 |
 |
Календарь |
|
 |
 |
| « Шаҡай 2012 » |
|---|
| Д | Шш | Шр | К | Й | Шб | Йш |
|---|
| | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | | 27 | 28 | 29 | |
|
|
 |
|
 |
 |
|
| |
 |
 |
 |
» Ҡанундар
22-11-2011, 04:57 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 265 |
 |
 |
Ни ҡөҙрәттән ерҙә йәшәй кеше, Ни ҡөҙрәттән донъя баш ала, Ни ҡөҙрәттән бәндә - бәндәгә ҡол, Ни ҡөҙрәттән тыуа батшалар?!
Ни ҡанунға буйһоноптар икән Ғүмер һуҡмаҡтарын уҙабыҙ, Бәндә ҡанундарын боҙмаҫ өсөн Донъя ҡанундарын боҙабыҙ.
Имеш, бәндә көслө, баш бирмәһәң Тәҡдирендә уның баш киҫеү, Ғәйрәтлегә аҡыл кәрәк түгел, Упҡында ла, имеш, бар кисеү.
Кисеү барҙыр, әммә ғәйрәт кенә Йөрөтәме әҙәм балаһын, Һап-һай ерҙә кисеү тапмағанда Ниндәй ҡөҙрәт аңды ала һуң?
Мәңгелекте теҙгә бөгөр төҫлө Ҡанун уйлап бәндә үртәлә, Ә ҡануны бөгөн таман булһа, Өр-яңыһы кәрәк иртәгә.
Бөгөнгөгә ярар ҡанун менән Илгә бәндә итә идара, Үҙен Алла тойған бөйөк хаким Хаҡ әмере килһә - бисара.
Пәйғәмбәрҙәр көн дә тыуамы ни... Ябай бәндә яҙа ҡанундар. Үҙе яҙа, үҙе боҙа тора - Ни үкенес, шундай ҡанун бар...
Гүзәл Ситдиҡова |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Хәҡиҡәт
25-02-2011, 05:14 | Китапхана | автор: Тандын Сулпаны | Уҡылды: 647 |
 |
 |
Ҡайын эйгән ялбыр башын, Талғын елдәр уны йыуата. Ҡайын тыңлай әсе хәҡиҡәтте, Кеше күңеле ҡайғы тағата.
Тубыҡландым ҡайын ҡаршыһына, Ҡосаҡланым ғәзиз тупраҡты. Бөгөлөп төштөм ҡайғы һындырғандай, Боҙҙай яҙмыш миңә һырыҡты.
Ниндәй генә эштәр башҡарһа ла, Ысын түгел минең күңелем. Бар донъяға оран һалғым килә, Кемдең заты, кем һуң мин үҙем?
Был һорауға яуап таба алмай, Кистем уттар, кистем даръяны. Күрҙем яҡты таңды, курҙем тағы ҡанды, Урап сыҡтым барлыҡ донъяны.
Үҙ-үҙемде табырғалыр теләп, Йырланым мин баҫып бер ташҡа. Ләкин шундуҡ, сәсәп йығылдым мин, Түҙмәгәндер йәнем һағышҡа.
Алдым ҡурай, һыҙҙырырға йәнде, Данлайым тип бөйөк Уралды. Ләкин тыным бик тиҙ тарлыҡты ла, Өҙөлөп ҡалды көйө ҡурайҙың.
Күптән инде шәхес түгелмен мин, Есем түгел минең күңелем. Бары көтәм, кеше түгел тиеп, Фаш итеүҙең асы мәйелен.
Һин ят итмә, тыуған тупраҡ, Мин ҡайтамын туған төйәгем. Күрәсәген күрмәй гүргә илтмәҫ, Әҙәм иткән ғәзиз һөйәгем.
Килдем әле ярлыҡауҙы һорап, Аҡ ҡайынлы атай ҡәбере. Шундай йылы , яҡтылыҡты бөрккән, Атай рухы иң-иң ҡәҙерле.
Башты күтәрҙем мин ҡояшыма, Наҙы-ҡуҙы өтә күңелде. Елбер-елбер килә ҡурпы үлән, Еләҫ елдәр тарай сәсемде.
Алыҫтарҙа тағы ишетелде, Ғәйре бөркөттәрҙең саңҡыуы. Мин аңланым, был тормошта мөһим, Ябай кеше булып ҡалыуы.
