Календарь
« Шаҡай 2012 »Д Шш Шр К Й Шб Йш 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29
» Урал батырҙың Вишуддаға етеүе...
25-04-2011, 11:47 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 912
Беҙҙең өйгә бөгөн “Ағиҙел” журналы килде. “Әҙәби тәнҡит” рубрикаһында “Урал батыр” эпосында йога тәғлимәте” тигән мәҡәлә баҫылған. Авторы - Рәшиҙә Ғиззәтуллина. Баш һүҙҙе яҙған филология фәндәре докторы Фәнил Күзбәков, бер яҡтан, авторға маҡтау һүҙҙәрен еткерә, икенсе яҡтан, уны нисектер аҡлай ҙа кеүек. "Уйлы кешеләр тәнҡитләргә ашыҡмаҫ", тип киҫәтә ул һәм Ғиззәтуллинаның тикшереү ысулын ҡалыптарға һыйып бөтмәй, тип билдәләй. Эш ҡалыптарҙан азат булыуҙа түгел. Бындай тикшеренеү ысулы фәндә бөтөнләй юҡ.
Маһамудраны маһир, маһайыу, йәки кеше исемдәре – Маһира, Маһикамал, Маһисәрүәр менән сағыштырыу яңылыҡ түгел, бындай ялған фән әһелдәре һуңғы йылдарҙа бик үрсеп китте, форумда ла улар йыш фашлана.
Ә бына Урал батыр эпосының йога менән параллелдәренә ҡарата фельетон яҙырға мөмкин булыр ине. Мәҫәлән, Шүлгән менән Уралдың ҡанды эсеү-эсмәү тураһында бәхәсе Шүлгәндең Хинаяна-Йога, Уралдың Махаяна-Йога юлын һайлауы менән бәйле икәнен мин бығаса белмәй инем. Урал, ҡанды эсеүҙән баш тартып, ни эшләй тиһегеҙме? Ул, белгегеҙ килһә, Нияма баҫҡысына күтәрелә! Ә атаһының асыуын баҫырға кәңәш биргәндә, Уралдың аңы, баҡһаң, муладара чакраһын ташып киткән икән!
Артабан ике улдың юлдары айырыла бит инде. Уларҙың береһе, аңлашыла ки, уң яҡтағы Пингала, икенсеһе һул яҡтағы Ида каналдарын һайлай. Уралдың егет ҡорона етеүе, белгегеҙ килһә, уның кәр-ҡеүәте Свадистана кимәленән ашып китеүе менән бәйле!
Һомай, тәбиғи, вишудда кимәлен үтеп, инде аджняға еткән, бер ынтылһа, Йыһан ҡапҡаһы Сахасрараға етер Шүлгәндең яңылышыуын тоя, күрәҙәлек итә...
Ә “Сансараның алты ҡатынан ашып, етенсеһендә – Сахасрара чакраһындағы Йыһан ҡапҡаһынан аңын сығарыуға өлгәшкән Урал батыр, әлбиттә, Вишудда кимәленә күтәрелгәндән һуң инде, халҡына васыят һүҙе еткерә: Кесене кесе итегеҙ – Кәңәш биреп йөрөгөҙ...”
Минең Йога тәғлимәтенә ҡарата бер ҡаршылығым да юҡ. Ләкин был ят мәҙәниәттең, ят тәғлимәттең "Урал батыр"ға ни ҡыҫылышы бар? Ни өсөн берҙән-бер башҡорт әҙәби журналында шундай ялған фәнни мәҡәләләргә урын бирелә? Тәнҡитләмәҫ инек тә, тик беҙ әле Рәшиҙә Ғиззәтуллина телгә алған“БӨТӨН-будун-Будда” хәленә кермәгәнбеҙ бит әле, хөрмәтле “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәрҙәре! Нирванаға етер өсөн дә тырышырға ла тырышырға кәрәк...
