрәжә исеме", - тип, беҙҙең шарттарға бәйле рәүештә анығыраҡ итеп аңлатма бирә. Төрки ҡағанаттары, Хазар ҡағанлығы традицияларына бағлы рәүештә, Кавказ алды Бөйөк Болгария дәүләтендә тарханлыҡ титулы йәшәгәнлеге мәғлүм. Ул Волга буйы Болгария дәүләтенә лә күсә. Ғәйнә башҡорттары легендаларында үҙҙәрен Болгариянан күсеп килгән тархан дәрәжәле ырыуҙар тип иҫәпләйҙәр.
Этнограф Рим Янғужин Башҡортостанға тарханлыҡ институты татар-монголдар тарафынан индерелгән тип ҡарай. Уныңса, ысынлап та, Сыңғыҙ хан, Батый хан яуҙарынан һуң айырыуса Алтын Урҙа ханлығы дәүерҙәрендә Башҡортостанда ла тарханлыҡ ныҡлы тамыр ебәргән булырға тейеш. Легендалар, шәжәрәләр һөйләүенсә, башҡорт ырыу башҡорттарының, атаҡлы аҡһаҡалдарының байтағы бейлек, тарханлыҡ дәрәжәләре алған, уларға өҫтәмә льготалар бирелгән. Яһаҡ-һалымдарҙан ҡотҡарылғандар. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Көслөгә һыйыналар, көсһөҙҙән - тайшаналар... йәки Халҡыбыҙ тарихына тағы бер ҡараш
13-08-2011, 12:44 | Башҡорт тарихы | автор: Ilsur | Уҡылды: 572 |
 |
 |
Телевизор экранында билдәле тележурналист, тарихсы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Хәмиҙуллиндың башҡорт тарихы хаҡындағы сираттағы тапшырыуы бара. Автор килтергән дәлилдәр тамашасыны йөҙ проценты менән тиерлек ышандырыу көсөнә эйә, сөнки уның тапшырыуҙары фәҡәт тарихи сығанаҡтарҙан, мотлаҡан рәүештә тарихи документтарға таянылған аныҡ һәм кире ҡаҡҡыһыҙ факттарҙан ғына тора. Буш һүҙ һөйләнмәй, тарихи факт һәм документ менән нығытылмаған фекер әйтелмәй Салауаттың тапшырыуҙарында. Уларҙы ҡараған һәм тыңлаған һайын аң балҡышы, күңел байрамдары кисерәһең, үҙеңдең ошо халыҡтың бер улы, ҡыҙы булыуың менән ғорурланаһың. Тарихсы тележурналистың тамашасыға тәьҫир көсө хаҡында уйланғанда тик бер генә һүҙбәйләнеш тел осона килә: милли рух менән һуғарылған тарихи хәҡиҡәт. Дөрөҫ, тарихи факттарҙы төрлө маҡсатта ҡулланырға була, ә Салауат беҙгә һөйләгән тарихи хәҡиҡәт милләтебеҙҙең рухын күтәреүгә, үҙ булмышыбыҙға туп-тура ҡарарға, асылыбыҙҙы йәнебеҙ менән тойорға булышлыҡ итә. Быныһы инде иң мөһимелер. Түбәндәге әңгәмәһендә Салауат ХӘМИҘУЛЛИН халҡыбыҙ тарихының иң һынылышлы мәлдәре хаҡында үҙенсәлекле фекер йөрөтә.