Кешелектең ныҡлы рухы бөйөк, Аҡыл зәғиф, ләкин төҙ ата. Ябай кеше генә ысын йәшәй, Хәҡиҡәте генә һыҙлата. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |

 |
 |
» Көрәшермен
22-02-2011, 18:31 | Китапхана | автор: Тандын Сулпаны | Уҡылды: 722 |
 |
 |
Уйҙарымдан айырмағыҙ мине, Бер мин түгел яҙа уйлаған. Кешелектән тамған нахаҡ һүҙҙәр, Йөрәгемә күпме уралған.
Урламағыҙ минең уйҙарымды, Уйлағанда йәшәү хаҡында. Минең дә бит оло тормош өсөн Ялһыҙ көрәшергә хаҡым бар.
Тик хаҡлыҡты бәйән итеп булмай, Тағатҡанда тормош һуҡмағын. Эҫе ҡабып ауыҙ бешермәйсә Күреп булмай юлдың тарлығын.
Белһәң икән алда ни көткәнен, Һалам түшәр инең ҡоларға. Тыныс күңел һатып алыр инең, Төн йоҡоңдо бүлмәй йоҡларға.
Алдың-артың ҡарап йөрө тиеп, Әйткән кеше әйтә, бүлмәйем. Мин бит әле ошо яҙмышымда, Боҫоп ятыр өсөн килмәнем.
Аяҡ-ҡулдан бығауҙарҙы сисәм, Телем сисәм сылбыр-бауҙарҙан. Һөрән һалам, ишетегеҙ мине, Мин тағы ла тыуҙым, яңынан.
Көрәшергә килдем, һуңғы һулышҡаса, Хаҡы өсөн матур тормоштоң. Үҙем яулап үҙем артылырмын, Таш-ҡаяһын сүкеп яҙмыштың.
Көрәшергә, тинем, йәшнәп ялҡынланып, Офоҡтарҙы яулап талпынып. Мин йәшәрмен, изге көрәшемдә, Ябайлыҡҡа ихлас табынып. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Ҡаҙаҡҡар. Иҙрис Ноғманов
25-11-2010, 16:47 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 547 |
 |
 |
Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй Ир-егеткәй менән ат башы. (Башҡорт халыҡ йыры «Азамат») Ҡулдарын, ололарса, баш аҫтына ҡыҫтырған көйө уйҙарға бирелә-бирелә, һуйыр ташты ҡаплап үҫкән йомшаҡ та, ҡоро ла мүк өҫтөндә моңһоҙ ятҡан Ғайса баянан үҙҙәре тәнгәлндә әйләнгән аҡ башлы бөркөттө күҙәтә. Шул рәүешле туҡтауһыҙ нимә эҙләй ҙә, нимә көҫәй ул зәп-зәңгәр төпһөҙ бушлыҡтар хакимы? Йыртҡыс башҡа саҡта тауыш-тынһыҙ ғына осор ине, ә бөгөн, ни сәбәптәндер, туҡтауһыҙ саңҡылдығын сыға. Уның ошолай ҡыланыуында брәй әтнәкә юҡмы икән? - Олатай, ә бөркөт ниңә ҡысҡыра ла ҡысҡыра ул? - Әллә ҡайҙағы ҡорбанын шәйләп ҡалғанда шулай итә, улым. Йәнә лә - ояһына ҡурҡыныс янағанда. Хатта, кешеләрҙе лә иҫкәртеүе мөмкин, - уң ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйған Ғәббәс ҡарт, күҙҙәрен ҡыҫа биреп, һауаға ҡарай, - шул ҡәҙәре аҡыллы ҡош бит ул бөркөт. Аҡыллы ла, аңлы ла. Күптән түгел генә ун дүртенсе йәйен ҡаршылаған Ғайса бөгөн олатаһы Ғәббәс ҡарт менән һағауылда тора. Әле, ғәҙел сират буйынса олатаһы күҙәткән, ә ейәне ял иткән мәл. Торған урындары Уралтау һыртының ошо тирәләге иңдән-иң бейек түбәһе. Әлеге түбәнән яҡын-тирә генә түгел, әллә ҡайҙарҙа ослайышып торған аҡ таштар ҙа ус төбөндәге кеүек асыҡ күренә. Һуңғы осорҙа ҡыян дала халҡы тынғылыҡ күрһәтмәй башланы. Көтмәгән-уйламаған ерҙән килеп сыға ла йә малыңды ҡыуып алып китә, йәиһә ҡыҙ-ҡырҡынды урлай. Хатта, ир-егеттәр ғәйеп булған осраҡтар ҙа юҡ түгел. Ана шул хәсистәрҙән һаҡланыу маҡсатында ауылдары менән сират буйынса изге һағауыл хеҙмәтен үтәп ятыуҙары. Арыраҡ, яҫы таш өҫтөнә мул ғына ҡоро сыбыҡ-сабыҡ ҡатыштырып эре-төрө үлән һабағы менән йәшәгән ҡарағай мүге өйөп ҡуйылған. Һағауылда тороусыларҙың бурысы: ниндәй ҙә булһа хәүеф-хәтәр янағанда, ана шул сүмәләгә үрт һалып, ауылдаштарын, башҡа ошо тирәләге бүтән ауыл кешеләрен дә көнэлгәре иҫкәртеүҙән ғибәрәт. - Олатай... - Әү. - Ә был түбә нилектән, Ҡаҙаҡҡар, тип атала? - Ишетер ҡолаҡҡа уның исеме үк әйтеп тора, улым. Ҡаҙаҡҡар – ҡаҙаҡ ҡарауылы. Сәбәбе лә ябай ғына: беҙҙең тирәлә күберәген күрше ҡаҙаҡ ҡәүеме барымтасылары темеҫкенеүсән, - уйсанланып киткән Ғәббәс бабай йоҡа ғына кәзә һаҡалын һыйпаштырып ҡуя, - башҡорттоң ябай бер ҡатлыраҡ һәм эскерһеҙ ҡунаҡсыл икәнлеген улар яҡшы белә. Белеүен белә, әммә, ҡайсаҡ, ҡунаҡ булһаң тыйнаҡ бул тигәнде хәтеренән сығарып ебәрә. Оҙаҡ зитына тейеп, ғәҙелһеҙ ҡыланһаң, Һай, яман бит ул бер ҡатлы башҡорт. Ирлек намыҫы менән ырыу бәҫен һаҡлап ҡалыу хаҡына йәнен йәлләмәҫ, дошманына арыҫлан ише ташланыр. Арыҫлан затлы башҡорт кешеһе өсөн ғорурлыҡ тойғолары кисергән Ғайса олатаһына ҡарап ала. Ә уныһы һаман әллә ҡайҙарға текәлгән көйө тора. Шулай, хатта һөйләгәнендә лә ул уяулығын юғалтмай. Тағы ла, алтынсы тиҫтәне тултырып килеүенә ҡарамаҫтан ул күҙҙәренә һис зарланғаны юҡ, шөкөр. Бабайҙың атлап йөрөшө генә түгел, ә бар булмышы әле булһа йәштәрсә. Ҡаҙаҡ исемен ишетеү менән маңлай һырҙары тәрәнәйеп, сырайы ҡараңғылана төшкәндәй күренгән Ғәббәс ҡарт тап-таҡыр итеп ҡырылған башындағы йәшел түбәтәйен рәтләй, елкәһен ҡашып ҡуя. - Эйе... Башҡаға нужа күрһәтеү тигәндә дала халҡы аптырап тормай, - бабай, үҙ алдына һөйләнгәндәй, ауыр уфтана, - уларҙын тик үҙҙәренә генә рәхәт йәшәлһен. Ҡыҫҡаһы, әҙергә ҡыҙығып ҡына баралар. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Күк Ирәндек ҡуйынында. Иҙрис Ноғманов
25-11-2010, 16:33 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 369 |
 |
 |
мистик повесть Ҡара көҙ миҙгеле ахырында ғына була торған ифрат йонсоу кистәрҙең береһе. Бар ғаләмде ҡаплап алған томан шул ҡәҙәре ҡуйы, әйтерһең дә бер мәлгә ер менән күк тоташҡан да, өҙлөкһөҙ шыптыр ямғыр аша аралашып ятҡан көндәре. Ошондай шыҡһыҙ ваҡытты һанға һанамаған һымаҡ, соҡор-саҡырлы шоссе таҫмаһы һыртындағы эреле-ваҡлы күләүектәрҙе ян-яҡҡа сәсрәтә-сәсрәтә, ҙур тиҙлек менән «Нива» машинаһы елә. Руль артындағы етди сырайлы егеттең тулҡынланып торған сөм-ҡара сәстәре, һыҙылып киткән ыҡсым-ҡупшы мыйығы менән бөҙрә һаҡалы килешле генәләр. Бер-береһенә тоташа биреп үҫкән ҡалын ҡаштары былай ҙа матур аҡ йөҙөнә айырата күркәмлек өҫтәп ебәрә. Шырауланған әрһеҙ ҡулдар, көсө ташып торған беләк мускулдары ҡалын свитер аҫтынан да яҡшы төҫмөрләнә. Былар барыһы ла егеттең төплө ауыл кешеһе булыуына һәм физик эштән ҡурҡып-өркөп бармағанлығына ишара. Машинаның тәҙрә һөрткөсө ҡойоп яуған ямғыр һыуын көскә һыпырып өлгөрә. Йәш кешенең тәүәккәл дә, бер ни тиклем көсөргәнешле лә ҡарашы оҙайлы яуындарҙан иҙелә башлап, балсыҡ ҡатыш ҡырсынташлы бутҡаға әйләнгән, урыны-урыны менән уйылтып һыу йырғылаған тигеҙһеҙ ташлы