Зәйнәб
» Иҙеүкәй менән Мораҙым. Башҡорт халыҡ эпосы
15-02-2010, 15:48 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 4147
I. Алтын Урҙа башында Туҡтамыш хан ултырғаны, башҡорттарҙың баш эймәй тартышҡаны1 II. Шәғәленең хан фарманын килтергәне, Һабрау ҡарттың ил тарихын һөйләгәне; ике һунарсы, биш батырҙың Урҙаға киткәне III. Иҙеүкәйҙең, кәңәш һорап, Һабрау ҡартҡа килгәне; Һабрау ҡарттың һынап белгәне IV. Иҙеүкәйҙең Тора бейгә килгәне, ике арала бәхәс булғаны V. Иҙеүкәйҙең йәнә Һабрау ҡартҡа килгәне; Һабрауҙың ил зарын һөйләгәне; Иҙеүкәйҙең Дәмми бейҙе ҡыйратҡаны, Ыршаҡ бейҙең Иҙеүкәйгә баш һалғаны20 VI. Туҡтамыш хандың Иҙеүкәйҙе һарайға баш бей итеп ҡуйғаны VII. Иҙеүкәйҙең баш бей булғаны, ғәҙел хөкөмсө булып танылғаны VIII. Сәләхиҙең Иҙеүкәйҙе ошаҡлағаны, Ханбикәнең төш күргәне, Һабрау ҡарттың юрағаны IX. Ғәнәкәнең ҡасып бала тапҡаны, Туҡтамыш хандың уны эҙләткәне42 Х. Туҡтамыш хандың Иҙеүкәйҙе үлтерергә йыйынғаны, Иҙеүкәйҙең Уралға ҡасҡаны44 XI. Туҡтамыш хандың батырҙарға мөрәжәғәт иткәне; Янбайҙың Иҙеүкәйҙе ҡыуа киткәне; Сәләхиҙең мәкер ҡорғаны54 XII. Янбайҙың ҡайтырға өгөтләгәне, Иҙеүкәйҙең баш тартҡаны67 ХIII. Иҙеүкәйҙең Сатмыр ханға киткәне, юлда мәмерйәгә ингәне, бер ҡарттан серҙе белгәне74 XIV. Иҙеүкәйҙең Ҡабардинды тар-мар ҡылғаны; Фирҙәүесте ҡотҡарып, Сатмыр хандың кейәүе булғаны82 XV. Иҙеүкәйҙең Сатмыр хандан ярҙам алғаны84 XVI. Мораҙымдың Нуретдин исемендә үҫкәне, Туҡтамыштан ҡасып, Уралға сапҡаны, атаһына ҡаршы яуға сыҡҡаны XVII. Сәләхиҙең әйләнеп ҡайтҡаны, Туҡтамыштың кесе ҡыҙын урлап ҡасҡаны89 XVIII. Мораҙымдың Сәләхиҙе баҫтыра киткәне; Туҡтамыштың һөйәк-һаяғын Иҙеүкәйҙең ҡоҙғондарға һипкәне91 XIX. Ҡадирбирҙе менән Янбайҙың Иҙеүкәй менән Мораҙымды ыҙғыштырғаны XX. Мораҙымдың Уралда атаһын яманлап һөйләгәне, Һабрау ҡарттың Иҙеүкәйҙе яҡлағаны; Мораҙым Ыниыбикәнең башын сапҡаны, Ҡадирбирҙе менән Янбайҙың башына еткәне, атаһына илсе ебәргәне104 XXI. Иҙеүкәйҙең ҡайтырға ашҡынғаны, Сатмыр хан менән һүҙгә килгәне, бәхәстә еңеп сыҡҡаны ХХII. Иҙеүкәйҙең Уралға ҡайтҡаны, Мораҙым менән аңлашҡаны XXIII. Яйыҡ батырҙың бисәһе, улы менән Иҙеүкәйгә килгәне; Иҙеүкәйҙең мең баштарын Балҡан тауға йыйғаны; Туҡ батырҙың әсәһенә ҡымыҙ биргәне, әсәһенең ятып үлгәне116 XXIV. Иҙеүкәйҙең яуҙа яра алғаны, улына васыят әйтеп, Урал батыр ҡылысын биргәне; Мораҙымдың ҡалған-боҫҡан дошманды ҡырғаны, ҡобайырҙың тамам булғаны Иҙеүкәй менән Мораҙым. Аңлатмалар Иҙеүкәй менән Мораҙым. Эпос тураһында Иҙеүкәй менән Мораҙым. Һүҙлек
» I. Алтын Урҙа башында Туҡтамыш хан ултырғаны, башҡорттарҙың баш эймәй тартышҡаны
15-02-2010, 15:45 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1407
Алтын Урҙа башында Туҡтамыш тигән хан булған, Ҡул аҫтында күп илде Ҡолдай итеп биләгән: Яһаҡ алған малынан, Ҡолдар алған халҡынан, Үҙ тигәнсә эш итеп, Бер хоҙайҙай йәшәгән; Уралға ла ҡул һуҙып, Унда халыҡты ҡуҙғаған. Уралдағы батырҙар: Ҡыпсаҡ2 , Ҡатай2 , Тамъян2 — Урал тауы яғында, Юрматы2 , Табын2 тағы ла — Иҙел, Нөгөш буйында...
» II. Шәғәленең хан фарманын килтергәне, Һабрау ҡарттың ил тарихын һөйләгәне
15-02-2010, 15:42 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1420
Урҙа ханға баш эйгән, Үҙенә ҙур бейлек алған, Ирәндек буйы яланды Үҙенә йәйләү һанаған, Урап аҡҡан Яйыҡты Ырыуы ман* һыулаған, Бар ырыуға баш булған, Биш ырыуҙан үс алған, Ялан ерҙең ҙур бейе — Шәғәле тигән аҡһаҡал Биш ырыуға килгән, ти, Хандан илсе булған, ти3 ; Биш ырыуҙың батырын Барын бергә йыйған, ти; Хандың фарманын һөйләп, Илгә алап* һалған, ти:
» III. Иҙеүкәйҙең, кәңәш һорап, Һабрау ҡартҡа килгәне; Һабрау ҡарттың һынап белгәне
15-02-2010, 15:40 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1385
Көндө һанап ай үткән, Батырҙары киткәнгә Бер ай түгел, йыл еткән. Илдән яһаҡ йыйырға, Бер-бер артлы һарайҙан Хан фарманы Уралға Килеп илде шаулатҡан. Иҙеүкәй, йәш булһа ла, Ҡул ҡаушырып тормаған. Бейҙәр яһаҡ йыйғанда, Ил шаулаған сағында, Һабрау ҡартҡа барған, ти. Үҙ уйыны Һабрауға Теҙеп һөйләп биргән, ти.