Империялар солғанышындаҺуңғы меңъйыллыҡта Евразия ҡитғаһында бер-бер артлы төрлө империялар барлыҡҡа килгән, йәшәгән, юҡҡа сыҡҡан, уларҙы икенселәре алыштырған. Башҡорттарҙың айырым ырыу-ҡәбиләләре шул империяларҙың бер өлөшөн йә ядроһын тәшкил иткән. Әйтәйек, башҡорттарҙың боронғо дәүләттәрен Хазар, Енисей ҡырғыҙҙары дәүләттәре менән бер рәткә ҡуйырға була. Һәр хәлдә, башҡорттарҙың дәүләт төҙөү тәжрибәһе элек-электән булған һәм күп кенә башҡорттар дәүләттәр менән хакимлыҡ иткән. Миҫалға Хазар дәүләтенең ҡағаны Басжуртты ғына алайыҡ. Әлбиттә, ҡағандың ысын исем-аты билгеһеҙ, Басжурт ҡәүем атамаһынан алынған. Быларҙан тыш, Иҙрисиҙың яҙмаларында ла Намжан тигән башҡорт ҡалаһында йәшәүсе һәм хакимлыҡ итеүсе хан тураһында мәғлүмәт алабыҙ. Күп кенә халыҡтар Алтын Урҙа дәүерендә генә формалаша. Әйтәйек, ҡаҙаҡтар менән үзбәктәр. Ҡаҙаҡ атамаһы полиэтнонимдан алынған, ҡаҙаҡтар үҙҙәре Дәште-Ҡыпсаҡ үзбәктәрен тәшкил итеп, XV быуатта үзбәк ханлығынан айырылып китеп, Алтын Урҙа хандарын танымаусы ҡаҙаҡ урҙаһын барлыҡҡа килтерә. Ә үзбәктәр Алтын Урҙаның төп күсмә ҡәүемен тәшкил иткән. Аҙаҡ ҡаҙаҡ полиэтнонимы этнонимға әүерелә. Һуңынан ҡаҙаҡ ханлығы барлыҡҡа килә, ул Рәсәй составына инә. Совет осоронда Ҡаҙаҡ ССР-ы формалаша, СССР тарҡалғандан һуң мираҫҡа Ҡаҙағстан тороп ҡала. Ҡаҙаҡтарҙан айырмалы рәүештә, Башҡорт этнонимы боронғо дәүерҙәрҙән алып боронғо айырым ҡәүемдең атамаһын аңлатып килә. Башҡорттар Алтын Урҙа составына, боронғо яҙмалар буйынса "государь всея Баскардия" етәкселегендә инә. Был факт нимә тураһында һөйләй? Башҡорттар Алтын Урҙа составында үҙ кенәзлектәре менән урыҫ кенәзлектәре кеүек үк был империяның вассалдары булып торған, тимәк. Башҡорттар Үзбәк ханға административ яҡтан ғына буйһонған, халыҡ булараҡ, үзбәктәр составына инмәгән. Үзбәк халҡы ла тап шул осорҙа формалаша. Тарихта киң билдәле Үзбәк хан үҙ биләмәһендәге төрки һәм монгол сығышлы ҡәбиләләргә Ислам динен индерә һәм яңы формалашҡан ҡәүем уның исемен йөрөтә башлай. Аҙаҡтан ҡайһы бер үзбәк ырыуҙары башҡорттарға ла килеп ҡушыла. Ундайҙарға мең ырыуын индерергә була. Шуға күрә мең ырыуы хәҙерге ваҡытта үзбәктәрҙә һәм башҡорттарҙа ғына һаҡланған. Үкенескә ҡаршымы, бәхеткә күрәме, Алтын Урҙа империяһы тарҡала һәм юҡҡа сыға. Уның тарҡалыуында нуғайҙар төп ролде уйнай. Сыңғыҙ хандың ике ҡитғаны үҙ ҡулында тотоу тәжрибәһен Иван Грозный үҙ ҡулына ала һәм Алтын Урҙанан һуң ҡалған ике ҡитға биләмәләре Рәсәйгә күсә. Евразия ҡитғаһында барлыҡҡа килгән вакуумды рус батшаһы тултыра. Рустар 50 йыл эсендә Мәскәүҙән Сахалинға, Камчаткаға тиклем барып етә. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |

 |
|  |
 |
 |
» Ҡамауҙа
13-05-2011, 08:31 | Башҡорт тарихы | автор: Ilsur | Уҡылды: 996 |
 |
 |