юлға текәлгән. Уның һәр хәрәкәтендә, хатта, ябай ғына һәр ҡыланышында ла үҙ-үҙенә ышаныс һиҙелә. Ошо ышаныс, бара-тора, күңел хозурлығы булып төйнәлә лә, йыр рәүешендә тышҡа урғыла. Хистәргә бирелеп киткән егет танау аҫтынан ғына яратҡан көйөн мөңрәп бара: Биҙмәгәндәй йәшәү бәхетенән, Юл йөрөүҙән мәңге биҙмәм мин... Иҫке генә бүрәнә күпер ашаһандағы боролошто үтеп, айырсалана киткән ике юл сатына етеүгә ҡайнап торған томан араһынан, төнгө өрәк ише, хәрбиҙәрҙә генә була торған иркен плащ-палатка ябынған әҙәм пәйҙә булды. Көтөлмәгәнлектән ҡапыл һиҫкәнә биргән «һаҡал» шунда ғына юл ҡырында моңайып торған күк һыҙатлы «Жигули»ҙы шәйләп алды. Шул әҙере киң салғыйлы плащ эсенән аҡлы-ҡаралы таяҡ тотҡан ҡул килеп сыҡты. «Бынауы, эсендә йәне бар хужа этен дә тышҡа сығармаҫ көндө нимәһен ҡарап торалыр инде?» – тип уйларға өлгөргән «һаҡал», боролош сигналын ҡабыҙҙы һәм, теләр-теләмәҫ кенә барып, юл ситенә туҡталды. Водитель яғындағы тәҙрәне төшөрҙө. Йылы салон эсенә шунда уҡ үҙе һалҡын, үҙе ытырғаныс-еүеш һауа бәреп инде. Етди йөҙөндә ризаһыҙлыҡ билдәләре сағылып үткән «һаҡал» киң яурындарын йыйырҙы, бөтә кәүҙәһе менән һелкенеп ҡуйҙы. - Тикшереү бүлеге инспекторы капитан Байсалов, - плащлы, күнегелгән хәрәкәт менән, уң ҡулын ҡолаҡ тирәһенә яҡынлатып алды, - документтарығыҙҙы күрһәтһәгеҙ... Сәйерһенеп киткән «Һаҡал», нимәлер һиҙенгән һымаҡ, инспекторға күтәрелеп ҡарай ҡуйҙы. - Хәлил? Һин түгелме һуң?! Ошо көтөлмәгән һорауҙан әллә аптырап киткән, әллә ҡаушай төшкән тегеһе, «һаҡалға» һынаулы ҡараш ташлап күҙ һирпте лә ҡыйыуһыҙ ғына: - Эйе, Хәлил, - тигән булды, - ә мин һеҙҙе танымайым... |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |

 |
 |
» "Йәшенле йәшлек". Рәми Fарипов
10-07-2010, 14:43 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 819 |
 |
 |
 Башҡорт әҙәбиәтселәрен, сәнғәт эшмәкәрҙәрен туплаған «Мәҙәниәттәр диалогы» («Диалог культур») ижтимағи ойошмаhы бына инде өс йыл Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Fариповтың архивындағы материалдарҙы йәмәғәтселеккә еткереү менән шөғөлләнә. Үҫмер Рәмиҙең көндәлектәренең «Киләсәккә юл ярам», «Пилот яҙмалары» hәм «Уҡыу океаны» тип исемләнгән өс томы донъя күрҙе, улар буйынса бөтә республикала уҡыусылар конференциялары, семинарҙар үткәрелә. Хәҙер иhә китаптың дүртенсеhе лә әҙер. Уны Рәми үҙе «Йәшенле йәшлек» тип атаған. Көндәлектәр менән әлегә таныш булмағандарҙың иҫенә төшөрәйек: «Киләсәккә юл ярам» тигән тәүге китабын ун дүрт йәшлек Рәми, үҙе hәм заманы хаҡында бәйән итеп, ысын мәғәнәhендә көндәлек итеп яҙhа, «Пилот яҙмалары», «Уҡыу океаны» hәм «Йәшенле йәшлек» тип аталған ҡалған китаптары – көндәлек жанрындағы әҙәби проза. Төп герой Вәхит Fәлимов – Рәми үҙе, әммә үҙеңә әҙәби герой күҙлегенән ҡарау, ваҡиғаларҙы, уй–кисерештәреңде көндәлектәргә хас эмоция менән түгел, ә әҙәби тасуирлау, буласаҡ уҡыусыңды уйлап бәйән итеү – беҙҙең башҡорт әҙәбиәтендә hәм хатта донъя әҙәбиәтендә лә уникаль күренеш тиhәм