Һайланмаға өҫтәргә  |  RSS 2.0
Беҙҙең турала  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
Эҙләү: Ентекле эҙләү
Теркәлеү
Оноттоғоҙмы?
Танылыу

Логин
Пароль
 
Юлдаш
Дуҫтарыбыҙ

Календарь
«    Шаҡай 2012    »
ДШшШрКЙШбЙш
 
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
 

     
 
» Илшат Ҡансуринды тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ
23-08-2011, 19:22 | Ҡотлауҙар | автор: Ilsur | Уҡылды: 526
Илшат Ҡансуринды тыуған көнө менән ҡотлайбыҙМиләтебеҙҙең ышаныслы ир-азаматын Илшат Ҡансуринды тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.
Илшат ҡусты, үҙеңә, ғаиләңә, туғандарыңа иҫәнлек-һаулыҡ, бәһет-шатлыҡ, һәр төрлө уңыштар теләйбеҙ.
Атай-әсәйеңә – яҡшы ул, ҡатыныңа – ышаныслы ир, балаларыңа – шәп атай, дуҫтарыңа – ышаныслы кәңәшсеһең, шулай булып ҡал.
Гәзит биттәрендә, Интернетта баҫылған мәҡәләләрең халҡыбыҙға файҙалы, көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында. Динебеҙ, ерҙәребеҙ, ғаилә, әхлаҡ.
Эле ир ҡорона ингән сағың, эшләйһе эштәр күп. Күңелеңде киң тот!
Халҡым тип, үҙе ғаиләһе менән тырышып донъя көткән, эсмәгән, тартмаған иргә бүләккә башҡорт халыҡ йыры "Азамат".

АЗАМАТ

Санаға ла ектер атты,
Бер әйләнеп йөрөп ҡайтайым.
Алып бирсе ҡағыҙ, ҡәләм,
Азаматҡа бер йыр яҙайым.
 
Алыҫтарҙан, ай, күренгән
Ирәндеккәй тауының аҡ ташы.
Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы.
 
Ир-азамат менгән аттың
Бәкәлдәре уның аҡ булыр.
Аҫыл егет ҡайҙа йөрөһә лә
Ҡылған эше уның хаҡ булыр.
 
| | Комментарийҙар (1) | Уҡырға
 

» Ҡотлау
6-05-2011, 09:12 | Ҡотлауҙар | автор: Ilsur | Уҡылды: 533
ҠотлауБаймаҡ районының Темәс ауылынан аҡыллы ҡыҙ, яҡшы апай, уңған ҡатын, наҙлы әсәй, шәп уҡытыусы Юламанова Венера Фәрит ҡыҙы 45 йәшлек матур юбилейын билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙҙе ғүмер байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм изге теләктәребеҙҙе, рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Ҡәҙерлебеҙ!
Сәләмәтлегең – ныҡ, күңелең – тыныс, кәйефең һәр саҡ күтәренке булһын. Аяҡ-ҡулдарың һис тә һыҙламаһын. Балаларыңдың игелеген күреп, уларҙың бәхетенә, уңыштарына ҡыуанып, еҙнәй менән, бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белеп, шатланып, оҙаҡ-оҙаҡ ғүмер итегеҙ. Аҡыллы кәңәштәр, фатихалар биреүегеҙгә, беҙгә терәк булыуығыҙға ҙур рәхмәт!

Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Матур булып атһын таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән һәр бер балаңдың!

Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә!

Йылы йөрәктән сыҡҡан изге теләктәр менән – тыуғандарың.
 
| | Комментарийҙар (1) | Уҡырға
 

Уҡымлылар
» » Ташланған ҡурсаҡ хәлендә ҡалма
» Һуғыш балалары. Дети войны
» Ҡасан һүҙҙән эшкә күсербеҙ?
» Максим Шевченко о Фанзиле Ахметшине 04.02.2012
» Әгәр мин ир булһам (башҡорт ире була инде)
» Башҡорт батыры... донъя чемпионы титулына дәғүә итә
» Ҡәйнәм, сәй бөттө!..

«Урал» фонды

«Киске Өфө» гәзитенең сайты

«Bashqort.Com»









Сайт үҫешенә ярҙам

Яндекс.Деньги

41001328785603

WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094

Башҡортостаным
яңылыҡтары
Ҡоймаҡтан ауыҙ ит һәм баланы ҡотҡар!

20-26 февралдә Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Пермдә Масленница байрамына ҡарата «Тормош юлы» ҡаты сирле ...

Күңел таҙалығы

Күпте белгән изге күңелле ҡарт йәшәгән. Ул һәр көн һайын бейек тау башына менеп, ҡаланы өҫтән ...

Республика башлығына көнүҙәк һорауҙар менән – туранан-тура

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Вся Уфа” телеканалы аша халыҡ менән аралашты Тура эфирҙа ике сәғәт дауамында Президент ...

Майһыҙ диета

Ҡаймаҡҡа сабата бол­ға­һаң да, тәмле була, тип йыш ҡабатлай бер танышым. Шулай инде, майлап-ҡаймаҡлаһаң, бар ри­зыҡ та ...

Иң көслө уҡытыусы 83-сө лицейҙан!

Өфө ҡалаһында уҡытыусылар профессиональ оҫталыҡҡа көс һынашты Уҙған аҙнала баш ҡаланың иң яҡшы ...

Беҙҙә йәштәр һайларға әҙер

Мәләүез ҡалаһында йәш һайлаусылар менән эш яуаплы алып барыла. Ошо көндәрҙә ҡаланың 3-сө гимназияһында ...

Өс һөйләм менән

17 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Октябрьский ҡалаһында булды. Төбәк башлығы 1-се ...


Һорау

Әйе
Юҡ



Баш бит  |  Теркәлеү  |  Яңылыҡ өҫтәргә  |  Яңылар  |  Мәғлүмәт  |  Бәйләнеш
© 2009-2010 http://komartky.ru/. Хоҡуҡтар һаҡланған.
Сайттың материалдарын тулыһынса йәки өлөшләтә файҙаланғанда http://komartky.ru/-ға һылтанма яһау мотлаҡ.
Мәҡәләләрҙең авторҙарының фекере менән сайт администрацияһының фекере тап килмәүе мөмкин.
Хаттар һәм мәҡәләләр komartky@mail.ru; temyas@yandex.ru адрестары буйынса ҡабул ителә.