
Баш ҡалабыҙҙа дауаханала ятып ҡайттым.
Биш кешелек палатаға дүртенсе итеп һалдылар. Ятабыҙ. Урыҫ, татар, нимес, башҡорт.
Дауаханаларҙа ҡыҙғанысы күберәк, хирургияла бигерәк тә.
Ваҡыт күп, танышаһың, аралашаһың, сағыштыраһың, фекер йөрөтәһең…
21 йәшлек Давид исемле нимес егете ятты йәнәш, олатаһының олаталары 1800-се йылдар башында Рәсәй империяһы батшалары асҡан мөмкинлектәр буйынса (башҡорт ихтилалдарын ҡанға батырып ере талап тартып алынып башҡа милләт кешеләренә таратып бирелгән) күскенсе булып килгәндәр беҙҙең еребеҙгә.
Килгәндәр генә түгел, ерегеп, йәлсеп, үрсеп йәшәгәндәр. Йәшәйҙәр.
Егетемдең ғаиләһендә ун кеше. Атаһы бер ҙә мәрйәгә йә башҡаға өйләнмәгән, үҙ милләтенән йәр тапҡан. Әсәләре хатта үҙҙәренең телен дә белә, Германиянан туғандары ҡунаҡҡа килһә рәхәтләнеп нимессә һөйләшә, ти.
Биш улдары, өс ҡыҙҙары. Һигеҙ бала.
Олатайымдың йөҙҙән ашыу ейән-ейәнсәрҙәре бар, ти Давид. Шәжәрәләрен дә белә егет.
Бишенсе итеп палатабыҙға милләттәш яҡташымды һалдылар. Ихлас, ауыртып һыҙланыуға сабыр, ярҙамсыл, яҡшы кеше. Сәғәт һайын тәмәке тарта. Һөйләшеп аралашабыҙ. Алыҫ Көнсығышта офицер булып хеҙмәт иткән. Сирләп, илебеҙгә увольняться итеп ҡайтҡан. Ҡатыны, ике ҡыҙы. Эскән. Айырылышҡандар. Ҡатыны эшкә Италияға киткән, тормошҡа сыҡҡан. Ҡыҙҙарын саҡыртып алған. Ағайым ҡарт әсәһе менән икеһе көн итәләр.
Нимес Давид йүнәлде. Ҡайтарҙылар. Шалҡан кеүек илле йәшлек атаһы килеп алып ҡайтты егетте.
Бушаған урынға егерме биш йәшлек милләттәш егетте һалдылар - ауылдаш егеттәре эсенә әллә нисә тапҡыр бысаҡ ҡаҙағандар. Хәле ауыр. Ныҡ йонсоған. Мыжый.
Инәһе ҡарай. Инәһен алмаштырырға һеңлеһе төнгө таксила райондан килгәндә фажиғәғә осрайҙар.
Егет әле һеңлеһе үлгәнен белмәй ине.
Яңы йыл алдынан 28-ҙе мине лә выписывать иттеләр, барыһы менән хушлашып 16.00 Өфөнән ҡайтырға сыҡтыҡ.
Ҡар, буран. Белорет тауҙарын ҡорос атында ҡустым оҫта алып килеп сығарҙы, юғиһә фуралар 30-40 машина текә тауҙарҙа батып ултыралар ине, пробка яһап.
Имен ҡайтып еттек. Икенсе көн туғандар менән хәлдәр һөйләшеп ит ашап, сәй эсеп ултырҙыҡ. Ауылда ҡорҙаш егетте парализовать иткән, ауыр хәлдә район үҙәгендә дауаханала.
31 көнө киске туғыҙҙар тирәһендә ауылдың ар яғында ут сыҡҡан тип ишеттек. 50 йәшлек ирле-ҡатынлы төтөндә тонсоғоп үлгәндәр. Кисә ерләнеләр мәрхүмдәрҙе.
Ҡайғыларҙың башында барыһында бер сәбәп, әйтеп торорға кәрәкмәҫ, былайҙа беләһегеҙ. Үҙегеҙ ҙә яңы йылды затлы шарап-иҫерткестәр менән матур итеп ҡаршы алғанһығыҙҙыр бит.
Уйланмай-һыҙланмайынса, һыҙланғас та хәлебеҙҙе төҙәтер өсөн бер ниндәй тырышлыҡ эшләмәйенсә ошолай, тәмәке төтөнөнә төрөнөп, араҡылар, затлы шампандар, «зыянһыҙ» винолар эсеп байрамдарҙы «культурно» ҡаршылап йәшәүебеҙҙе дауам итһәк, ҡайғы-хәсрәттәттән мәңге сыға алмай, үҙ еребеҙҙә килмешәктәрҙе үрсетеп, йәлсетеп, үҙебеҙ иһә маңҡорт булып ҡаласаҡбыҙ. Әле ҡалмаған булһаҡ.