дә, яңылышмаҫмын. Һуғыштан яңы саҡ арына башлаған Өфөгә аяғына сабата кейеп, вагон башында килгән үҫмер бер йыл да үтмәй, шиғриәт менән бер рәттән, ысын мәғәнәhендә юғары кимәлдәге әҙәби проза яҙа башлай... Әйтергә кәрәк, «Йәшенле йәшлек» – үҫмер көндәлектәрен туплаған китаптарҙың иң ҡыҙығы, иң хислеhе. Сөнки ун ете йәшлек егет «Киләсәктә кем булырға, ниндәй юлды hайларға?» тигән иң төп hорауҙар менән йәнәш тәүге мөхәббәте Айhылыуға ҡарата үтә лә ҡатмарлы тойғолар кисерә. Вәхиттең Айhылыуға булған мөнәсәбәте Гетеның классик әҫәр hаналған «Страдания юного Вертера»hынан бер ҙә ҡалышмай, ә урыны менән тәрәнерәк hәм хислерәк тә. «Йәшлек» уҡыусылары «Йәшенле йәшлек» китабының тәүге уҡыусыhы буласаҡ. Һәм был үҙе үк символик – «Йәшлек» гәзите үҙенең тәүге hандарынан башлап йәштәргә хас ихласлыҡ, саялыҡ менән йөрәктәргә үтеп инде. Рәми Fариповтың студент көндәлектәре лә тәү башлап унда баҫылғайны. Тағы ла шуныһы: көндәлектәрҙең бер генә һүҙе лә үҙгәртелмәне, фәҡәт яңы орфографик ҡағиҙәгә генә күсерелде. Зөһрә БУРАҠАЕВА |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Аҡыллы аҡылһыҙҙар. Иҙрис Ноғманов
21-05-2010, 08:50 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 775 |
 |
 |
Сираттағы балаһы - бүре тип аталасаҡ мөғжизәне барлыҡҡа килтергән мәлдә тәбиғәт-әсә, үҙенең бар оҫталығын эшкә еккән дә, булған тәжрибәһе менән маһирлығын һалып, башҡа бер йән эйәһенә лә, /хатта әҙәми затҡа ла!/, тәтемәгән һәм тәтемәйәсәк сифаттар бүләк иткән. Шунлыҡтан уға - бүрегә - тиңләшер башҡа кейек әлегә юҡ. Булмаҫ та! Кемдер уны иблискә тиңләһә, икенселәре фәрештәгә һанай. Һуңғыһына ҡағылышлы «урман санитары» тигән һүҙ бәйлнешен генә иҫкә төшөрөгөҙ! Шуға күрә лә ер йөҙөндә әлеге иблис тоҡомло фәрештә йыртҡыстан азатурынды көндөҙ шәм яҡтыртып әҙләһәң дә таба алмаҫһың... Эйе, бүре нәҫеленең йәшәмәгән, дөрөҫөрәге, йәшәй алмаған урыны юҡтыр. Һоро юлбаҫарҙы бер бөртөк ағасы булмаған сикһеҙ дала ҡосағы менән шыр яланғас тау баштарында ла, дөм ҡараңғы урман төпкөлдәрендә һәм, хатта кеше аяғы баҫмаған боҙ батшалығы менән шыпа буш сүллектәрҙә лә осратырға була. Ошолар менән бер ҡатарҙан ул берҙән-бер етди дошманы кеше йәнәшәһендә лә «йырлап» ҡына көн итә ала. Аптырарһың. Бүрене аяҡтары аҫырай: әлеге һүҙҙәрҙе беренсе булып кем әйткәндер, әммә шуныһы: ул һис яңылышмаған. Көслө, етеҙ һәм хайран ҡалдырыр бирек1 кейек үҙенең иҫ китмәле һәләттәре һәм әрһеҙлеге менән күптәрҙе шаҡ ҡатыра. Уның тәбиғәт бүләк иткән ағзаларының береһендә бер кәмселек юҡ. Мөғжизә-кейек ифрат шәп күрә, ишетә һәм һиҙә. Тап һиҙеү, һиҙемләү был йәнлектең иң ышаныслы һәм әлегә аңлатып булмаҫлыҡ һоҡланғыс ҡаҙаныштарының береһе. Ер йөҙөндә үҙен иң аңлыларҙың аңлыһы һанап йөрөгән кешенең башы етмәгәнде ул ҡайсаҡ яп-ябай үә еп-еңел генә хәл итә лә ҡуя. Ошоноң менән күпте күргән аусыларҙы аптыратып, һушын ала. Хәҙергә «һомо сапинес» заты өсөн сиселмәҫ йомаҡ булған сәйер һәм серле күренештәр бүрегә әллә ҡасандан билдәле һымаҡ күренә башлай.
