Быйыл һуғыш башланыуға 71, бөтөүөнә 67 йыл тула. 9 май көнө йыл һайын илебеҙҙә байрам, хөкүмәтебеҙ еңеүсе-ветерандарыбыҙҙы (ғаиләләрен) тәбрикләй. Бар әле улар – ветерандар. Ҡыҙыл майҙандағы парадты ҡумтанан ҡарап ултырһаң, типһә тимер өҙөрлөк ветерандар кендегенә хәтлем орден-миҙалдар тағып, текә ултыралар трибуналарҙа. «Ысынлап та былар һуғышта булдымы икән?» - тигән һорау тыуа ирекһеҙҙән. Парадтар, ҡотлауҙар, бүләктәр, иғтибар һәм ихтирам… Бөтә ил тантана итә. Бөйөк еңеү… Тик һуғыш балалары ғына йәтим. Һәр ваҡыт йәтимдәр. Минең атайымдың атаһы ла, ағаһы ла һуғышта һәләк булғандар. Әнейемдең атаһы, фин һуғышынан ҡайтып, 7 ай ғына ҡатыны, ҡыҙы менән йәшәп өлгөрә лә, һуғыштың беренсе көнөнән яу яланына китә. Кире әйләнеп ҡайтмай. Иҫтәлеккә унан бер кәртишкәһе генә бар. Күп йылдар эҙләп тә, олатай ҡайҙа һәләк булғанын таба алмайбыҙ. «Никто не забыт, ничто не забыто», имеш. Һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан яугирҙәрҙең ғаиләләре атайлы-арҡалы булып йәшәйҙәр. Аталары хөкүмәттән алған иғтибар: төрлө путевкалар, автомашиналар, фатирҙар, аҡсалата ярҙамдар, льготный телефон үткәреү, магазиндарҙан дефицит тауарҙар, башҡалары. Инде ветерандарҙың балалары түгел ейән-ейәнсәрҙәре фатир алырға, йә барын киңәйтергә өлгәшкәндәр бар бит. Бер оятхыҙ ветеран ҡалала райондан районға балаһынан балаһына пропискаға күсеп фатирҙар алғаны булды. Ә «дети войны»ларға нимә? Юғарылағыларҙан берәй нәмә төштөме, хөкүмәт йәтимдәргә ҡарата ғәҙел булдымы? Юҡ. Гүйә, улар үҙҙәре ғәйепле - аталары яу яландарында ваҡытһыҙ үлеп ятмаһындар. Бер ваҡыт - ил президенты халыҡ менән «тура бәйләнеш»тәргә инеп, төрлө һорауҙарға яуап бирә башлаған мәл ине - шул саҡ минең әнейем «дети войны»лар тураһында һорау бирҙек. Матди ҡыҙыҡһыныу өсөн түгел, ғәҙеллек өсөн. Яуап булманы.
Был һүҙҙәрем һуғыштан иҫән ҡайтҡан бар яугирҙарҙы бер ҡалыпҡа һалыу түгел. Артыҡ күреп, тәҡдим ителгән уңайлыҡтарҙан баш тарта белгән, бер ниндәй өҫтөнлөктәргә дәғүә итмәгән өлкән ҡайным һымаҡтар ҙа әҙ булмағандыр. |