Аҫыл ирҙең даны үҙенән алда йөрөр. Халҡыбыҙҙың был аҡыллы һүҙҙәренең ни тиклем хаҡ икәненә күп тапҡыр үҙ тәжрибәмдә ышанырға һәм уларға инанырға насип булды миңә. Баймаҡ районының Ғөбәйдулла (Ҡуштүбә) ауылында тыуып үҫеп, аҙаҡ республикабыҙҙың тәүге баш ҡалаһы Темәстә төпләнгән Миндеғол ағай Арыҫланов менән дә шулай булды. Үҙе менән танышҡанға тиклем байтаҡ йылдар элек үк уның генерал Миңлеғәле Шайморатов командалыҡ иткән 16-cы башҡорт гвардия кавалерия дивизияһы ветераны, заманында Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителеп тә, ниндәйҙер һылтаумы, сәбәпме арҡаһында уны ала алмауы хаҡында хәбәрҙар инем. Әммә беҙгә тәүләп осрашыу бары 2000 йылда ғына, икенсеһе 2008 йылда насип булды. Ике быуат сигендәге шул ике осрашыу ваҡытында ул мине үҙенең яу хәтирәләре менән кинәндергәйне. Әле шунан бер өҙөк тәҡдим итмәксемен. Немецтарға үс итеп, урамдарын бер итеп…... Дошман тылына етмеш биш саҡрым үтеп ингәйнек. Кругом ҡамауҙа ҡалдыҡ. Беҙ ударный төркөмдә инек. Бөтә ғәскәр бөткән. Беҙҙең генә батарея ҡалған. Алты ат егелгән калибры 76 миллиметрлы пушка менәнбеҙ. Китеп барабыҙ. Тегенән-бынан йыйылған ҡалдыҡ-боҫтоҡ бер нисә кешебеҙ бар. Башы ла шул, арты ла шул беҙҙең ғәскәрҙең. Бер мәлде немец занимать иткән ауыл аша үтергә тура килде. Башҡаса юл юҡ. Ни эшләмәк кәрәк? Взвод командиры беҙҙең менән ине. Уның әйткән һүҙе шул булды: – Ауылдың уртаһынан үтергә! Унда – немецтар. Улар атыр. Атышып тормағыҙ! Яраланыусы булмай ҡалмаҫ – туҡтап тормағыҙ. Сабып үтәһегеҙме, нисек – уныһы һеҙҙең эш. Беҙ сабып сыҡтыҡ та киттек. Әллә немецтар, үҙебеҙ ҡамауға эләктек, тип ҡурҡты, әллә ни? Һирәк-мирәк кенә атып ҡалды. Ездовой булып хеҙмәт иткән бүрәт егетенең яраланыуын иҫәпкә алмағанда, минең расчетҡа бер ни ҙә булманы. Ауылды сыҡҡас, уңға боролорға тейеш инек. Сөнки һул яҡта – тимер юл. Уның өҫтөндә бронепоезд. Шуны абайлап алдыҡ та унан ҡотолоу сараһын уйлаша һалдыҡ: – Үәт, әй! Беҙҙе юрамал шул аждаһа яғына ҡыҫырыҡлағандар икән! – Әйтәм, урамда ныҡлап атманылар… – Берәмләп сүпләгәнсе, быларҙы бронепоезға бирәйек, тигәндәрҙер инде. Егеттәрем шулай һөйләнгән арала, Фәйзуллиндың аты ҡоланы ла, юл быуылды ла ҡуйҙы. – Яраланһа, Мозафар ағай, пастромкаһын өҙә сап та был урындан тиҙерәк ысҡынайыҡ! – тинем. Яҡшылап ҡараһаҡ, ни күрәбеҙ: пастромкаһына уралған. Күмәк кеше ни: – Раз, два! Взяли! Атты аяғына баҫтырып, пастромкаһын рәтләй һалдыҡ. Аттар тағы сабып сыҡты ла китте. Сапмай ни! Уларҙа ла йән бар бит. Беҙ арттарынан йүгерҙек. Дилбегәне Күгәрсен районынан Хөсәйен ағай тотҡан ине. – Хөсәйен ағай, әҙ генә сабыр ит, – тинем. – Тыр-р-р! – тине был. Аттар туҡтаған арала береһенең ҡойроғона йәбештем. Исмәғилем минең салғыйға тотондо. Аттар саба. Ҡайҙан көс-ғәйрәт ингәндер, уларҙан ҡалмай, беҙ сабабыҙ. Шул килеш боролошҡа барып та сыҡтыҡ – бронепоезд ата ла башланы. Әлегә төҙәп ата алмай. Шулай ҙа унан ялтаныу хәйерле тип: – Хөсәйен ағай, уңға тарт! – тип команда бирҙем. – Есть уңға тартырға! Шулай сабышып, беҙ уңға борол да кит. Бронепоезд, өҙмәй ҙә ҡуймай, ата ла ата. Бер тауҙы әйләнгәйнек, уның уты беҙҙе ала алмаҫ булды: снарядтары йә беҙгә етмәй ярыла, йә аша төшөп, ерҙе аҡтара. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
|  |
|
 |
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
 |
Һорау |
|
 |
 |
| Сайтты файҙалы табаһығыҙмы? |
|
|
 |