... Үҙ балалары хаҡына йәнен ҡыҙғанмаһа ла, сит-яттарға ҡарата аяу белмәҫ йыртҡысҡағына хас сифаттары артығы менә ярылып торғанлыҡтан «Әбей батша» ҡушаматы алған инә бүре лә ҡасандыр үҙен башҡаларҙың буйы етмәҫлек юғарылыҡта тоя ине. Өйөрөндә уның көсө етмәҫ кейек, хәленән килмәҫ ғәмәл булманы. Һәммәһенә лә өлгөрҙө, һәммәһен үҙенә буйһондорҙо. «Бәһлеүән»дән башҡаһы уның күҙ ҡарашынан ғына ла ҡойолоп төшә ине ваҡытында. Ә «Бәһлеүән»ме? Ул,өйөрҙөң алыштырғыһыҙ башлығы урынын биләргә тейешле ғәләмәт ҙур кәүҙәле ата бүре, «Әбей батша»ның уң ҡулы булды һәм уның берҙән-бер етәксе икәнлеген һис һүҙһеҙ таныны. «Бәһлеүән», «Әбей батша» абруйын ҡаҡаштмай ғына, үҙе лә өйөр менән етәкселек итте, уның тыныслығы үә именлеген үҙенсә уяу һаҡланы. Ваҡытында ул инәһе хаҡына ғүмерен бирергә әҙер ине. Тырнаҡ осо ғына ғәйебе булғандарҙы ла аяуһыҙ яуапҡа тарттырып, «Әбей батша»ға ҡағылышлы бәләкәй генә ғәҙелһеҙлекте лә шул әҙере тамырынан ҡорота килде. Ошо рәүешле үҙенә ҡарата ла ихтирамды арттыра ине. Шулай ҙа, үҙе өҫтөнә тулы яуаплылыҡ алып, бер ваҡытта ла ысын башлыҡ булып китә алманы. Сөнки... «Бәһлеүән» үҙе хаҡында кәргенән артыҡ борсола, үҙ мәнфәғәтен һәр саҡ бүтәндәрҙекенән өҫтөнөрәк ҡуйып, үҙен-үҙе Алла урынына хөрмәтләй һәм, ниһайәт, күберәген үҙ ҡорһағын ҡайғырта ине. Ҡыҫҡаһы, үҙе хаҡында үтә юғары фекерҙә булды. Ә, ғәҙәттә, ундайҙарҙы яратмайҙар... |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Мәктәп етәкселәре
30-03-2010, 18:27 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 961 |
 |
 |
Темәс халҡының, йәмәғтселектең һәм Баймаҡ РОНО-һының һорауы буйынса 1956 йылда БАССР-ҙың мәғәриф министрлығы Темәс тулы булмаған урта мәктәбен урта мәктәпкә әйләндереү хаҡында ҡарар сығара. Урта мәктәптең тәүге директоры итеп бығаса педучилищелә уҡытҡан С.В. Бикҡолов тәғәйенләнә.
Мәктәп педколлективын юғары белемле кадрҙар менән тәьмин итеү бурысы килеп баҫа. Мәғариф министрлығының направлениеһы буйынса ошо осорҙа мәктәп педвуз тамамлаған йәш кадрҙар менән тулылана. М.А. Сәғитов (география), Р.Х. Усманова (инглиз теле), М.Р. Дауытов (физика), Т.М. Абдрахманов (математика), К.Н. Мусина (химия), Б.И. Федоров (физкультура, рәсем), Ғ.Ш. Солтангилдин (география), М.С. Карташов (музыка), В.Ғ. Рәхмәтуллин (тарих) һ.б.
Яңы асылған урта мәктәпкә Билал, Муллаҡай ауыл советттарына ҡараған мәктәп уҡыусылары ла йөрөп белем ала башлай. Улар өсөн 40 урынлыҡ мәктәп яны интернаты асыла һәм ул районда иң яҡшылар рәтендә иҫәпләнә. Өлкән тәрбиәсе Р.Ш. Ҡолшәрипова етәкләгән драма түңәрәге мәктәптең башҡа түңәрәктәре араһында айырылып тора, йәш таланттарҙың сығышын яратып ҡарайҙар.
