|
Сәләм, хөрмәтле милләттәш! Рәхим ит сайтыбыҙға! Хуш килдең! Әйҙүк! Түрҙән уҙ!
Танышып үтәйек. Был сайт милләтебеҙҙең ҡомартҡыларын, рухи һәм матди хазиналарын бер урында туплап, үҙебеҙгә көс-ҡеүәт, рух, илһам өҫтәү, ә киң ҡатлам Интернет-ҡулланыусыларын халҡыбыҙҙың хазиналары менән таныштырыу, уларҙы лайыҡлы итеп күрһәтеү маҡсатында төҙөлә.
Халҡыбыҙҙың зиннәт-хазиналары күп, тик заманаға ярашлы Интернет селтәре киңлектәрендә улар тейешле кимәлдә күрһәтелмәгән һәм баһаланмаған. Ошоноң өсөн милләтебеҙ ярлы кеүек күренгәндәй, ә ҡайһы бер сос милләт вәкилдәре беҙҙең хазиналарҙы, тарихыбыҙҙы, батырҙарыбыҙҙы, арҙаҡлыларыбыҙҙы һәм милләтебеҙҙең иң сағыу, иң әһимиәтле башҡа хазина-байлыҡтарын үҙләштерергә маташа.
Быға өҫтәп, Башҡортостаныбыҙҙың райондарында төрлө хәл-ваҡиғалар булып тора: ҡуштан район етәксеһе ер-һыу, ағас-урман һатһынмы; милләтебеҙгә файҙалы эшкә аяҡ салһынмы йәки халыҡ күҙенә күренгән башҡа аламалыҡтарҙы, етешһеҙлектәрҙе, хурлыҡ-кәмселектәрҙе булһынмы – быны ла ошо сайтта баҫып сығарыуҙы кәрәк таптыҡ.
Профессиональ хәбәрсе-журналисттарҙың да әйтер хәбәрҙәре булыр, тибеҙ. Сөнки уларға, ысынлап та, дәүләт машинаһы бөгөнгө көндә милләтебеҙ өсөн көнүҙәк, хәл иткес темаларҙы яҡтыртырға мөмкинлек бирмәй. Гәзит-журналдарҙа, телевизор-радиола барыһы ла ал да гөл! Ә ғәмәлдә хәлдәр бөтөнләй башҡаса бит.
Тағы ла, сайтыбыҙҙа уҡытыусыларға, уҡыусыларға, студенттарға тәғәйен файҙалы мәҡәләләр, кәңәштәр, кәрәкле компьютер программалары, нисек итеп туған телебеҙҙә бер ниндәй өҫтәмә шрифт ҡуймай яҙыу мөмкинлеген аңлатырбыҙ һәм баҫып сығарырбыҙ.
Сайтыбыҙҙа фотогалерея ла булдырыла. Унда һәр кеше үҙенең, яҡындарының, туғандарының фоторәсемдәрен ебәреп ҡуя ала. Бигерәк тә ҡыҫҡа аңлатмалары менән боронғо фоторәсемдәрҙе ҡуйырға иҫәп бар.
«Китапханабыҙға» милләтебеҙгә файҙалы, кәрәкле китаптарҙы һалырбыҙ. Китап авторҙары быға ҡаршы төшмәҫ, тип ышанабыҙ, сөнки беҙҙән, башҡорттарҙан, башҡа бик күп яҙмаларыбыҙ, эштәребеҙ, китаптарыбыҙҙың башҡа милләт кешеләренә һис кәрәге юҡ.
Бесән өҫтөндә ятҡан эт кеүек булһаҡ, оҙаҡламай был китаптар, яҙма мәҡәләләр, эштәрҙең бөтөнләй кәрәге ҡалмауы бар. Ғалимдар, уҡытыусылар, студенттар! Үҙегеҙҙең эштәрегеҙҙе ебәрә алаһығыҙ, кәштәлә саңланып ятҡансы, яҙмағыҙ кемгәлер файҙалы мәғлүмәт сығанағы булыр.
«Ислам» бүлегендә динебеҙҙең ҡанундарын, төрлө хәл-ваҡиғаларға тапҡыр аңлатма биргән мәҡәләләр баҫыла. Нимә хәләл, нимә харам асыҡланыр. Юғиһә, бөгөн төрлө «аҡыл эйәләре» милләтебеҙҙе бүлгеләргә күп һорамай. Берәүҙәр дөңгөр һуғып янып ятҡан ут тирәләй ниндәйҙер мәғәнәһеҙ һүҙ-йыр мыңғырлап сабырға әйҙәй, икенселәр «кесе хаж» уйлап сығарған, көнъяҡ Ҡаҙағыстанға барып ҡәберҙәргә, ҡая-таштарға, һыу сығанағы ҡоҙоҡтарға табына башланы. Йә, Хоҙай!.. Бар икән әле күрәсәктәр!
«Халыҡ һөнәрҙәре» бүлегенә ошоға ярашлы оҫталарҙың эштәрен һалабыҙ. Тимерселәр, көмөшселәр, балта оҫталары, тула кейеҙ баҫыусылар, шәл бәйләүселәр һәм башҡа оҫталар, рәхим итегеҙ!
Мөмкин тиклем ҡыҫҡа арауыҡта сайтты өс телле итергә: туған телебеҙҙә, урыҫ һәм инглиз телендә эшләп еткерергә иҫәп. Һин дә, туған, был изге, файҙалы эштә ҡатнаша алаһың бит.
Халҡыбыҙҙың аҡыллы әйтеме бар: «Ил төкөрһә - күл була». Үҙең белгән, ғаиләгеҙҙә һаҡланған берәй ҡомартҡыны, эсеңде бошороп, күңелеңә тынғы бирмәгән мәсьәлә тураһында хат итеп яҙып, кәрәк икән – фоторәсем, документ-яҙманың фотокүсермәһен оҫтәп ебәрһәң, уны мотлаҡ сайтҡа һалырбыҙ.
Ихтирам менән Илсур Ирназаров |
|