» IV. Иҙеүкәйҙең Тора бейгә килгәне, ике арала бәхәс булғаны
15-02-2010, 15:38 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1371
Ай, көн йөрөп, ил гиҙеп, Илде күреп, ир һайлап; Шәғәле бейгә яу асып, Күп йыл тынмай һуғышып, Аҙаҡ сиктә миктәгән Яйыҡ батырҙы алып; Дәмми бейҙән10 туҡмалған, Ҡолаҡ, танау мөнтәлгән Келәйле11 батырҙы эйәртеп, Иҙеүкәй килгән Тораға.
» V. Иҙеүкәйҙең йәнә Һабрау ҡартҡа килгәне; Һабрауҙың ил зарын һөйләгәне
15-02-2010, 15:36 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1489
Иҙеүкәй йөрөп ҡайтҡан һуң, Илдең серен белгән һуң, Батырҙарҙы күргән һуң, Һабрау ҡарттың янына Барып уйын һөйләгән, Һабрау уны хуп күргән, Яу тупларға бергәләп, Тота һалып ат менгән. Оран һалып Уралға, Халайыҡты күп йыйған. Ҡая ташына менеп, Килгән халыҡҡа ҡарап, Һабрау һүҙен башлаған:
» VI. Туҡтамыш хандың Иҙеүкәйҙе һарайға баш бей итеп ҡуйғаны
15-02-2010, 15:33 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 918
Туҡтамыш хан Урҙала Был хәлдәрҙе ишеткәс, Юрматы, Ҡыпсаҡ, Ҡатайҙы, Тамъян, Табын батырҙы Кәңәшсе иткән һарайҙа; Ҡотло менән Иҫәнде Ҡош сөйөүгә далала Ҡошсо иткән тағы ла Үҙе йөрөгән һунарҙа, Һабрауҙы саҡыртып, Менәренә ат биреп, Йөрөрөнә яй ҡуйып, Ҙур туй булһа Урҙала, Килеүен уның шарт ҡылып, — Уралдан ҡол алмаҫҡа Бары алдында һүҙ ҡуйған.
» VII. Иҙеүкәйҙең баш бей булғаны, ғәҙел хөкөмсө булып танылғаны
15-02-2010, 15:32 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1358
Берҙән-бер көндө һарайға ат етәкләп — дүрт кеше, бер бала етәкләп — ике ҡатын, бер ҡош өсөн ғауғалашып, ике һунарсы килгән. Туҡтамыш хан быларҙың дәғүәләрен хәл итеүҙе яңы баш бейе Иҙеүкәйгә тапшырған. Хан алдында, һарайҙағы барлыҡ бейҙәр алдында Иҙеүкәй тегеләрҙе берәмләп һорашҡан, дәғүәләрен тыңлаған. Тәүҙә ат етәкләп килгән дүртәүҙең береһе әйткән.
— Атанан беҙ биш туған
Тороп ҡалған ир инек;
Мираҫ булған бер атты,
Шыбаға тотоп, үҙ-ара
Бишебеҙгә бүлгәйнек.
Аттың бер арт аяғы
Аҡһаҡ ине ыуанан —
Уныһы тейҙе Кинйәгә;
Башы тейҙе олобоҙға;
Һау ҡалған өс аяғы
Тейҙе беҙҙең өҫөбөҙгә.
» VIII. Сәләхиҙең Иҙеүкәйҙе ошаҡлағаны
15-02-2010, 15:29 | Башҡорт халыҡ эпостары | автор: Ilsur | Уҡылды: 1394
Һарайҙа торған һайын Иҙеүкәйҙең абруйы арта барған. Бәйгеләрҙә ат сабыштырғанда, ерҙән балдаҡ алыуҙа, көрәштә, уҡтан атыштарҙа берәүгә лә ал бирмәгән. Етмәһә, хан ҡыҙы Ынйыбикәнең, Иҙеүкәйгә ғашиҡ булып40 , һунарға бергә сығып йөрөүенә Сәләхиҙең эсе ҡайышҡан. Сәләхи, хан менән Иҙеүкәйҙе ыҙғыштырыр өсөн, төрлө юлдар эҙләгән. Берҙән-бер көндө Сәләхи ханбикә янына килгән дә былай тип һөйләгән:
— Бикәм, һин ни уйлайһың?
Дана үҫкән ҡыҙың бар,
Хәзәр* ханы улына
Һорай торған уйы бар.
Каруан-каруан ҡыҙыл мал,
Өйөр-өйөр йылҡы алып,
Баш бей менән хан улы
Килә тигән хәбәр бар.
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
Һорау
Сайтты файҙалы табаһығыҙмы?