1964-1956 йылдарҙа уҡыусылар һаны 1209- ға етә.
Ошо осорҙа тарих уҡытыусыһы Һәҙиә Хәбибулла ҡыҙы Азаматоваға Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеме бирелә.
Һәр мәктәптең үҙ йөҙө була. Белем биреү менән бергә мәктәп ике йүнәлештә: спортта һәм художестволы үҙешмәкәрлектә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Б.И. Федоров етәкләгән спорт командаһы төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеүсе булды. Өлкән класс укыусылары Буранғолов Х., Яхина Ғәзизә һәм Вәзилә, Ҡотлоғәләмов Альберт, Салихов Рафил, Гусева Анналар еңел атлетика буйынса республика ярыштарында ла ҡатнаштылар. Уҡыусылар коллективы ла спорт һәм сәнғәт бәйгеләрендә йыш ҡына призлы урындар яуланы. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |

 |
 |
» Хажи Ишандың вафаты
28-12-2009, 10:36 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 895 |
 |
 |
Сәлимгәрәй хажи сирләп китте. Был хәбәр йәшен тиҙлегендә тәүҙә улыс, шунан өйәҙ, унан ары бөтөн губерна буйынса, хатта уның сигенә үк сығып таралды. Ғәҙәттә, башҡорттарҙың күңелен ҡуҙғатҡан һәр яңылыҡ ифрат тиҙ эләктерелә, телдән-телгә йоғоп, иң шәп почтанан да шәберәк бөтөн Башҡортостанды иңләп сыға. Мыҡты кәүҙәле уҙаман, Өмөтбай улы Сәлимгәрәй ҡасандыр изге Бохарала булып ҡайтҡан, бер нисә тапҡыр Мәккәгә хаж ҡылған етмеш йәшлек ҡарт ине. Хаҡ, намыҫлы ғүмер иткәне өсөн ихлас яратҡан һәм хөрмәтләгән халыҡ уны әүлиәләй күрҙе. Был хажи ишан һымаҡ кешеләр Башҡортостанда һирәк осрай башланы хәҙер – уларҙың ғүмере тап-таҡыр ялан уртаһында яңғыҙ үҫкән олпат имәндәр ише. Һәр башҡортҡа ҡәҙерле заманаларын иҫкә төшөрә, аҫаба ерен әлегә урыҫ баҫып алмаған, ошо ерҙәрҙә үҙенең сиркәү һәм часовнялы утар, ҡасаба һәм ауылдарын ултыртмаған ваҡытты хәтерләтә улар. Тик иркенлек хаким ине ул саҡта: дингеҙҙәй йәйелгән киң далаларҙа хисапһыҙ йылҡы өйөрҙәре, әлегеләй унарлап ҡына түгел, йөҙәрләп, хатта меңәрләп иҫәпләнгән эре мал менән һарыҡ көтөүҙәре йөрөй ине; башҡорт ҡарурмандары шығырым тулы кейек ине, күккә олғашҡан бейек солоҡ ағастарының ҡыуыштары илерткес хуш еҫле балдан һығылып торҙо; Тәңре фатихаһы бирелгән башҡорт еренең гәлсәрҙәй саф йылға-күлдәре, һалҡын һыулы йүгерек шишмәләре балыҡҡа бай ине – бала-саға ҡул менән тоторлоҡ... Хәйер, Сәлимгәрәй хажиҙың сире тураһындағы хәбәрҙең хәҙер инде элекке иркен йәйләүҙәр тураһында түгел, тәғәм ризығы һәм үҙҙәренә хас булмаған хужалыҡ итеү арҡаһында олоғара йөк булып иңдәренә ятҡан недоимкалар хаҡында ғына уйларға мәжбүр булған башҡорттарҙың һоро тормошон ни тиклем ҡуҙғатып ебәреүен аңлатыр өсөн шул дә еткәндер. Халыҡ хажи йәшәгән Әмет ауылына йылғалай ағыла башланы: йәйәүлеләр ҙә, атлылар ҙа йүнәлде унда; берәүҙәр һыбай, икенселәре арба, кырандаста ашыҡты. Араларында ҡарт-ҡоро ла, йәштәр ҙә, бала-саға ла бар ине. Хәл белешергә барыусылар араһында йөҙҙәренә үк ҡәтғи әҙәплелек яғылған аҡ һәм йәшел салмалы муллалар ҙа күренде. Был кешеләрҙең һәммәһе – байы ла, ярлыһы ла, хажиҙы күреп ҡалырға, доғаһын арнарға, кейеменә булһа ла ҡағылырға ашыҡты. Быға өлгәшә алмаған хәлдә лә, белешеү зарур – изге эштәре менән барса халыҡтың һөйөүен яулаған әүлиәнең хәле нисек, ауырыуы әжәл сире түгелме икән? |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
 |
 |
» Иҙеүкәй әмир. Ғайса Хөсәйенов
22-11-2009, 21:17 | Китапхана | автор: Ilsur | Уҡылды: 971 |
 |
 |
Тарихтар ҡабатлана икән. Ҡайҙа хан – шунда ҡан, ҡайҙа тәхет – шунда ләхет, тигән халыҡ әйтемен тағы ҡабатларға тура килә. Был юлы һүҙ алып барылыр Алтын Урҙаның XIV быуат тарихы, уның Иҙеүкәй әмир эшмәкәрлегенә бәйле ваҡиғалары ла ошо хәҡиҡәтте раҫлай. Улар бер-береһенә сырмалсыҡ булып сорналған тарих сылбыры рәүешле дауам итә икән. Әлбиттә, һәр дәүерҙең үҙенә хас ғибрәттәре, хикмәттәре бар; һәр бер тарихи шәхестең үҙ яҙмышы, үҙ даны һәм үҙ фажиғәһе булыр. Әле бәйән ителер XIV быуаттың айырыуса 60–70-се йылдары Алтын Урҙа дәүләтенең иң боларыҡ заманы. Ошо егерме йыл эсендә генә лә тәхет өсөн көрәштә егерме өс хан алышынған. Күпселеге тәхеттә йыл самаһы ла ултыра алмай, йә бәреп төшөрөлгән, йә үлтерелгән, йә яман үлемдән үҙе ҡасып ҡотолған. Бер саҡ атаһы Йәнебәк ханды үлтереп, Бирҙебәк үҙе тәхеткә менеп ҡунаҡлағаны ғына етмәгән, был яуыз йәлләт тәхет дәғүәләүҙәре ихтимал үҙенең бер туған ун ике ағай-энеләрен дә юҡ итеп бөтөрә. Уның үҙ улдарынан да бары Туҡтамыш исемлеһе генә нисектер иҫән ҡала. Ул да кәнизәктән тыуған бала булыуы менән тәхеткә дәғүә итә алмай – Сыңғыҙ хан аҡ һөйәктәре тармағы түгел. Ҡулы улдары, туғандары ҡанына мансылған ҡатил Бирҙебәк хан үҙе лә, ҡанға ҡан, ҡонға ҡон тигәндәй, оҙаҡламай башкиҫәрҙәр тарафынан үлтерелә. Был янъяллы, үлтереш-һуйышлы йылдар, урыҫ йылъяҙмаларында яҙылғанса, Алтын Урҙаның эске һуғыштар осоро булып тарихҡа теркәлер. Тәхеттәрендә ныҡ ултырыр, шунда аяҡ терәп һөйләшер хандарына һан булмағас, тәхет терәге, ғәскәрҙәр башлығы әмирҙәренең көс-ҡеүәте лә самалы булғандыр инде. Нәҡ ошондай осорҙа күрше Аҡ Урҙа тәхетендә ултырған Ырыҫ хан (урыҫ йылъяҙмаларында ул Урус-хан тип яҙылыр), форсаттан файҙаланып, Алтын Урҙа тәхетен үҙ ҡулына төшөрә, ул ғына етмәгән, тәхетте яу менән алған хан өс ҙур урҙаға эйә бер олуғ хан булыу хаҡында хыяллана башлар. Үҙ урҙаһы тәхетенә өмөт менән йәшәгән Туктамыш, үҙ башынан да яҙып ҡалмаҫ өсөн, бик алыҫҡа, Сәмәрҡәнд ҡалаһына, Тимер әмир ҡанаты аҫтына ҡасып ҡотолор. Аҡһаҡ Тимер сығышы менән атаһы Тарғатай хандың барлас ырыуынан. Ул инде йәшләй үк төрлө яуҙарҙа ҡатнашып сынығыу алған, баһадир тигән шан-шөһрәт ҡаҙанған зат, инде килеп, олос әмире, ил тотҡаһы. Үҙе ултыртҡан ханы тәхеткә эйә икән, ул үҙе илгә эйә, уның ғәмәлдәге хужаһы асылда. |
| |
|
|
| |
|
 |
|  |
|
 |
Сайт үҫешенә ярҙам
№ 41001328785603
WebMoney
WMR - R899645810496
WMZ - Z253733002314
WME - E370128276094
 |
Һорау |
|
 |
 |
| Сайтты файҙалы табаһығыҙмы? |
|
|
 |